Ҡумандар | |
Ҡулланылған тел | половецкий язык[d] |
---|---|
Ҡумандар Викимилектә |
Ҡумандар (рус. половчане[1]) ҡыпсаҡтар, эндоэнтноним — ҡыпсаҡ (қыпчақ[тар]), һуңыраҡ этноним татарҙар (татарлар])[2] ҡулланыла; Европа һәм Византия сығанаҡтарында — ҡумандар (лат. cumani, comani, грек. kο[υ]μάνοι), һуңыраҡ татарҙар (грек. τάταροι) — тарихи төбәктә йәшәгән Ҡыпсаҡ далаһы йәки Дәште Ҡыпсаҡ[3] булараҡ билдәле булыуынса күсмә[4][5][6] төрки халыҡтар[7], Урыҫ сығанаҡтарына — сарочиндар, Венгрия сығанаҡтарында — кундар[8].
XI быуат башында Волга аръяғынан Ҡара диңгеҙ буйындағы далаларға бәшнәктәр һәм төрөктәрҙе ҡыҫырыҡлап үрләйҙәр. Шунан ҡумандар Днепрҙы киҫеп, Дунайҙың түбәнге ағымына етәләр, шулай итеп Дунайҙан Иртышҡа тиклем Бөйөк даланы биләйҙәр, ошо ваҡыттан көнсығыш сығанаҡтарҙа Дәште Ҡыпсаҡ (Ҡыпсаҡ далаһы).тип атала.
Алтын Урҙа барлыҡҡа килгәндә (XIII быуат уртаһында) ҡыпсаҡтар аҙ һанлы күп телле ҡәбиләләрҙе ассимиляциялайҙар һәм уларға үҙ телдәрен тапшыралар. Һуңыраҡ ҡыпсаҡ теле хәҙерге ҡыпсаҡ төркөмө телдәре: татар ҡараим, ҡырымсаҡ, ҡарасәй-балҡар, ҡумыҡ, нуғай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡараҡалпаҡ, татар, себер татар-монгол, башҡорт телдәре нигеҙендә ята.[9].
Традицион ҡарашҡа ярашлы[10][11][12][13][14], ҡыпсаҡтар, ҡуман һәм ҡыпсаҡтар — бер халыҡтар исеме.
Икенсе версия буйынса, ҡыпсаҡтар ике ҙур тармаҡ булып тора[15]: ҡуман-ҡыпсаҡ һәм ҡун-ҡыпсаҡ (токсобич)[16]; ҡыпсаҡтар көнбайыш тармаҡтан торалар — ҡыпсаҡтар-һарыларҙан һәм көнсығыш — ҡундарҙан[17]. Ю. А. Евстигнеев версияһы буйынса, куман, кун һәм ҡыпсаҡтар (һарылар) төрлө халыҡтар булғандар. С А. Плетнева[18] версияһы буйынса ҡыпсаҡтар (шарҙар, ҡумандар) һәм кумандар (Днепрҙан көнбайыштараҡ) төрлө халыҡтар булған.
Көнбайыш Европа һәм Византия сығанаҡтарында ҡумандар тип ҡыпсаҡтарҙы атайҙар[19][20] Мәҫәлән, Анна Комнина Левунион янындағы алыш менән бәйле, бәшнәктәр һәм ҡумандар бер телдә һөйләшкәндәр, тип хәбәр итә.[21]). Дон уйһыулығында һәм Азов диңгеҙенең төньяҡ яр буйында — сар-ҡыпсаҡ (ҡыпсаҡтар) йәйләүҙәрендә таш һындар йыш осраған. Шуға күрә Плетнева С. А[18] таш һындарҙың юҡлығына таянып, ҡумандарҙың сиктәрен Днепрҙан көнбайыштараҡ билдәләй.
Кундар, һарылар кеүек үк, 1030 йылдарҙа күсмә ҡәбиләләрҙең «миграция сылбырында» даими рәүештә көнсығыш күршеһе булып тора. Дон ҡыпсаҡтары-токсобичтарҙың кундарға ҡарағанлығы тураһында фараз бар[22] .
XI—XIII быуаттарҙа кун исеме венгр һәм урыҫ сығанаҡтарында ҡумандар менән бер рәттән ҡыпсаҡ,ҡумандар һәм венгер ҡумандары осрай[23].
Кундар (токсобичтар) ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында урта быуат монгол ҡәбиләһе татар менән тиңләштерелә. И. Маркварт һәм В В. Бартольд буйынса, улар ҡыпсаҡтар составында монгол компонентын тәшкил итәләр.. Ибн-Халдун ҡәбилә-ырыуҙары ҡыпсаҡтар ыҙғышның айырмаһын аңлата: «Дурут ҡәбиләһе ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең береһе, ә Токсоб ҡәбиләһе татарҙарҙан килә». Ан-Нувайри буйынса, токсоб һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләләре араһындағы «боронғо көндәшлек» токсобтарҙың монгол илбаҫарҙары яғына күсеүе һәм дуруттарҙың тар-мар ителеүе менән тамамлана[24]. В. В. Ушницкий буйынса,ҡимаҡтарҙың һәм ҡыпсаҡтарҙың монгол сығышлы булыуын яҡлаусы аргумент булып ҡимаҡ династия ырыуының татар сығышы икәнлеген дәлилләүсе урта быуаттарҙағы мосолман сығанаҡтарының хәбәрҙәре тора.[25].
Башта "ҡыпсаҡтар"этнонимын ялан (поле) һүҙе менән бәйле тип фаразлайҙар (далала йәшәүселәр мәғәнәһендә). XVI быуатта беренсе булып бындай фекерҙе Герберштейн Сигизмунд әйтә. Рус тарихсылары фекере менән дә беренсе булып уртаҡлаша. Мәҫәлән, XIX быуаттың башында был фаразды. А. М. Щекат былай тип әйтә: "Половцы исемен ҡыпсаҡтарға,улар күсеп йөрөгән ялан (поле) менән бәйләп урыҫтар бирә..
Хәҙерге тарихи графикала иң ныҡ таралған аңлатма «половец» «половый», йәғни «һарғылт-аҡ, һарғылт»[26]. Был ҡарашты тәүгеләрҙән 1875 йылда А.Куник тәҡдим итә. Һалам славян телендә «плава», ә һалам төҫө — «плавый», шуға ярашлы половый, plavý һәм plowy хәҙерге рус, чех һәм поляк телдәрендә бер үк төрлө — һары төҫтө белдерә.Ҡыпсаҡтарҙың славян атамаһы шул һүҙҙәрҙән -цы/-чи ҡушып (половцы, plavci һәм plawci). барлыҡҡа килә. Немец һәм әрмән сығанаҡтарында половцы шул уҡ мәғәнә биргән һүҙҙәр (фальба һәм хардеш) "аҡһыл-һары, һалам төҫөн " аңлата.. Половцы төрки телле ҡәбиләләрҙә сары-ҡыпсаҡ (һары ҡыпсаҡ), тип аталған. Шулай итеп, половцы — был этноним славян теле тәржемәһе.[18]. Д. А. Расовский "Происхождение половцев " 1935 йылда яҙылған мәҡәләһендә ҡыпсаҡтарҙың аҡһыл һарғылт сәсле булыуына ҡарата фараздың оҙаҡ ваҡыт дәүғә ителеүен билдәләп китә. Сөнки тәнҡитселәр араһында ҡыпсаҡтарҙың һәм, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың аҡһыл һарғылт сәсле була алмай тигән стереотип нығынған була, әммә һөҙөмтәлә аҡһыл һарғылт сәсле фаразы ҡабул ителә[27].
Е Ч Скржинская фекере буйынса этноним «половьци» половици һүҙенән килеп сыҡҡан. Днепр йылғаһының уң ярында, Киев ҡалаһы ултырған ерҙә йәшәүселәр,һул яҡ ярҙағы күскенселәрҙе шулай тип «той стороны» — «оного полу» атап йөрөткәндәр. Ошо уҡ һүҙҙе «половици» Новгородттың беренсе йылъяҙмаһын өлкән яҙып барыусы 1219 йылдың мәҡәләһендә Волхов[28] йылғаһының ҡаршы ярындағы новгородлыларға ла ҡарата ҡулланыла. Новгород йылъяҙмаһындағы «половица» йылға ярының икенсе яғында йәшәүселәр «бережан» мәғәнәһендә. «Половьци» боронғо урыҫ йылъяҙмаһында — был Половец яланында, йәғни Днепрҙың һул ярында.ҡумандар урынлашҡан. Әммә ҡумандар Днепрҙың һул яры буйлап ҡына урынлашмаған, улар йәйләүгә уң ярға ла күсенергә мөмкин; бигерәк тә рус кенәздәре менән килешеүҙәр төҙөгәндән һуң, хатта йыш ҡына улар туғанлашҡандар ҙа. Новгород һүҙен «половици» новгород әйтелешенән сығып «половичы» тип уҡыу кәрәк, йәғни, ысынлап та « йылғаның билдәле бер яғында йәшәүселәр». Әммә «половьци» һүҙенә уның бер мөнәсәбәте лә юҡ. Бында күҙгә бәрелеп торған үҙенсәлекле омонимия сағылышы: беренсе осраҡта тамырҙары полъ+ович, икенсеһе — половъ+ци (йәғни славянса ҡыпсаҡтарҙы билдәләү)[29].
Һүҙ «ҡыпсаҡтар» (qïvçaq) боронғо төрөк телендә бәхетһеҙ тигәнде аңлата, тамыры — qïv (бәхет; уңыш) һәм аффиксы çaq (нигеҙ аффиксы булараҡ) һүҙҙең мәғәнәһе «уңышлы, бәхетле» , ә qïvsïz (бәхетһеҙ) һәм çaq (мәл, ваҡыт)[30] һүҙе килеп сығырға тейещ түгел.
Күп кенә төрки телдәрҙә, татар, ҡырым татарҙарында «ҡыпсаҡ» «тәгәрмәс» йәки " ике тәгәрмәсле арба"тигәнде аңлата. Рифҡәт Әхмәтйәнов, Зәки Вәлиди фекере буйынса был һүҙ барлыҡҡа килгән йә «ҡоба», тимәк ҡоро дала, йә Гоби; — «кыв» йәки «кыва» һүҙҙәренән, тимәк буш, ҡыуыш[31] тигәнде аңлатҡан һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килеү мөмкинлеген.күрһәтә.
Икенсе версия буйынса, этноним 'ҡыпсаҡтар' тимәк — саҡтарҙың, өлөшө, бәләкәй саҡтар'[32].
Тикшеренеүселәр фекере буйынса, ҡыпсаҡтар динлиндарҙың тоҡомдары тип һанайҙар. Улар хунну ҡәбиләләре тарафынан буйһондоролғандар. Этноним «ҡыпсаҡ» беҙҙең эраға I быуат аҙағында ҡытай хроникаларында «кюе-ше» формаһында 201- се йылдарҙа беҙҙең эраға тиклем телгә алынған,һуңыраҡ .«циньча» йәки «кинға-ча» (вэньянь 欽察).. Был фекер буйынса, «циньча» — 13-14 — се быуаттарҙа "ҡыпсаҡ " этнонимы өсөн стандарт ҡытай транскрипцияһы[14].
Беҙҙең эраға тиклем 201 йылда телгә алынған «кюеша» йәки «цзюеше» термин ҡыпсаҡтарҙы беренсе иҫкә алыныуы, тип иҫәпләнә бер төркөм I быуат аҙағындағы хунну ҡәбиләләре буйһондорған динлиндар[14] теорияһын яҡлаусы тикшеренеүселәр тарафынан, ләкин С Г. Кляшторный фекере буйынса был версия фонетик яҡтан аҡланмай.[33].
Рәшит әд-Диндең «Йылъяҙмалар йыйынтығында» ҡыпсаҡтарҙың генеологик килеп сығышы тураһында риүәйәттәр һаҡланған. Уғыҙхан тураһындағы риүәйәт буйынса, мифик малайға, «ҡыпсаҡ»[34] исеме бирелә.Малай уғыҙҙарҙың ит-барак ҡәбиләләренә ҡаршы уңышһыҙ походы ваҡытында ағас ҡыуышында тыуған[35] . Рәшид әд-Дин әйтеүенсә, ҡыпсаҡтар уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләнең береһе булған.[36].
Ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары — сира (сары-һары, шар, сюеяньто ҡытай сығанаҡтарында) IV—VII быуаттарҙа монгол Алтайы һәм көнсығыш Тянь-Шань. далалары араларында күсенеп йөрөгәндәр. Был 15 уйғыр ҡәбиләһе һанында атала. 630 йылда улар тарафынан «Ҡыпсаҡ» атамаһы менән дәүләт төҙөлә. Был этнонимдың иң иртә теркәлеү осрағын таш стелаларҙағы соҡоп яҙылған яҙмаларҙа осратабыҙ. Улар 1909 йылда Раместед тарафынан Үҙәк Монголияның Селенга йылғаһынан көньяҡтараҡ табылған. Әҙәбиәттә был эпитафия «Селенгинский камень» исемен ала. Ундағы соҡолған текст Билге-ҡағанат ерләү комплексының бер өлөшө булып тора. Билге-ҡағанат монгол далаларында Көнсығыш-төрки ҡағанатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған. Стеланың төньяғындағы дүртенсе юлда һуғылған: «Төрки ҡыпсаҡтар беҙҙең менән 50 йыл хакимлыҡ иткәндә..»[37]. Ҡағанат һуңынан башҡа ҡәбиләләр һәм ҡытайҙар тарафынан VII быуат урталарында юҡ ителгән. Сирҙарҙың байтаҡ өлөшөн уйғырҙар юҡ итә., ә ҡәбиләнең ҡалғандары Иртыш үренә һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан далаларына күсенә. Сирҙар үҙ атамаларын «ҡыпсаҡ» («злосчастный»)[33]менән алмаштыралар
744 йылда ҡыпсаҡтар Көнсығыш төрки ҡағанатлығы уйғырҙарынан тар-мар ителгәндән һуң, Ҡыймаҡ ҡағанлығы, хәҙерге төньяҡ-көнбайыш Ҡаҙағстан территорияһы составында ҡалалар. Көнсығыштан ҡимаҡтар менән сиктәш, көньяҡтан уғыҙҙар менән һәм көнбайыштан хазарҙар менән сиктәш булып ҡалалар.
IX быуатта беренсе тапҡыр мосолман географы Ибн Хордадбех тарафынан билдәләнә:
«Төрөк туғузғуҙҙар иле - иң киң төрөк илдәренең береһе.Улар ас-Син, ат-Туббат һәм ҡарлуҡтар менән сиктәштәр. Артабан ҡимаҡтар, ғуздар, чигилдар, төргөштәр, азкиштар, ҡыпсаҡтар, ҡырғыҙҙар, йылғаның теге яғындағы мускус, карлуктар һәм халаджиҙар. ».
.
— Ибн Хордадбех. Книга путей и стран // Пер. с араб., коммент., исслед., указ. и карты Н. Велихановой; АН АзССР, Институт востоковедения. — Баку: Элм, 1986., с.66
IX быуатта кимактар өҫтөнән үҙҙәренең гегемонияһын урынлаштырыуға ирешәләр. X быуат уртаһында тулыһынса уларҙы йоталар[38][39].
XI быуат башында ҡыпсаҡтар тығыҙ рәүештә Хорезмдың төньяҡ-көнсығыш сиктәренә йүнәлә. Уғыҙҙарҙы Һырдаръя уйһыулыҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығаралар. Уларҙы Урта Азияға һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы далаларына күсенергә мәжбүр итәләр. XI быуат уртаһында ҡыпсаҡтарға Ҡаҙағстандың күп территориялары буйһона,Семиречьянан башҡалаһы. Көнсығыш сиктәре Иртыш йылғаһы яғында ҡала, көнбайыш сиге Волгаға тиклем һуҙыла., ә көнбайыш сиге булып Көнбайыш Себер урмандары хеҙмәт итә..
XI быуаттың икенсе яртыһынан татар-монгол ябырылыуына тиклем ҡыпсаҡтар даими көньяҡ Русҡа. һөжүм итеп торғандар- Улар ерҙәрен буш ҡалдырғандар, мөлкәттәрен һәм малдарын алып киткәндәр, әсирлеккә төшөргәндәр.Ҡыпсаҡтар тиҙ һәм ҡапыл һөжүм иткәндәр; урыҫ кенәздәре уларҙан әсирҙәрҙен, малдарын кире ҡайтарырға тырышҡандар. Күберәк ҡыпсаҡтарҙан сик буйҙарындағы Переяслав,Киев һәм Рязянь кенәзлектәре яфа сиккән. Ҡайһы берҙә Русь ҡыпсаҡтарҙан үҙенең әсирҙәрен һатып алған.[40][41].
Уларҙың беренсе тапҡыр урыҫ сиктәренә утеп инеүе 1055 йылда була. Ҡыпсаҡ ханы Болуш урҙаһы менән Переяслав кенәзлегенә үтеп инә. Кенәз Всеволод Ярославович етәкселегендәге дружина менән осраша. Осрашыу тыныс үтә — бүләктәр бирешеп, үҙ яҡтарынан таралышалар. Ул мәлдә ҡыпсаҡтар урыҫ кенәзлектәре менән хәрби ҡаршылыҡҡа килмәгәндәр, далала урындағы дала халыҡтаы вәкилдәре менән һуғышыуҙарын дауам иткәндәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәлдәр үҙгәрә. 1061 йылда Всеволод Ярославович хан Искал Переяслав тарафынан еңелеүгә тарығас, Переяслав ерҙәре бөлөүгә дусар ителә.1068 йылдың сентябрь айында ҡыпсаҡтар Альт йылғаһы буйындағы алыштарҙа Ярославич ғәскәрен ҡыйраталар һәм сик буйы ерҙәрен туҙҙыралар. Был ваҡыттан һуң ҡыпсаҡтарҙың рус ерҙәренә хәрби походтары даими була башлай. Йыш ҡына урыҫ кенәздәре араһындағыларҙың берәйһе менән союзда булалар. 1078 йылда ҡыпсаҡтар Нива Нежатина һуғышында ҡатнашалар, Ярославич Изяслав Киевский һәләк була.
1093 йылда ҡыпсаҡтар Стугна йылғаһы буйындағы һуғышта Святополк Изяславич Киевский , Мономах Владимир Всеволодович һәм Ростислав Всеволодович Переяслав берләшкән ғәскәрҙәре өҫтөнән еңеү яулайҙар.. Бынан һуң улар Олег Святославичҡа Чернигов мираҫы өсөн көрәштә ярҙам итәләр, 1094 йылда Владимир Мономахты Черниговты ҡалдырырға мәжбүр итәләр, әммә 1096 йылда урыҫтарҙан тәүге еңелеүгә дусар булалар. Туғархан һәләк була.
1099 йылда Давыд Игоревич Вяр йылғаһы буйында , Перемышлянан алыҫ түгел, ҡыпсаҡ ханы Бонаҡ ярҙамы менән король Кальман етәеселегендәге венгр ғәскәренә еңелеү килтерә (Коломан — урыҫ йылъяҙмаларында).
Русь көньяҡ сиктәренә оборона нығытмалары ойоштора һәм союздаш, тыныс төркиҙәр (билдәле ҡара ҡалпаҡ исеме менән булған) сиктәренә урынлаша. Ҡара ҡалпаҡтарҙың үҙәге Киев кенәзлеге биләмәләренең көньяҡ сигендәге Поросье була. Ҡара ҡалпаҡтар Киев кенәзлегенең мөһим хәрби көсө булып торған. Улар бөтә ҡораллы предприятиеларҙа ла ҡатнашҡан тиерлек.
Урыҫтар ҡайһы саҡта ҡумандар менән Ҡыпсаҡ ерҙәренә төпкә инеп һуғышҡандар. Бындай походтар дөйөм урыҫ походтары сараларына әүерелгән. Беренсе тапҡыр Святополк һәм Мономах дәүерендә, артабан Изяслав Мстиславич, Мстислав Изяславиче, Святослав Всеволодович, Роман Мстиславич, улар, мотлаҡ , уңышлы тамамланғандар. 1185 йылда уңышһыҙ поход хәрәкәте геройы миҫалы булып («Слово о Полку Игрове» Игорь Святославич тора.
XII быуаттың башында Долобский съезынан һуң (1103 йыл), ҡыпсаҡтар Святополк Изяславич һәм Владимир Мономах тарафынан Кавкаға, Волга һәм Дон аръяғына ҡыҫырыҡланалар. Кавказда ҡыпсаҡтар грузин батшаһы Давид Строителгә хеҙмәт итә башлайҙар. Улар Грузияны төрөк- сәлжүктәренән таҙартырға ярҙам итәләр, грузин армияһының төп ядроһы булып торалар.
Владимир Мономах вафатынан һуң (1125 йыл) ҡыпсаҡтар ҡабат урыҫ кенәздәренең үҙ-ара көрәштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Ҡағиҙә булараҡ,Суздаль һәм Новгород- Север кенәзлектәре яҡлап Волынь. кенәзлегенә ҡаршы һуғышалар. Ике яҡтан да тәхет өсөн көрәш процесына половец-ҡыпсаҡтарҙы йәлеп итергә тырышҡандар.. Бында Всевольд Ольгович айырым тырышлыҡ күрһәтә. Всеволод Ольгович 1128 һәм 1135 йылдарҙа Киевты баҫып алырға тырыша. 1135 йылда бында ҡыпсаҡ урҙаһы ханы Башкорт хан әүҙем ҡатнаша. Ул 20 меңгә яҡын кешеһе менән Всеволдҡа ярҙамға килә.
Чернигов кенәзе Владимир Давыдовичтың тол ҡалған йәш ҡатыны, үҙе менән бәләкәй улын алып, Изяслав Давыдовичтың Черниговта ҡыҫырыҡлауынан яҡлау эҙләп ,Башҡорт ханға килә һәм уға кейәүгә сыға. Был хаҡта 1159 йылдағы Ипатьевский йылъяҙмаһында яҙыу бар: Приде Изяславу болши помочь приде к нему Башкорд в 20.000 (то есть, с двадцатитысячным войском) отчим Святослава Володимиреча: бе бо мати его бежала в Половци и шла за ним".
Половцы-ҡыпсаҡтар 1169 йылда Киевты тар-мар итеүҙә ҡатнашалар. Артабан ҡыҫҡа ваҡыт тыныс тормошта һыйышып йәшәйҙәр. Был ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшөн христианлаштырыу осоро ла. Этнолог һәм тарихсы Л.. Н. Гумилев ҡыпсаҡтарҙың украиндар[42].этногензында ҡатнашыуын билдәләй.
1091 йылда ҡыпсаҡтар рус кенәзе Василько Ростиславич менән бергә бәшнәктәр менән һуғышҡан Византияға ярҙам күрһәтәләр. Улар Лебурн янындағы һуғышта әсирҙәре менән .юҡ ителә, Әммә 1092 йылда ҡыпсаҡтар самозванец Лжедиогенға ярҙам итәләр һәм Византия территорияһына баҫып инәләр. 1095 йылда ҡыпсаҡ ғәскәре еңелә. Самозванец Византия ғәскәрҙәре тарафынан әсирлеккә алына.Ҡыпсаҡтар йәйләүҙәренә кире ҡайтырға мәжбүр була.
Ҡыпсаҡтар Икенсе Болғар батшалығына әһәмиәтле йоғонто яһайҙар һәм болғарҙарҙың икенсе батшалығы барлыҡҡа килгәндә уларҙың ышаныслы союздашы булалар.. Ҡыпсаҡтар Асень династияһынан булған болғар батшаларының иң билдәле алыштарынында ҡатнашалар. Урта быуатта икенсе болгар батшалығының иң яҡшы йылдарында уларҙың союдаштары һәм. шул уҡ ваҡытта, болғарҙар тарафынан ассимиляцияға дусар ителгән халыҡтарҙың береһе булған..
Болгарияла беренсе тапҡыр ҡыпсаҡтар 1186 йылда телгә алына.. Батша Иван Асень I ҡыпсаҡтарҙан торған ҙур армия ҡапыл Дунайға күсә. Улар менән император II Исаак Ангелдың болғарҙар ихтилалын баҫтыра[43]. 1190 йылда II Исаак Ангел махсус флот ебәрә. Был ҡамауҙа ҡалған болғарҙарға ҡыпсаҡтарҙы ярҙамға килеүенә ҡамасаулау өсөн эшләнә. Әммә Дунай блокадаһын өҙөү һәм ҡыпсаҡтарҙың Дунай ашай сығыуы византийсылар араһында паника тыуҙыра, император ғәскәрҙәрен еңелеүгә килтерә.. Петр һәм Асень батшаларҙың ҡустыһы Калоян батша хакимлығы ваҡытында, болғарҙарҙың союздашы булған ҡыпсаҡтар, болғарҙар союздаш булып, подданныйҙарға әйләнә. Дәүләт идаралығында ҡатнашалар һәм унда юғары вазифа биләйҙәр. Калояндың ҡатыны ҡыпсаҡ ханының ҡыҙы булған, ә ағаһы ҡыпсаҡ Манастр — болғар полководецы. Ул Калояндың иң яҡын көрәштәштәренең береһе. Әммә Салоникиҙы ҡамау барышында Калояндың көтөлмәгән үлемен Манастрға япһарыу йыш ҡына килтерелә.
1204 йылда Венгр короле Имре папа Иннокентий III былай тип зарланған: "Батша Калоян уға ҡаршы «мәжүсиҙәрҙең армияһын» файҙаланған. Ул бында ҡыпсаҡтарҙы күҙ үңында тотҡан..
Шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың данлыҡлы Андрианополде янындағы Алышта ҡатнашлығы хәл иткес була. Был алышта IV тәре походы ғәскәрҙәре тар-мар ителә һәм Латин империяһы императорын әсирлеккә төшөрәләр.[43].
Был алыштарҙа ҡыпсаҡ атлылары хәл иткес роль уйнай: ике көн рәттән ике маневр яһап әүрәтеп, ҡыпсаҡтарға граф Луи де Блуа ауыр кавалерияһын, ә уның артынын бөтә атлы рыцарҙарын эҙерлекләүгә өлгәштерәләр.Ҡыпсаҡтар уларҙы болғарҙар боҫоп көтөп торған урынға әүрәтеп алып киләләр. Шулай итеп. бөтә рыцарь ғәскәре һәләк була.[43]
Һуңғы ваҡытта ҡыпсаҡтар ҙур булмаған Асень Иван II армияһына өлгөрәләр,1230 йылдағы билдәле Клокотница янындағы алышта ҡатнашалар. Шулай итеп, улар үҙ исемдәрен тарихта ҡалдыралар. Сөнки Иван Асень II яугирҙары күп тапҡыр һан яғынан өҫтөнлөк иткән Эпир ғәскәрен еңә.һәм сираттағы император-деспот Эпирҙы, федор Комнинды бөтә ғаиләһе менән әсирлеккә төшөрә..[43]
Емектәрҙең ҡышҡы йәйләүҙәре (идентификация мәсьәләһе асыҡ ҡала, ентекләберәк Ҡимаҡтар мәҡәләһен ҡара) Һырдаръя һәм Приаралье үҙәндәрендә Хорезм сиктәрендә урынлашҡан.. Унда уларҙың Сығнак. ҡалаһы булған. Емектарҙан көнсығыштараҡ, Иртыш менән наймандар сиктәрендә , ҡаңлылар йәйләүҙәре булған. XII быуаттың икенсе яртыһында хорезмшах Ала ад-Дин Тәкәш ҡаңлы ҡәбиләһе ҡыпсаҡ батшабикәһе Теркен-ҡатынға өйләнә. Бынан һуң ҡаңлыларҙың бер өлөшө Хорезмға күсенә. Ҡыпсаҡ ҡатыны Хорезм хакимәтендә күренекле урын биләй. XIII быуат башында Теркен-ҡатындың ағаһы Каирхан Отраре наместнигы була .Сама менән шул уҡ ваҡытта емектарң хорезмшах тарафынан үҙ ерҙәренә күсерелә. Монгол баҫҡынсыларының Урта Азияны яулауы формально Каирхандың монгол илсеһен юҡ итеүҙән башлана, тип иҫәпләнә. (1218).
1222—1223 йылдарҙа ҡыпсаҡтар аландарға монголдарға ҡаршы һуғышҡанда ярҙам иткәндәр, ләкин монгол-татарҙары мөрәжәғәтенән һуң үҙҙәренең союздаштарын ташлап китәләр. Шунан ҡыпсаҡтарҙы монгол ғәскәрҙәре Донда тар-мар итәләр (ҡара: Калка йылғаһы буйындағы һуғыш .). 1229 йылда ҡыпсаҡтарҙы монголдар Уралда ҡыйраталар һәм Монголдарҙың яңы Европа походы башлана.
Ҡайһы бер тәүге мәғлүмәт сығанаҡтарға таяныусы тикшеренеүселәрҙең фараздары буйынса[14], монголдар иң көслө ҡыпсаҡ ҡәбиләләре — токсобичтар менән союздаш мөнәсәбәт урынлаштырыуға ирешәләр. Токсобичтар Дон далаларында йәйләгәндәр. Улар терробичтарҙан айырмалы рәүештә, төрки сығанаҡлы түгел,ә монгол сығышлы татарҙарҙан тора..
1236—1242 йылдарҙағы Батыйҙың Европа походындан һуң, ҡыпсаҡтар үҙ аллы сәйәси берәмек булыуҙан туҡтай. Ләкин Алтын Урҙала[44] төрки халыҡтың төп массивын тәшкил итә. Балҡарҙар, башҡорттар, татарҙар, ғағауздар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, ҡарасайҙар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, ҡумыкҡтар, нуғайҙар, үзбәктәр, себер татарҙары этностары формалашыуҙа ҙур өлөш индерәләр. Уларҙың бер өлөшө Кавказ аръяғына, бер өлөшө Русҡа, бер өлөшө Балҡан ярымутрауына (Болгарияға) һәм Византияға (Фракия һәм Кесе Азияға) күсенәләр. Ниһайәт, ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшө Мысырға күсеп килә. Мысыр ғәскәренә хеҙмәт итә; ҡайһы бер мысыр солтаны ҡыпсаҡ сығышлы (Мәҫәлән, солтан Бейбарыҫ I). Ҡыпсаҡтар электән бик йыш ялланған хәрби частар булып ҡулланылған. Ҡыпсаҡтар бик яҡшы һыбайлылар, шәп уҡсылар, батыр һәм тәртипле яугир булғандар. Шәхси гвардиясылар сифатында ҡулланыу миҫалы итеп мәмлүктәр тора. Боронғо замандарҙа уҡ был ғәмәл һалынған. Ахеменидалар, Аршакидалар, Сасанидалар үҙҙәренә ауыр кавалеристарҙы скифтарҙан, сарматтарҙан, соғҙиҙарҙан һәм Бөйөк Даланың башҡа ҡәбиләләренән йыйғандар.
Грузияла ҡыпсаҡтар хакимдарҙың үҙ-ара һуғыштарында ҡатнашҡандар.Һуңғы тапҡыр яҙма сығанаҡтарҙа Грузия хакимдарының үҙ-ара феодаль һуғыштарында ҡатнашҡан ҡыпсаҡтар тураһында XIV быуат башында телгә алына. Был осорҙан һуң башҡаса ҡыпсаҡтар грузин сығанаҡтарында телгә алынмай. Күрәһең, улар грузин һәм Кавказ аръяғы башҡа халыҡтары менән этник яҡтан ҡушылғандар[45].
Венгр короленең Бела IV Котян (Мстислав Мстиславич Галицкий ҡайныһы) етәкселегендәге ҡумандарҙы ҡабул итә. Венгрия тәхетенең вариҫы Иштван Котяндың ҡыҙы Елизаветаға өйләнә. Венгрияла ҡумандар күренекле урын биләй. Улар, мәҫәлән, король биләмәһе сиктәрен һаҡлай, әммә монголдарҙың баҫып инеүе алдынан Венгрия ханы (1241) Котянды улдары менән бергә ултерә. ә ҡумандар Болгарияға китә. Һуңғы тапҡыр ҡумандар телгә алына «Краковских компилятивных анналах» (COMPILATI ANNALES CRACOVIENSES):
«1285. Кенәз Лешек ҡумандар менән бергә (quomanis) Краков рыцарҙарын еңә. Краков яна. Кенәз Конрад ҡаса».
Рәсәй үҙәк суд-медицина экспертизаһының шәхесте суд-медицина идентификациялау бүйынса бүлек мөдире профессор Виктор Звягин яңы технологиялар ярҙамында Владимир-Суздаль кенәзе Андрей Боголюбскийҙың (XII быуат) ҡалдыҡтарын тикшерә.Уның әсәһе ҡыпсаҡ ҡыҙы — профессор Виктор Звягин шундай һығымтаға килә[46]:
« Профессор М. М. Герасимов (1949 йыл) фекере Андрей Боголюбскийҙың монголоид үҙенсәлектәренең булыуы краниологик мәғлүмәттәҙең визуаль анализына нигеҙләнеүе субъектив булып тора, хәҙерге тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән дәлилләнмәй. Һығымта: тикшерелгән ир-ат баш һөйәге европеоид расанан булған ҡиәфәтле ир кешенеке, урта-европа антропологик тибы».вәкиленә хас
Әл-Ғүмәри (XIV быуат) һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡыпсаҡ далаларын баҫып алған монголдар, шулай уҡ ҡыпсаҡтар ҙа тәүҙә төрлө расаға ҡарағандар. Һуңынан монголдар ҡатнаш никах һөҙөмтәһендә ҡыпсаҡ һыҙаттарын ҡабул иткәндәр[47]. Ҡыпсаҡтарҙың тышҡы ҡиәфәтендә иң мөһим һүрәтләү будып һарғылт сәс, ерәнлек. Ҡытай сығанаҡтарындағы абсолют бойондороҡһоҙ билдәләүҙе күрһәтеү кәрәк — ҡыпсаҡтар — зәңгәр күҙле һәм «ҡыҙыл» (башҡа тәржемәләр буйынса — ерән) сәсле.[48].
Әммә, күпселек совет ғалимдарҙың фекере буйынса, күпселек төрки телле ҡимак-ҡыпсаҡ ҡәбиләләре монголоид һыҙаттары менән ҡатнаш — ҡара сәсле һәм ҡуңыр күҙле[49]
Ҡыпсаҡтарҙың Y-хромосомалар гаплогруппа G2a-PH1780 һәм С2-Y11990[50] асыҡлана.
Әлеге ваҡытта ҡумандар һәм ҡыпсаҡтар буйынса палео -ДНК юҡ. Уларҙың тоҡомдарының галлогруппалары тураһында әйтеү мөмкин түгел. Ҡыпсаҡтар кундар,ҡумандар менән бер рәттән Дәшти-Ҡыпсаҡ халыҡтарының береһен тәшкил итә. Дешти-.Әлеге ваҡытта ҡыпсаҡ ырыу ҡәбиләләре нуғайҙар, ҡаҙаҡтар, башҡорт, татар, ҡырым татарҙары, ҡырғыҙҙар, алтайлылар һ.б. халыҡтар араһында осрай. Улар өсөн түбәндәге галлогруппалар хас: R1b -M73, DYS390=19 (ҡаҙаҡ, башҡорттар, ҡырым татарҙары), R1b-Z2103 (ҡырым татарҙары, ҡаҙаҡтар, башҡорттар), R1b-M73, DYS390=21/22 (башҡорттарҙа, татарҙарҙа), R1a-SUR51 (башҡорттарҙа), J2-Z387 (башҡорттарҙа, татарҙарҙа), C-L1370 (ҡаҙаҡ, татарҙар, ҡырғыҙҙар), N1c-P43 (башҡорттар, төркмән), E1b-V13 (янында ҡарағалпаҡ, татарҙар, башҡорттар, ҡырым татарҙары), G2a-L1264 (башҡорттарҙа) һәм башҡалар. Венгрҙарҙың этник төркөмдәр араһында — плавец һәм кундар, кундарҙың һәм ҡыпсаҡтарының тоҡомдары булып тора. Этник төркөмдәр куман, кубан, куба — болғарҙар, алтайлылар, нуғайҙар, башҡорттар, ҡырғыҙҙар араһында осрай.
Ҡаҙаҡтар араһында — кыпшак, башҡорттар араһында — ҡыпсаҡ, ҡырғыҙҙар араһында кыргыз-ҡыпсаҡ, алтайлылар араһында — алтай-ҡыпсаҡ, үзбәктәр араһында — фәрғәнә ҡыпсаҡтары, башҡалары ҡыпсаҡ-узбәктәр.. Шулай уҡ ҡарағалпаҡтар араһында кыпшак ырыуы бар. Ҡыпсаҡ ырыуҙары Афғанстанда Чарамайки халыҡтары араһында Таймандар ҡәбиләләрендә осрай. Токсоба — Кесе жузо Байбаҡты ҡаҙаҡ ырыуының ырыу аралығы.[51]
XI—XII быуаттарҙа, мосолман яҙма сығанаҡтары мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре төрки телле халыҡтарҙан иң күбе һанала, ә уларҙың таралыу өлкәһе лә киң.[52].
Ан-Нувайри буйынса , ҡыпсаҡтарҙың күп төрлө ҡәбиләләре булған. XIII быуатта был токсоб, йет, бурджоглы, бурлы, кангуоглы (кангароглы), андоглы, дурут, карабароглы, джузан, карабирикля, котян[14]. Шулай уҡ Ибн Халдун ҡыпсаҡтарҙың ун бер ҡәбиләләрен, ҙур булмаған төҙәтмәләр менән яҙа. Ул түбәндәгеләрҙе атай: токсоба, сета, буржоглы, эльбури, канаарлы, оғлы, дурут, калабаалы, джерсан, ҡарабирикле һәм кунун.
XI—XII быуаттарҙа урыҫ йылъяҙмаларында ҡыпсаҡтар түбәндәге төркөмдәргә бүленә: Днепрҙан көнбайыш ҡултығы һәм бурчевичтар (буржоглы тура килә[38] йәки эльбори, ольбер[53][54]) днепрҙан көнсығыштараҡ[55] (1193 йыл), читеевичтар[56] (1180 башында һәм 1190-сы йылдарҙың аҙағында; етобе ярашлы[57], етебич 1185 йылда[58]), шулай уҡ бурновичтар, токсобичтар, колобичтар, тертробичтар (дурутҡа ярашлы), улашевич һәм тарголовцев(1185), Волганан ҡимаҡтарға буйһоноусы ямяҡтар[59] (1184, йемектарға ярашлы, билдәлелек алалар сығанаҡтарҙан ҡимаҡтар юғалғандан һуң[60]).
Археология мәғлүмәттәре буйынса, һары ҡыпсаҡтарҙың билдәләре булған таш һындар Төньяҡ Дон һәм төньяҡ Азов алды урта һәм түбәнге ағымында сикләнә. Иң элек үҙәк йәйләүҙәр диңгеҙ ҡултығы ҡыпсаҡтарын ((Молочная йылғаһы) һәм бурчевичтарҙы (Волчья йылғаһы) үҙ эсенә алған(Дон һәм Донец йылғалары араһындағы токсобич йәйләүҙәренә ҡағылмай)[18]. Был айырым версиялар менән яраша: ҡумандарҙы был төбәктән көнбайышҡараҡ бүлгән версия, шулай уҡ кундарҙы был региондан көнсығышҡараҡ табан бүлгән версия.
С. Г. Кляшторный[33] тәҡдиме буйынса 5 территориаль төркөмдәргә бүленә, таш һынлы төбәктәр днепр төркөмдәренә (ҡырым төркөмсәһе менән); унан көнбайышта — дунай (балҡан төркөмсәһе менән), көнсығышта — дон (кавказ алды төркөмсәһе менән), артабан ҡаҙаҡ-урал алды (шул иҫәптән саксин төркөмсәһе) һәм алтай-себер.
Урҙалар менән хандар хакимлыҡ иткән. Уларҙың исемдәренә традиция буйынса «„кан“ йәки „хан“» һүҙ титулатураһы ҡушылған (Туғарҡан, Шаруҡан) Курендар ябай һуғышсыларҙан торған, улар менән башлыҡтар етәкселек иткән. Башлыҡтарҙың исемдәре «опа», «оба», «епа» һүҙҙәре ҡушылып тамамланған. Башҡа социаль категорияларҙан урыҫ йылъяҙмаларында, « бығаулы йәки арестант» һәм «челядь йәки хеҙмәтсе» теркәлгән. Шулай уҡ «чага» — ҡатын-ҡыҙ-хеҙмәтсе. Бығаулы (колодник) булып, хәрби әсирҙәр ҡыпсаҡтарҙың йорттар ҡолдары функцияһын үтәгәндәр. Улар социаль баҫҡыстың түбән өлөшөндә торғандар. Ҙур ғаилә башлығы-«күс», «кошевой», тип аталған. Курендар ғаилә-ауылдарҙан, йәки, урыҫса, «кошей» (төрөксә «кош», «кошам» — йәйләү, күсенеү), ул, үҙ сиратында , 2-3 быуын вәкилдәренән һәм хеҙмәтселәрҙән (хәрби әсирҙәр, ырыуҙаштарының бөлгөнлөккә төшкән туғандарынан) тора. Бай ауылдар һан параметрҙары буйынса курендарҙан ҡалышмаҫҡа мөмкин. XII быуатта ауыл ҡыпсаҡ йәмғиәтенең төп ячейкаһы була. Ауылдар иерархик баҫҡыстың төрлө сәбәптәр арҡаһында төрлө бейеклегендә булырға мөмкин. Быны байлыҡ йәки аристокраик ырыуға ҡарата мөнәсәбәт билдәләргә мөмкин. Ауылдар урҙаларға берләшәләр. Иң абруйлы һәм көслө ғаилә башлығына («кошевой») бөтә ҡалған ғаиләләр өҫтөнән хакимлыҡ итеү власы тапшырыла..
Ҡыпсаҡтарҙың типик хәрби-демократик ҡоролошо булған. Ҡыпсаҡ халҡы бер нисә ырыуға (быуынға) бүленгән. Уларҙың исемдәре етәксеһе исемен йөрөтә. Мәҫәлән, Вобургевич,Улашевич,Бостевая,Чарговая тураһында йылъяҙмала телгә алына. Был ҡәбиләләр эре ҡәбилә союздарына берләшкәндәр. Уларҙың үҙәктәре булып ябай ҡышлау ҡалалары торған. Тарҡалған күсмә ырыуҙарҙы айырым ҡәбиләләр берләшмәһенә туплау процесы XI быуат аҙағына тамамлана. Һәр урҙа, шулай уҡ уға ингән вағыраҡ курен подразделениелары йәйләүҙәре,ҡышлауҙары һәм улар араһындағы маршруттары менән булған шәхси ер участкалары хужалары булған. Курендар бер нисә ҡәрҙәш ғаиләләр берләшмәһенән торғандар. . Этник составы буйынса курендарға ҡыпсаҡтар ғына түгел, ә күрше халыҡтар, мәҫәлән, болгарҙар.ҙа инергә мөмкин. Урҙа башлығы булып хандар, торған. бер үк ваҡытта улар йола буйынса курень башлығы.ла булған. С Плетнева фекере буйынса, ғәҙәттә урҙала кешеләр 40 000 ашыу булмаған. Ул ваҡытта Русь кенәзлектәрендә халыҡ һаны, мәҫәлән, Рязанда 100 000 самаһы кеше йәшәгән. XII быуаттың беренсе яртыһында яҡынса 12-15 ҡыпсаҡ урҙаһы булған. Һәр ҡыпсаҡ урҙаһының йәйләү күләме 70-100 мең км2. саҡрымдан артмаған. Русҡа,Византияға һәм Болгарияға ҡаршы уңышлы хәрби хәрәкәттәр алып барыу кәрәклеге ҡыпсаҡтарҙың урҙа союздарын-эре сәйәси берләшмәһен — барлыҡҡа килтерә..Юғары ҡатламдар съезында ошондай союздың башлығы һайланған. Улар кахан/ҡаған «хандар ханы», тип аталған. Уның ҡулында ҙур власть туплаған була: килешеү төҙөү хоҡуғы- тыныслыҡ килешеү, сапҡын һәм походтар ойоштороу..
Ҡыпсаҡтарҙың барымтанан һәм походтар һөҙөмтәһендә тапҡан байлыҡтарын поход етәкселәре, юғары ҡатламдар үҙ-ара бүлешәләр. Ябай һуғышсыға табыштың бик бәләкәй өлөшөн генә биргәндәр. Уңышһыҙ хәлдәр килеп тыуһа (уңышһыҙ поход, мал үлеү) ябай общинниктар бөлгөнлөккә төшәләр һәм аристократтарҙың бойондороҡлоҡлоғона эләгәләр. Шулай итеп, ҡыпсаҡтарҙың көслө иҡтисади бүленеше һөҙөмтәһендә, аристократия ырыу мөхитенән үҙ феодаль юғары ҡатламын барлыҡҡа килтергән. Ҙур көтөүҙәре һәм көтөүлектәре булмаған ябай көтөүселәр, ҡағиҙә булараҡ, аристократтарҙың иҡтисади бойондороҡлоҡлоғона эләгәләр. Аристократтар уларға үрсемдең яртыһын түләү шарты менән, көтәгә мал биреп торалар.
Ҡыпсаҡтар күсмә-малсылар ғына түгел , ә ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡ та булған. Уларҙың биләмәләрендә бер нисә ҡала урынлашҡан: Сыгнак, Джент, Барчынлыкент — Һырдаръяла, Канглыкент — Ырғыҙҙа, Саксин — Волга йылғаһы үҙәнендә, Шаруҡан — хәҙерге Харьков, Севендж — Сунжа(Терек йылғаһы буйында).
Сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса ҡыпсаҡтар яҡшы дала һыбайлылары булған. Үҙҙәренең хәрби ҡоролошон булдырғандар. Ҡыпсаҡтарҙың төп шөғөлө — күсмә малсылыҡ. Һыйыр малы, ат, ҡуй, дөйә үрсеткәндәр. Һөнәрселек менән шөғөлләнгәндәр.[61]. Шуға ҡарамаҫтан, улар йәйге һәм ҡышҡы тораҡтарға эйә булғандар. Башта ҡыпсаҡтар табор рәүешендәге күсмә тормош алып барғандар. Һуңынан XI быуат аҙағында башҡа төр йәйләүгә алмашына. Урҙаларға, курендарға һәм ауылдарға көтөүлек ерҙәре беркетелгәндәр. Ҡыпсаҡ далаларының тәбиғәте күскенсе малсылыҡтың үҫешенә һәм сәскә атыуына байтаҡ булышлыҡ итә.. Икенсе яҡтан, күскенселәрҙең хәлдәре ҡышҡы һалҡындарҙа бик ауыр була. Алтын, көмөштө улар талау һәм сауҙа юлы менән тапҡандар. Шундай фараз бар: ҡыпсаҡтар ҡалалар төҙөмәгән, тигән. Ләкин уларҙың ерҙәрендә тап ҡыпсаҡтар нигеҙләгән Шарукан, Сугров, Чешуев ҡалалары телгә алына. тап ҡыпсаҡтары нигеҙ һала. Бынан тыш, Шарукан көнбайыш ҡыпсаҡтарҙың баш ҡалаһы була. Тағы бер фараз буйынса, оҙайлы ваҡыт ҡыпсаҡтар Тмутараканий менән идара иткәндәр. Икенсе версия буйынса ул был ваҡытта Византияға ҡараған. Моғайын, грек ҡырым колониялары уға яһаҡ түләгән.[62] Ҡыпсаҡ йәмғиәтендә ҙур булмаған һөнәрселәр ҡатламы булған. Ҡыпсаҡ хандары матур тормошта йәшәйҙәр. Ябай күскенселәрҙең төп аҙығы булып ит, һөт һәм тары була, яратҡан эсемлектәре — ҡымыҙ. Кейемде улар үҙҙәренең дала өлгөһө буйынса теккәндәр. Көндәлек кейемдәре булып күлдәк, кафтан һәм күн ыштан хеҙмәт иткән. Өй эштәре менән , Плано Карпини һәм Рубрука хәбәр итеүенсә, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Ҡыпсаҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың урыны етерлек була. Тәртип нормалары «ябай хоҡуҡ» менән көйләнә. Ҡыпсаҡтарҙа йола системаһында ҡан ҡоно мөһим урынды биләп тора..
Ҡыпсаҡтар тәңреселек диненә табынғандар. Был дин Тәңре хан культына нигеҙләнгән.(Мәңгелек Зәңгәр Һауа). Тәңрехандан башҡа ҡыпсаҡтар Өмәй алиһәне ололағандар. Ерҙәге тормоштоң башланышын Өмәй кәүҙәләндерә.Шулай уҡ улар хайуандарға табынғандар, бигерәк тә бүрегә (шуға оҡшаш табыныу торктарҙа ла булған).Ҡыпсаҡтар бүрене үҙҙәренең ҡәрҙәш-тотемы итеп һанағандар.
Бынан тыш Хан-жрецтарҙан башҡа ҡыпсаҡтарҙың махсус жрец ҡатлам — шамандар булған.. Ҡыпсаҡтар шамандарҙы «Кам», тип атағандар.бынан килеп сыҡҡан «камлание» һүҙе. Шамандарҙың төп функцияһы булып күрәҙәселек һәм туранан-тура изге һәм яуыз рух менән аралашыуға нигеҙлнгән әмәлләүҙән тора.[63].
Ҡыпсаҡ даирәһенең бай рухи донъяһын тыуҙырыусыларын сағылдырыусы өс түңәрәк ҡиммәтле ҡомартҡыһы бар:
XII быуатта шағир Низами таш әбейҙәр тураһында хәтерләүҙәр ҡалдырған. Нисек итеп ҡыпсаҡтар таш боттар өсөн иғнәләр индереүе тураһында һөйләгән. Рим папаһы илсеһе Вильгельм де Рубрук 1253 йылда ҡыпсаҡ далалары аша үтешләй, ҡыпсаҡтарҙың нисек итеп уба өйгәндәрен һәм уларға көнсығышҡа йөҙҙәрен йүнәлтеп. ҡулдарына туҫтаҡ тоттороп, статуя эшләгәндәрен күҙәтеп торған.
Ҡыпсаҡ һуғышсылары тураһында шул тиклем күп билдәле түгел, ләкин уларҙың хәрби ойошмаһын замандаштары үҙ ваҡыты өсөн юғары һанаған,Ҡыпсаҡ ғәскәрғәрендә ҡорал тоторға һәләтле бөтә ир хеҙмәт итергә тейеш булған. Ҡыпсаҡтарҙың әрби ойошмалары әкренләп үҫешә. Византия тарихсылары билдәләүенсә, ҡыпсаҡ яугирҙары ян (йәйә), һөңгө һәм кәкре ҡылыс. менән һуғышҡандар. Колчан ҡабырғала йөрөгән. Тәре йөрөтөүсе Роберт де Клари хәбәр итеүенсә,ҡыпсаҡ яугирҙары һарыҡ тиреһенән кейем кейгәндәр, һәр береһенең 10-12 аты булған..Күскенселәрҙең төп көстәре булып уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған еңел кавалерия отрядтары булған.. Яугир ҡыпсаҡтар бынан тыш,ҡылыс, аркан һәм һөңгө менән йөрөгәндәр.Һуңыраҡ ҡыпсаҡ хан ғәскәрҙәрендә ауыр ҡорал йөрөткән дружиналар барлыҡҡа килә. Ауыр ҡораллы һуғышсылар ҡалҡан, ламелляр ҡабыҡтар (панцирь) һәм антропоморф тимер йәки бронза бармицалы битлек кейеп йөрөгәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, ғәскәрҙең төп көстәре булып еңел ҡораллы атлы отрядтар ҡалған. XII быуаттың икенсе яртыһында ҡыпсаҡтарҙың ауыр үҙе атыусы ҡорал һәм "шыйыҡ ут"менән ҡулланғандары билдәле. Бындай шыйыҡ утты ҡыпсаҡтар Ҡытай йәки Византиянан үҙләштереүҙәре мөмкин, тип фаразлана.. Был техниканы ҡулланып, улар яҡшы нығытылған ҡалаларҙы алғандар..
Ҡыпсаҡ ғәскәрҙәре оҫта манёвр яһай белеүҙәре менән айырылағандар, әммә уларҙың йыш ҡына ауыр йөк тейәлгән арба ылауҙары тиҙлекте әкренәйткән. Ҡайһы бер йөктәр дошман һөжүм ваҡытында һаҡланыу өсөн арбалеттар менән йыһазландырылған була. Көтөлмәгән һөжүм ваҡытында, арбалары менән торған урындарын уратып, дошмандан ныҡ һаҡланғандар. ҡыпсаҡтар ялан, үҙен уратып ст арба. Ҡыпсаҡтар күскенселәрҙең традицион такикаһын — көтөлмәгән һөжүмдәр, сигенеүҙәр һәм ялған засадалар ҡулланғандар. Күберәк улар көсһөҙ һаҡланған ауылдарға һөжүм иткәндә. Ләкин нығытылған ҡәлғәләрҙе һирәк булһа ла һөжүм иткәндәр.. Ялан һуғыштарында ҡыпсаҡ хандары көстәрҙе оҫта бүлгәндәр, һөжүм итеүсе отрядтар авангардта һуғышты башлап ебрәреүсе , һуңынан төп көстәрҙең һөжүме менән нығынғандар. Хәрби мәктәп сифатында ҡыпсаҡтар өсөн һунар ҡамауҙары хеҙмәт иткән. Һунарҙа улар манёвр оҫталыҡтарын шымартҡандар.. Әммә йыш ҡына профессиональ яугирҙарҙың етешмәүе, ҡыпсаҡ армияларының еңелеүенә лә килтерә .
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .