Ҡаҙ йыуаһы | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Gagea Salisb. (1806) | ||||||||||||
Виды | ||||||||||||
|
Ҡаҙ йыуаһы (Gagea) — лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары ҡаҙ йыуаһы, бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы, кесе ҡаҙ йыуаһы, ненец ҡаҙ йыуаһы, тәпәш ҡаҙ йыуаһы. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы төҙ, 1 тар ҡыяҡлы йәки киң ланцет тамыр яны япрағы һәм 1—3 (һирәк осраҡта 5‑кә тиклем) сәскәлек аҫтында урынлашҡан ҡыяҡ, яҡынайтылған осло япраҡ менән. Сәскәләре тыш яҡтан йәшкелт, эстән — һары, сатыр йәки ҡалҡансыҡ рәүешендәге сәскәлектәргә йыйылған. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, май—июндә өлгөрә.
Һары ҡаҙ йыуаһы һәм кесе ҡаҙ йыуаһы — киң япраҡлы урмандарҙа, тәпәш ҡаҙ йыуаһы далала, тауҙарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡоро битләүҙәрендә үҫә; республика бөтә территорияһында таралған. Далала бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы (Баймаҡ районында Ирәндек һыртында) һәм Урал эндемигы ненец ҡаҙ йыуаһы (Ауырғазы, Благовар, Мәләүез райондары) осрай.
Һары ҡаҙ йыуаһы — декоратив үҫемлек, составында С витамины, каротиноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
класс Двудольные |
ещё 9 семейств | |||||||||||||||
отдел Покрытосеменные |
порядок Лилиецветные (Liliales) |
род Гусиный лук (Gagea ) | ||||||||||||||
царство Растения |
класс Однодольные |
семейство Лилейные (Liliaceae) |
||||||||||||||
отдел Голосеменные |
ещё 9 порядков (согласно Системе APG II) |
ещё 16 родов см. Лилейные | ||||||||||||||
Ике йөҙгә яҡын төрө билдәле.