Домра менән бутарға ярамай. Шулай уҡ Думбыра мәҡәләһен ҡарағыҙ.
Домбра | |
Ҡаҙаҡ думбыраһы | |
Классификация |
Сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы, хордофон |
---|---|
Туғандаш инструменттар |
Ҡумыҙ (ҡылллы уйын ҡоралы), Думбыра |
Музыканттар |
Ҡурманғазы Сағырбайулы |
Тауышы |
Домбра́ шулай уҡ Домбыра́ (ҡаҙ. домбыра) — төрки халыҡтар мәҙәниәтендә урын алған сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы. Думбыра ҡаҙаҡтарҙың һәм тағы ҡайһы бер төрки (башҡорттарҙың һ.б.), Урта Азия халыҡтарының халыҡ музыка ҡоралы тип һанала.
1989 йылда Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһендә, бейек яҫы таулыҡ башындағы «Майтобе» йәйләүендә (жайляу)профессор С. Акитаев, этнограф Жагда Бабалыкулы ярҙамында ҡая ташында музыка ҡоралы һәм төрлө позаларҙа дүрт бейеүсене һынландырған һүрәт тапҡан. Билдәле археолог К. Акишев тикшереүҙәренән белеүебеҙсә, был һүрәт неолит осорона ҡарай тип аңлатыла. Хәҙер ул һүрәт Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһындағы Ыҡылас Дукенулы исемендәге халыҡ музыка ҡоралдары музейында һаҡлана. Һүрәттән аңлашылыуынса, боронғо рәссам тарафынан ҡаяла эшләнгән һүрәт формаһы менән думбыраға бик ныҡ оҡшаған. Тимәк, хәҙерге думбыраға 4 меңдән артыҡ йәш тиергә нигеҙ бар, һәм ул шуға оҡшаш хәҙерге заман музыка ҡоралдарының башланғысы, тәүге сиртмә ҡоралдарҙың береһе булып тора.
Археологик тикшеренеүҙәрҙән билдәле булыуынса, 2 мең йылдарҙан элегерәк саҡ күсмә ҡәбиләләре, ҡаҙаҡ думбыраһына оҡшаған һәм уның прототибы булырҙай, ике ҡыллы музыка ҡоралдарын файҙаланған[1].
Боронғо Хорезм ҡаҙылмалары араһында шулай уҡ сиртмә музыка ҡоралдарында уйнаусы музыканттарҙың терракот статуэткалар табылған. Ғалимдар, Ҡаҙағстан территорияһында 2 мең йылдан элегерәк йәшәгән иртә күсмә ҡәбиләләрҙең киң таралған музыка ҡоралының береһе булған хорезм ике ҡыллы ҡоралының ҡаҙаҡ думбыраһы менән типологик оҡшашлығы бар, тип һанай.
Евразия континенты яҙма һәйкәлдәренә таянып, думбыра һәм материктағы башҡа халыҡтарҙың уға оҡшаған музыка ҡоралдары бик борондан билдәле тигән һығымта яһап була. Евразия биләмәләрендәге төрлө осор, айырым алғанда, саҡ, һун сығышлы ҡәбиләләрҙең, һәйкәлдәре аша беҙ ошо сиртмә ҡорал булғанлығын беләбеҙ. Шулай уҡ бындай ҡорал ҡомандарҙа ла осрай. Ҡомандар — ҡыпсаҡтарҙың европалағы атамаһы. Шул дәүерҙең музыка әҫәрҙәре (көйҙәре): Ертіс толқындары (ertis tolqyndary — Иртыш тулҡындары), Мұңды Қыз (mundy kyz — Моңло ҡыҙ), Тепен көк (tepen kok — Һеләүһен), Ақсақ қаз (aqsaq qaz — Аҡһаҡ ҡаҙ), Бозіңген (bozingen — Аҡһыл инә дөйә), Желмая (zhelmaja — Бер үркәсле дөйә), Құланның тарпуы (qulannyn tarpu’y — Ҡоландың тояҡ тауышы), Көкейкесті (kokeikesti — Тәрән кисерештәр) һ.б. беҙҙең заманға саҡлы килеп еткән.
Төрөк халыҡтарының (һундар, аварҙар, булғарҙар, хазарҙар, ҡыпсаҡтар (половцы), урҙалылар) оҙаҡ йылдар дауамындағы йоғонтоһонда йәшәгән көнсығыш славяндар был музыка ҡоралын домра атамаһы менән ҡабул иткән.
Марко Поло үҙенең хеҙмәттәрендә, был ҡорал ул дәүерҙә урыҫтар татарҙар тип атаған күсмә төрки яугирҙарының ҡоралы булған, тип яҙған. Улар һуғышҡа инер алдынан, үҙҙәренең рухын күтәреү маҡсатында, ҡоралда уйнап йырлағандар.
2012 йылда электродумбыра барлыҡҡа килгән.[2]
Думбыра һәм уның мығышы тураһында легендалар бар:
Шулай көн үткән, ике, өс көн… Ҡустыһы ағаһына ярҙам итергә бер ҙә ашыҡмай, яратҡан уйын ҡоралында тик уйнауын ғына белә икән. Ағаһы, асыуы килеп, энеһенең думбыраһын тартып алған да бар көсө менән башына бәргән. Бик һәйбәт музыка ҡоралы селпәрәмә килгән, көй тынған, ҡустыһының башында эҙ тороп ҡалған.
Күп йылдар үткән. Кешеләр был эҙҙе тапҡан ти, һәм уның буйынса думбыра эшләй башлаған, һәм оҙаҡ йылдар дауамында өнһөҙ торған ауылдарҙа тағы көй-моң ишетелгән.
Ҡаҙаҡтар өсөн көй — әҫәр генә түгел, был үҙ халҡының тарихы, уның йолалары һәм мәҙәниәте яңғырашы. Шуның өсөн дә ҡаҙаҡтар көй башҡарыусыларҙы — көйсөләрҙе — бик юғары баһалағандар, шулар араһында думбырасылар күпселекте тәшкил иткән (көйҙәр думбырала ғына уйналмаған, әлбиттә). Ҡаҙаҡ халҡы бына нимә ти: «Нағыз қазақ — қазақ емес, нағыз қазақ — домбыра!», һәм был һүҙҙәр «ысын ҡаҙаҡ ул ҡаҙаҡ үҙе түгел, ысын ҡаҙаҡ — домбыра!» тигәнде аңлата. Бының менән һәр бер ҡаҙаҡтың домбырала уйнауы бик мөһим икәнлеге һәм ҡаҙаҡтарҙың был уйын ҡоралына айырата һөйөүе һыҙыҡ өҫтөнә алынған.
Домбыра (ҡаҙ. домбыра) — ҡаҙаҡ халҡының ике ҡыллы сиртмә музыка ҡоралы. Шулай уҡ ноғайҙарҙың да халыҡ уйын ҡоралы. Аккомпанемент яһаусы һәм айырым башҡарыусы, шулай уҡ ҡаҙаҡ халыҡ музыкаһының төп ҡоралы сифатында ҡулланыла. Хәҙерге заман башҡарыусылары тарафынан да файҙаланыла.
Домбыраның корпусы груша формаһында һәм ладтарға бүленгән оҙон грифлы. Ҡылдары ғәҙәттә квартаға йәки квинтаға көйләнгән була.
Ҡаҙаҡ музыка мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаған халыҡ музыканты һәм композиторы Сағырбаев Ҡорманғазы иң бөйөк думбырасыларының, шул иҫәптән — думбыра музыкаһы ижадсыларының береһе булған: уның «Адай» музыкаль композицияһы Ҡаҙағстанда һәм сит илдәрҙә популярлыҡ яулаған.
Домбыра — иң популяр ҡаҙаҡ музыка ҡоралы. Домбыраға оҡшаған музыка ҡоралы ҡаҙаҡтарҙа ғына түгел, был ҡоралдың аналогтары күп халыҡтарҙа бар. Урыҫ мәҙәниәтендә формаһы яғынан оҡшаған инструмент — домра бар, таджик мәҙәниәтендә — Думраҡ, үзбәк мәҙәниәтендә — Думбыра, Думбраҡ, формаһы буйынса оҡшаш — Дутар, төрөкмән мәҙәниәтендә — Дутар, Баш, Думбыра, башҡорт мәҙәниәтендә — Думбыра, Аҙау буйы ноғай мәҙәниәтендә — Домбыра, әзербайжан һәм төрөк мәҙәниәтендә — Саз, яҡуттарҙа — Таҥсыр. Был ҡоралдар ҡайһы берҙә ҡылдарының һаны менән (3 ҡылға саҡлы), шулай уҡ ҡылының материалы менән (нейлон, металл) айырыла.
Домбыраның оҙонлоғо 80—130 см тәшкил итә. Музыка ҡоралының детале булараҡ, ладтары бәйләнгән (навязный), киртеп ултыртылған (врезной) була йә, үзбәк домраһындағы кеүек, бөтөнләй булмауы ла мөмкин[3].
Ҡыл | Нота | Октава |
---|---|---|
1 | g (соль) | Кескәй |
2 | d (ре) |
Думбыраның асыҡ ҡылдарының яңғырашы уның кварталы музыкаль көйләнешен барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ ул квинталы ла булыуы мөмкин[3]. Думбыра өсөн, тәүге ҡылдан башлап, тондарҙың юғарынан эҙмә-эҙлекле килеүендә: Соль, Ре (кесе октава).
Ҡылдар араһындағы интервалдар: g{ч.4}d (хәрефле октава системаһы#Гельмгольц нотацияһы, 4-се киҫәк — таҙа кварта).
Грифы 19 ладлы (уйын ҡоралындағы деталь) думбыраның музыкаль диапазоны ике тулы октава: кесе октава Ре нотаһынан икенсе октава Ре нотаһына саҡлы (кесе октаваның бер өлөшө, беренсе һәм икенсенең бер өлөшө) тәшкил итә.
домбра Викиһүҙлектә | |
Ҡаҙаҡ думбыраһы Викимилектә |
Эту литературу можно найти в Казахстане, г. Астана, Национальная Библиотека Республики Казахстан…
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |