Ҡатыҡ

Ҡатыҡ (әзерб. qatıq, башҡ. ҡатыҡ, болг. катък, ҡаҙ. қатық, ҡырғ. катык, таж. қатиқ, татар. катык, төркм. gatyk, үзб. qatiq, уйғ. қатиқ) — әсетелгән һөттән эшләнгән эсемлек.

Ҡатык

Айыртылмаған һөттө ҡайнатып, +40 °C тиклем һыуыталар, шунан өҫтөнә ойотҡо (һалҡын ҡатыҡ) ҡоялар. Йылы урында 6-8 сәғәттә әҙер була.

Ҡатыҡ(ойотҡан)— башҡорт халҡының төп һөт аҙыҡтарының береһе. Башҡорт халҡының тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Һыйырлы көнөң -һыйлы" тигән мәҡәл тап шуны һөйләй ҙә. Һөт ризыҡтарын халыҡ ололап « аҡ» тип тә атай. "Аҡ"ты түгеү, әрәм-шәрәм итеү, тәләфләү -оло гонаһтарҙан һаналған һәм һанала. Ит-һөт ризыҡтары -башҡорттарҙың элек-электән төп ризыҡтары булған.Ә был продукттар тиҙ боҙола. Шуға ла, халыҡ быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, ысулдарын бөртөкләп йыйып килгән.

  1. Бешкән һөттән ҡатыҡ-айыртылған һөттө ҡайнатып сығараһың. 20-30°С-ҡа тиклем һыуынғас, ойотмос ҡушып тыныс ҡына урынға ҡуяһың. Урыны артыҡ һыуыҡ та, артыҡ йылы ла булырға тейеш түгел. 8-12 сәғәт үтеүгә ҡатыҡ әҙер була. Был ҡатыҡ сей ҡатыҡтан ҡуйыраҡ була. Еләҫ урында бындай ҡатыҡ 3-4 көн сөсөлөген һаҡлай ала. Унан ары әсе ҡатыҡҡа әүерелә. Оҙағыраҡ ҡайнатҡанда һөттөң төҫө бер аҙ ҡыҙғылт булып китә.Ундайҙың ҡатығы ҡыҙғылыраҡ та, тағы ла ҡуйыраҡ та була.
  2. Сей ҡатыҡ-сей һөт (ҡайнамаған) ойоғандан барлыҡҡа килә. Шыйығыраҡ була. Шулай уҡ, еләҫ урында 3-4 көн эсергә яраҡлы һаҡлана ала. Тик унан ҡорот эшләп булмай.
  3. Әсе ҡатыҡ-бешкән һөттән эшләнгән ҡатыҡ 3-4 көндән һуң әсей башлай. Уны ҙур һауытҡа йыя бараһың.Иң уңайлыһы, дөрөҫө — ағас батман. Ул йүкәнән эшләнә. Бындай һауытта ҡатыҡ өҫтәп файҙалы матдәләр ала, һәйбәт һаҡлана. Эсенә ағас бешкәк ҡуйыла. Көн һайын, ә иң һәйбәте, көн эсендә бер нисә тапҡыр бешкәк менән болғатып тороу. Берҙән, өҫтөнә пәрҙә ултырмай. Икенсенән, ҡатыҡтың төйөрҙәре яйлап яҙыла бара.
  4. Эркет — эсе ҡатыҡтан барлыҡҡа килә.Оҙаҡ ултырыуҙан, күп бешеүҙән әсе ҡатыҡ яҙыла, төйөрҙәре бөтә.Был инде ҡорот эшләү өсөн әҙер ризыҡ булып тора. Эркеттән эшләнгән айран туҡлыҡлы, һыуһынды һәйбәт ҡандыра. Юлда алып йөрөүгә йәтеш. Эркет ашҡа тәмләткес, күп сирҙәрҙән дауа: ашҡаҙан-эсәкте паразиттарҙан таҙарта, аппетиты аса, организмды һәр төрлө шештәрҙән(шулай уҡ, яман шештәрҙән дә) һаҡлай, һалҡын алдырғанда, тире боҙолғанда дарыу булып тора.