Ҡорос | |
Төҫ | Һоро |
---|---|
Асыу датаһы | 1865 |
Тығыҙлыҡ | 7850 килограмм на кубический метр[1] |
Модуль Юнга | 210 гигапаскаль |
Етештереү ысулы | сталеплавильное производство[d] |
Код утилизации | 40 |
Ҡорос Викимилектә |
Ҡорос — тимерҙең углерод (0,02—2,14 %) менән иретмәһе. Составында углерод күләме 2,14 % күберәк булһа — иретмә суйын тип атала.
Cоставына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡатышмалары, шулай уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле.
Ҡоростарҙы классификациялауҙың күп ысулдары бар, мәҫәлән, ҡулланылышы буйынса, химик составы буйынса, сифаты буйынса, структураһы буйынса.
Ҡулланылышы буйынса ҡоростар күп категорияларға бүленәләр, конструкцион ҡорос, коррозияға бирешмәүсән (тутыҡмаусы) ҡорос, инструменталь ҡорос, эҫегә бирешмәүсән ҡорос, криоген ҡорос.
Химик составы буйынса ҡорос углеродлы[2] һәм ҡатыштырылған[3] ҡоросҡа бүленә; шул иҫәптән углерод миҡдары буйынса —түбән углеродлы (0,25 %-ҡа тиклем С), урта углеродлы (0,3—0,55 % С) һәм юғары углеродлыларға (0,6—2 % С) бүленә; ҡатыштырылған ҡорос ҡатыштырған элемент буйынса түбән ҡатыштырылған —ҡатыштырған элемент 4 %-ҡа тиклем, урта ҡатыштырылған — ҡатыштырған элемент 11 %-ҡа тиклем һәм юғары ҡатыштырылған — ҡатыштырған элемент 11 % -тан артыҡ, ҡоросҡа бүленә.
Ҡоросҡа, уны етештереү ысулы буйынса, төрлө миҡдарҙа металл булмаған ҡушымталар инә. Ҡушымтаның миҡдары буйынса ҡоросто сифаты буйынса классификациялайҙар: ғәҙәти сифатлы, сифатлы, юғары сифатлы һәм үтә юғары сифатлы.
Структураһы буйынса ҡорос аустенитлы, ферритлы, мартенситлы, бейнитлы һәм Перлитлы ҡоросҡа бүленә. Әгәр структураһында ике йәки күберәк фаза өҫтөнлөк итһә, ҡоросто ике фазалы һәм күп фазалы ҡоросҡа бүләләр
Хромоникельвольфрамлы ҡорос | 15,5 Вт/(м•К) |
Хромлы ҡорос | 22,4 Вт/(м•К) |
Молибденлы ҡорос | 41,9 Вт/(м•К) |
Углеродлы ҡорос (марка 30) | 50,2 Вт/(м•К) |
Углеродлы ҡорос (марка 15) | 54,4 Вт/(м•К) |
56,3 Вт/(м•К) |
ҡорос Ст3 (марка 20) | 1/°C |
тутыҡмаусы ҡорос | 1/°C |
конструкциялар өсөн ҡорос | 373—412 МПа |
кремнехромомарганецлы ҡорос | 1,52 ГПа |
машиналар төҙөлөшөндәге ҡорос (углеродлы) | 314—785 МПа |
рельс ҡоросо | 690—785 МПа |
Башҡортостанда ҡорос етештереү тау сәнәғәте үҫеше менән бәйле.
19 быуат башында тигелдә иретеү (был ысул 20 быуат башына тиклем файҙаланыла һәм электр м‑н иретеүгә алыштырыла) юлы м‑н ҡойолған Ҡорос Златоуст ҡорал фабрикаһында, Златоуст (Косотур) заводында алына.
19 быуат уртаһында П. П. Аносов Ҡорос төҙөлөшөн тикшерә, булат Ҡорос һ.б. алыу ысулдарын эшләй. 1940—2002 йй. Белорет металлургия комбинаты юғары сифатлы Ҡорос иретеү б‑са төп пр‑тие була (80‑се йй. 150‑нән ашыу маркаһын етештерә); Бөйөк Ватан һуғышы барышында И. П. Бардин етәкс. оборона сәнәғәте өсөн Ҡорос махсус сорттарын етештереү ойошторола. 90‑сы йылдарҙа Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында һәм Авиация техник университетында (Р.Ғ.Зарипова, Г. А. Салищев) интенсив пластик деформация ысулы м‑н субмикрокристалл һәм нанокристалл хәлендәге структураларҙы формалаштырыу иҫәбенә Ҡорос ныҡлығын арттырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (мәҫ., 12Х18Н10Т маркалы тутыҡмай торған Ҡорос ныҡлығы 2—4 тапҡырға арта).
Ҡоростоң үҙсәнлектәре уларҙың составына һәм структураһына бәйле, улар түбәндәге элементтарҙың булыуы һәм проценттарҙа нисбәте менән яһала:
Ҡороста 2,14 %-ҡа тиклем углерод була. Ҡорос тураһында тимер менән углерод иретмәһе булараҡ фәндең нигеҙен тимер-углерод иретмәләре торошо диаграммаһы — тимер менән углерод иретмәһенең уларҙың химик составына һәм температураһына бәйле фаза торошоноң график сағылышы тәшкил итә. Ҡоростоң механик һәм башҡа характеристикаларын яҡшыртыу өсөн легирлауҙы (ҡушымталар индереү) файҙаланалар. Күпселек ҡоростарҙы легирлауҙың төп маҡсаты — ферритта һәм аустенитта ҡушымта элементтарҙы иретеү иҫәбенә ныҡлығын арттырыу, карбидтар барлыҡҡа килтереү. Бынан тыш, ҡушымта элементтар тутығыуға ҡаршы ныҡлығын, эҫегә бирешмәүсәнлеген арттырырға мөмкиндәр. Хром, марганец, молибден, вольфрам, ванадий, титан кеүек элементтар карбидтар барлыҡҡа килтерәләр, ә никель, кремний, баҡыр, алюминий карбид барлыҡҡа килтермәйҙәр. Бынан тыш, легирлаусы элементтар сыныҡтырғанда һыуыныуҙың критик тиҙлеген кәметәләр, быны сыныҡтырыу режимын (йылытыу температураһын һәм һыуытыу мөхитен) билдәләләгәндә иҫәпкә алырға кәрәк. Легирлаусы элементтарҙың байтаҡ ҙур миҡдарында структура һиҙелерлек үҙгәрергә мөмкин, был углеродлы ҡорос менән сағыштырғанда яңы структур кластарҙың барлыҡҡа килеүенә килтерә.
Ҡорос баштағы торошонда үҙле, уны формаһын үҙгәртеү юлы менән (баҫым) эшкәртеп була: сүкеү, вальцовкалау, штамплау. Ҡоросто йылылыҡ менән эшкәрткәндән һуң үҙенең механик үҙсәнлектәрен һиҙелерлек үҙгәртеү һәләте уның төп үҙенсәлеге булып тора. Уның асылы махсус режим буйынса йылытҡанда, оҙаҡ тотҡанда һәм һыуытҡанда ҡоростоң структураһының үҙгәреүенән ғибәрәт. Йылытып эшкәртеүҙең түбәндәге төрҙәре бар:
Ҡорос ни тиклем углеродҡа бай, шул тиклем ул сыныҡтырғандан һуң ҡатыраҡ була. Углероды 0,3 %-ҡа тиклем булған ҡорос (техник тимер) сыныҡтырыуға бирелмәй.
Ҡоросто химик-термик эшкәртеү, структураһындағы үҙгәрештәргә өҫтәп, өҫкө йөҙөнөң билдәле бер тәрәнлегенә тиклем төрлө химик мәтдәләр өҫтәү юлы менән, өҫкө йөҙөнөң химик составын үҙгәртеүгә килтерә. Был процедуралар махсус мөхиттә контролдә тотолған йылытыу һәм һыуытыу системаларын ҡулланыуҙы талап итә. Был технологияларҙы ҡулланыу маҡсаттарының иң таралғандары араһында, урта өлөшө ныҡ үҙле булғанда өҫкө йөҙөнөң ҡатылығын арттырыу, ышҡылыу көсөн кәметеү, туҙыуға бирешмәүсәнлеген арттырыу, арыуға тотороҡлолоғон күтәреү һәм тутығыуға бирешмәүсәнлеген яҡшыртыу тора. Был ысулдарға инәләр:
Ҡоростоң маркалары | Йылылыҡ менән эшкәртеү | Ҡатылығы (үҙәге-өҫкө йөҙө) |
---|---|---|
35 | нормалләштереү | 163—192 HB |
40 | яҡшыртыу | 192—228 HB |
45 | нормалләштереү | 179—207 HB |
45 | яҡшыртыу | 235—262 HB |
55 | сыныҡтырыу һәм юғары ҡайтарыу | 212—248 HB |
60 | сыныҡтырыу һәм юғары ҡайтарыу | 217—255 HB |
70 | сыныҡтырыу һәм юғары ҡайтарыу | 229—269 HB |
80 | сыныҡтырыу һәм юғары ҡайтарыу | 269—302 HB |
У9 | яндырыу | 192 HB |
У9 | сыныҡтырыу | 50—58 HRC |
У10 | яндырыу | 197 HB |
У10 | сыныҡтырыу | 62—63 HRC |
40Х | яҡшыртыу | 235—262 HB |
40Х | яҡшыртыу+ юғары йышлыҡтағы ток менән сыныҡтырыу | 45-50 HRC; 269—302 HB |
40ХН | яҡшыртыу | 235—262 HB |
40ХН | яҡшыртыу+ юғары йышлыҡтағы ток менән сыныҡтырыу | 48-53 HRC; 269—302 HB |
35ХМ | яҡшыртыу | 235—262 HB |
35ХМ | яҡшыртыу+ юғары йышлыҡтағы ток менән сыныҡтырыу | 48-53 HRC; 269—302 HB |
35Л | нормалләштереү | 163—207 HB |
40Л | нормалләштереү | 147 HB |
40ГЛ | яҡшыртыу | 235—262 HB |
45Л | яҡшыртыу | 207—235 HB |
65Г |
HB — Бринелль буйынса ҡатылыҡ, HRC — Роквелл буйынса ҡатылыҡ.
Ҡорос етештереүҙә Ҡытай донъя лидеры булып тора, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса уның өлөшө 49 % тәшкил итә.
2015 йылда донъяла бөтәһео 1 620 млн тонна ҡорос етештерелә, 2017 йылда донъя етештереү күләме 1 691,2 млн тонна тәшкил итә[6].
Ҡорос иретеү буйынса ун лидер-илдәр исемлегенә инәләр[6]:
Ил | 2017 йылда иретелгән, млн тонн |
---|---|
Ҡытай | 831,7 |
Япония | 104,7 |
Һиндостан | 101,4 |
АҠШ | 81,6 |
Рәсәй | 71,3 |
Көньяҡ Корея | 71,1 |
Германия | 43,6 |
Төркиә | 37,5 |
Бразилия | 34,4 |
Италия | 24,0 |
Ҡорос етештереү континент һәм төбәктәр буйынса ошолай бүленә:
Донъя төбәктәре | 2011 йыл | 2017 йыл |
---|---|---|
Азия | 954 190 | 1 162 500 |
Европа союзы (27) | 177 431 | 168 700 |
Төньяҡ Америка | 118 927 | 116 000 |
БДБ (6) | 112 434 | 102 100 |
Көньяҡ Америка | 48 357 | 43 700 |
Ҡалған Европа | 37 181 | |
Яҡын Көнсығыш | 20 325 | |
Африка | 13 966 | |
Океания | 7 248 | |
Бөтәһе донъяла | 1 490 060 | 1 691 200 |
2008 йылда донъяла 1 млрд 329,7 млн тонна ҡорос етештерелә, был 2007 йылдағынан 1,2 %-ҡа кәм. Был йыллыҡ етештереү күләменең һуңғы 11 йылда тәүге ҡыҫҡарыуы була.
Донъя ҡорос иретеү тармағында өлөшө 98%-тан кәм булмаған донъяның 66 илендә, 2009 йылдың тәүге алты айы һөҙөмтәһе буйынса, алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, ҡорос етештереү 21,3 %-ҡа кәмей — 698,2 млн тоннанан 549,3 млн тоннаға тиклем (World Steel Association статистикаһы).
Ҡытай 2008 йылдың шул уҡ осорона ҡарата ҡорос етештереүҙе 1,2 %-ҡа — 266,6 млн тоннаға тиклем арттыра, Һиндостанда ҡорос етештереү 1,3 %-ҡа — 27,6 млн тоннаға тиклем арта.
Ҡорос етештереү АҠШ-та 51,5 %-ҡа, Японияла — 40,7 %-ҡа, Көньяҡ Кореяла — 17,3 %-ҡа, Германияла — 43,5 %-ҡа, Италияла — 42,8 %-ҡа, Францияла — 41,5 %-ҡа, Бөйөк Британяла — 41,8 %-ҡа, Бразилияла — 39,5 %-ҡа, Рәсәйҙә — 30,2 %-ҡа, Украинала — 38,8 %ҡа кәмей.
2009 йылдың июнендә ҡорос етештерең донъяла 99,8 млн тонна тәшкил итә, был 2009 йылдың май айы менән сағыштырғанда 4,1 %-ҡа күберәк.
Төрлө йылдарҙа эре етештереүселәр буйынса ҡорос етештереү (млн тонналарҙа):
Рейтинг 2019 йылда |
Етештереүсе | Ил | Етештереү 2006 йылда[7] |
Етештереү 2007 йылда[7] |
Етештереү 2019 йылда[8] |
---|---|---|---|---|---|
1 | ArcelorMittal | Люксембург | 117,98 | 116,40 | 97,31 |
3 | Nippon Steel | Япония | 33,70 | 34,50 | 51,68 |
12 | JFE Steel | Япония | 31,83 | 33,80 | 27,35 |
5 | POSCO | К. Корея | 31,20 | 32,78 | 43,12 |
2 | China Baowu Group (Shanghai Baosteel) | Ҡытай | 22,53 | 28,58 | 95,47 |
9 | Tata Steel | Һиндостан | 23,95 | 26,52 | 30,15 |
6 | Shagang Group (Jiangsu Shagang) | Ҡытай | 14,63 | 22,89 | 41,10 |
4 | HBIS Group (Tangshang) | Ҡытай | 19,06 | 22,75 | 46,56 |
26 | US Steel | АҠШ | 21,25 | 20,54 | 15.37 |
2 | China Baowu Group (Wuhan) | Ҡытай | 13,76 | 20,19 | - |
14 | Nucor | АҠШ | 20,31 | 20,04 | 23,09 |
1 | ArcelorMittal (Riva) | Италия | 18,19 | 17,91 | - |
30 | Gerdau Group | Бразилия | 15,57 | 17,90 | 13,13 |
35 | ThyssenKrupp | Германия | 16,80 | 17,02 | 12,25 |
37 | Северсталь | Рәсәй | 17,60 | 16,75 | 11,85 |
28 | Евраз | Рәсәй | 16,10 | 16,30 | 13,81 |
7 | Ansteel Group (Anshan) | Ҡытай | 15,00 | 16,17 | 39,20 |
2 | China Baowu Group (Maanshan) | Ҡытай | 10,91 | 14,16 | - |
18 | Sail | Һиндостан | 13,50 | 13,87 | 16,18 |
32 | ММК | Рәсәй | 12,45 | 13,30 | 12,46 |
24 | Techint | Аргентина | 12,83 | 13,20 | 14,44 |
10 | Shougang | Ҡытай | 10,55 | 12,85 | 29,34 |
23 | China Steel Corp | Тайвань | 12,48 | 12,67 | 15,23 |
11 | Shandong Steel (Jinan) | Ҡытай | 11,24 | 12,12 | 27,58 |
8 | Jianlong Group | Ҡытай | - | - | 31,19 |
13 | Valin Group | Ҡытай | - | - | 24.31 |
Рейтинг 2019 йылда[8] |
Етештереүсе | Етештереү 2006 йылда[7] |
Етештереү 2007 йылда[7] |
Етештереү 2010 йылда[9] |
Етештереү 2019 йылда[8] |
---|---|---|---|---|---|
37 | Северсталь | 17,60 | 16,75 | 14,70 | 11,85 |
28 | Евраз | 16,10 | 16,30 | 16,29 | 13,81 |
32 | ММК | 12,45 | 13,30 | 11,40 | 12,46 |
21 | НЛМК | 9,13 | 9,06 | 11,50 | 15,61 |
70 | Металлоинвест | 6,28 | 6,43 | 6,10 | 4,87 |
86 | Мечел | 5,95 | 6,09 | 6,07 | 3,60 |
100 | ТМК | 2,15 | 2,19 | 2,60 | 3,12 |
Ҡалып:Глобализировать Ҡорос продукцияһының күпселек өлөшө мотлаҡ сертификацияланырға тейеш. Ябайлыҡ өсөн был бүлектә артабан «прокат» телгә алынасаҡ, ләкин шул уҡ талаптар сүкелмәләргә, ҡойолмаларға, металл эшләнмәләргә (әйберҙәргә) (мәҫәлән, сым, һалҡын прокат таҫмаһы) һәм башҡаларға ла ҡағыла. Сифат сертификаты предприятие-етештереүсе тарафынан рәсмиләштерелә һәм продукцияның ғәмәлдәге нормативтарға (ГОСТ-ҡа, ТУ һәм башҡаларға) тап килеүен раҫлай.
Төп нормалаштырылыусы характеристикалар:
Прокаттың ниндәйҙер төрҙәре өсөн һәр характеристика айырым ГОСТ менән нормалаштырыла; ниндәйҙер ГОСТтар ике һәм хатта бөтә өс характеристиканы берләштерә.
Миҫалдар:
1. Ҡоростоң 3сп-5 маркаһынан эҫеләй һуҙылған 50х50х5 мм оҙонлоғо 12,0 м булған мөйөш өс ГОСТ менән нормалаштырыла:
2. ст20 маркаһынан эҫеләй һуҙылған 25 мм түңәрәк тик ике ГОСТ менән нормалаштырыла:
3. Арматура АIII 28 мм 25Г2С маркаһынан — бөтә параметрҙары ГОСТ 5781-82 буйынса регламентлана.
Ярашлылыҡ сертификаттары (башлыса), предприятие эшләп сығарған прокаттың теге йәки был төрө, прокатҡа тура ҡағылышы булмаған талаптарға: санитар-гигиеник, төҙөлөш, сәнәғәттең атом, авиация, суднолар төҙөү һәм ҡайһы бер башҡа махсус өлкәләренә кәрәкле прокатҡа ҡуйылған айырым талаптарға, яуап бирә тип раҫлай. Бындай сертификаттар, прокаттың тәғәйенләнешенә бәйле, махсус вәкәләт бирелгән ойошмалар тарафынан бирелә.
Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.