Ҡунаҡхана | |
![]() | |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from hotels[d] |
---|---|
![]() |
Ҡунаҡхана (франц. hôtel) — хеҙмәттәр йыйылмаһын күрһәткән (минимум — урынды, номерҙы һәм санузелды йыйыштырыу) берҙәм етәкселеге булған, билдәле бер һандағы бүлмәләрҙән торған торлаҡ. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәргә һәм бүлмәләрҙе йыһазландырыуға ярашлы, ҡунаҡханалар төрлө кластарға бүленә. Рәсәйҙәге осһоҙло ҡунаҡхананың тарихи исеме — юлаусы йорто.
Ҡунаҡхана менән бәйле һөнәрҙәр:
Тәүҙә ҡунаҡханалар мөһим транспорт маршруттарындағы тораҡ пункттарҙа (йәки юл саттарында) юлаусылар ихатаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Улар борон ҙур ҡалаларҙа булған. «Ҡунаҡхана» һүҙе башта юлаусылар йорто тигәнде аңлата. «Отель» (hôtel) һүҙе француз телендәге hôte (хужа) һүҙенән алынған. Сәйәхәт ваҡытында абруйлы кешеләр туҡтаған ябай ҡала йорто (hôtel particulier) боронғо заманда шулай аталған.
Яңы осорҙа сәйәхәтселәр һанының артыуы (сауҙа мөнәсәбәттәренең үҫеше, колониялаштырыу) ҡунаҡхана индустрияһының киңәйеүенә булышлыҡ итә. Эре ҡунаҡханаларҙың хәҙерге төрө XIX быуатта, сәнәғәт инҡилабы башланыу менән барлыҡҡа килә.
Рустә тәүге ҡунаҡханалар — «ямдар» — Урта быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Улар бер-береһенән ат менән үтерлек алыҫлыҡта урынлашҡан булған. XV быуатта Ям приказы (Ямской приказ) етәкселек иткән почта станциялары булдырыла.
XVII быуатта Мәскәү дәүләтендә ил буйлап күп йөрөгән сауҙагәрҙәргә иҫәпләнгән сауҙа, юлаусылар, ҡунып сығыу йорттары төҙөлә. XVIII—XIX быуаттарҙа сәнәғәт етештереүе үҫеше һәм сауҙа мөнәсәбәттәренең киңәйеүе менән бәйле ҡала халҡы арта, яңы ҡунаҡханалар асыла. 1910 йылда Рәсәйҙә, юлаусылар ихаталарын һәм номерҙар яҙылған трактирҙарҙы иҫәпкә алмағанда, 4685 ҡунаҡхана иҫәпләнә. Ярлыларға ҡуналҡалар һәм мебель менән йыһазландырылған бүлмәләр тәҡдим ителгән. Уларҙың барыһы ла кәсеп булараҡ айырым кешеләр тарафынан асылған[1].
Сауҙа йорто, ябай ҡунаҡханаларҙан айырмалы рәүештә, ҡатмарлы сауҙа комплексы булып торған. Ул сауҙа рәттәрен (кибет һәм магазиндар), келәттәрҙе, ҡунаҡханалар менән биналарҙы берләштергән. Һуңғыларында сит ил ҡунаҡтары йәшәгән һәм килешеүҙәр төҙөгән. Петр тиклемге Мәскәүҙә улар милли нигеҙҙә урынлаша: немец, голланд, грек, әрмән, «аглицкий» һәм башҡа ҡунаҡ йорттары. Иң ҙур ҡунаҡ йорттары стеналар һәм инеү ҡапҡаһы булған башнялар менән уратып алына.
1995 йылда бөтә донъя ҡунаҡханалар индустрияһы 11,3 миллион кешене эш менән тәьмин итә. Ҡунаҡхана бүлмәһенә хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса Африка лидер була (3,3:1), унан һуң Яҡын Көнсығыш (2,5:1), Азия һәм Океания ҡунаҡханаларында ул ваҡытта 2,9 миллион кеше эшләй — был бөтә донъя ҡунаҡханалар индустрияһы хеҙмәткәрҙәренең дүрттән бер өлөшө. Европа өлөшө 24 проценттан артмаған, һәм бында бер хеҙмәткәргә уртаса ике номер тура килә (1:2,1).
1996 йылда донъяның 40 илендә һәр береһендә 100 меңдән ашыу ҡунаҡхана фонды була. Туризм йүнәлеше алған һәм яңыраҡ баҙарға сыҡҡан илдәр менән сағыштырғанда, традицион туристик илдәрҙә отелдәрҙең уртаса күләме бер аҙ аҙыраҡ[2].
Совет власы ваҡытында бөтә ҡунаҡханалар дәүләт милкенә әйләндерелә һәм урындағы Советтар ҡарамағына тапшырыла. Коммуналь предприятиелар икеләтә буйһона: халыҡ депутаттарының урындағы Советтары ҡунаҡхана базаһын үҫтереү һәм файҙаланыу-финанс эшмәкәрлеген планлаштырыу мәсьәләләрен хәл итә, ә союздаш республикаларҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡағиҙәләр, нормативтар, ҡулланмалар әҙерләй, урындағы коммуналь органдарҙың эшен күҙәтә[1].
Туризмды үҫтереү өсөн 1933 йылда СССР-ҙа сит ил туризмы буйынса «Интурист» дәүләт акционерҙар йәмғиәте «Отель» Бөтә Союз акционерҙар йәмғиәте менән берләштерелә һәм үҙ ҡарамағына ҡунаҡханалар, ресторандар һәм автотранспорт селтәрен ала[3].
1990 йылға «Интурист» ил иҡтисадының үҙ аллы тармағы булараҡ формалаша. Уның 54 мең урынлыҡ 107 туристик предприятиеһы була[4].
1997 йылда Рәсәйҙә (дөйөм сумманың %) була[5]:
2000 йылға Рәсәй баш ҡалаһының ҡунаҡхана-туристик комплексы 154 ҡунаҡхананы (баҙарҙағы дөйөм ятаҡтарҙан һәм ҡунаҡханаларҙан тыш), 4000-дән ашыу туристик фирманы, 14 страховка компанияһын һәм 16 автотранспорт предприятиеһын берләштерә[7].
Ҡунаҡханалар селтәре (ингл. hotel chains) — билдәле бер исем һәм фирма атамаһын ҡулланған, ҡулланыусыларҙың билдәле бер дөйөм үҙенсәлектәренә эйә булған һәм берлектәге маркетинг эшмәкәрлеге алып барған ҡунаҡханалар төркөмө. Ҡунаҡханалар селтәре менән идара итеүсе уның хужаһы йәки уртаҡ милексеһе була ала, уның менән идара итә йәки ҡулланылған килешеүҙәр нигеҙендә уның эшмәкәрлеген күҙәтеп бара ала[8].
Халыҡ-ара ҡунаҡхана-ресторан ассоциацияһы (ингл. International Hotel & Restaurant Association) ҡунаҡхана сылбырҙарын өс категорияға бүлә[9]:
Селтәре үҙҙәре йыш ҡына эре ойошмаларҙың — ҡунаҡхана төркөмдәренең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, улар араһында беренсе урынды Американың Cendant төркөмө биләй[10].
Донъя ҡунаҡхана бизнесында ҡунаҡхана селтәрҙәре әһәмиәтенең артыу процесы ярайһы уҡ ҡапма-ҡаршылыҡ менән ҡылыҡһырлана: бер яҡтан, халыҡ-ара ҡунаҡхана корпорациялары үҙ позицияларын көсәйтә, икенсе яҡтан-күп илдәрҙә халыҡ-ара гиганттар менән ярышҡан үҙ милли ҡунаҡхана селтәрҙәре булдырыла һәм уңышлы эшләй. Милли ҡунаҡхана селтәрҙәре булдырыу ҡунаҡхана индустрияһына идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм артабан үҫешеү өсөн кәрәкле импульс бирә ала. Ҡунаҡхана операторҙарының селтәе барлыҡҡа килеүе ҡунаҡханаларҙың эшләүенең юғары стандарттарын һәм технологияларын корпоратив кимәлдә таратырға һәм шуның менән хеҙмәтләндереүҙең сифатын һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ ҡунаҡхана селтәрҙәренең икенсе классификацияһы ла бар, уның буйынса ике төп төр айырыла:
Ҡунаҡханалар селтәре төрлө ысулдар менән берләшә ала. Вертикаль интеграция булғанда ҡунаҡхана корпорациялары баҙарҙың һәр сегментында — люкс, беренсе класлы һәм эконом — милеккә эйә булырға ынтыла.
Миҫал итеп люкс класында Choice Hotels отелдәре селтәрен килтерергә мөмкин. Улар Clarion Inn исеме аҫтында билдәле. Quality Inn, Quality Suites урта класлы, Comfort Inn, Friendship Inn, Rodeway — бюджет класлы, ә Sleep Inn эконом класлы ҡунаҡханалар булып торалар.
Горизонталь интеграция — ҡунаҡхана селтәрҙәренең ҡатнаш тармаҡтар корпорацияларына инеүе. 1940-сы йылдар аҙағында Pan American компанияһы үҙенең Inter-Continental ҡунаҡханаларының тәүгеһен асҡандан һуң, башҡа авиакомпанияларҙың ҡайһы берҙәре ҡунаҡханалар һатып алып һәм улар менән идара итеп, горизонталь интеграция тәжрибәһе туплай башлай. Элек алыҫ араларға пассажирҙар ташыу менән генә шөғөлләнгән, хәҙер иһә рейстар араһында пассажирҙарҙы урынлаштырыуҙы үҙ өҫтөнә алған авиакомпанияларҙың бындай үҫеше тәбиғи күренә. Һуңынан уларҙың яңы мөлкәте менән нимә эшләүе компанияның стратегик мәнфәғәттәренә бәйле. Мәҫәлән, Nikko Hotels элек-электән Japan Airlines авиакомпанияһының милке булып тора, һәм ул уларҙан баш тартырға йыйынмай. Ә American Airlines (American Airlines) һәм United Airlines (United Airlines) авиакомпаниялары ҡунаҡхана бизнесындағы акциялар пакетын, күрәһең, һуңғы йылдарҙа финанс ҡыйынлыҡтары кисереү һөҙөмтәһендә һатҡан. Шулай уҡ ҡунаҡхана селтәрҙәренең корпоратив һәм ассоциатив төрҙәре бар. Корпоратив ҡунаҡханалар селтәре — ул берҙәм буйһоноуҙа торған, берҙәм стандарттар системаһын, матди-техник базаны һәм хеҙмәттәрҙе күҙәтеүсе берләшкән ҡунаҡхана предприятиелары. Шул уҡ ваҡытта ассоциатив ҡунаҡхана селтәре — ул бойондороҡһоҙ үҙ аллы ҡунаҡхана предприятиеларының килешеү нигеҙендә ваҡытлыса берекмәләре.
Ҙур донъя ҡунаҡхана селтәрҙәре —Four Seasons Hotels and Resorts, Hilton Hotels & Resorts, Global Hyatt Corporation, Swissôtel Hotels & Resorts, InterContinental, Le Meridien, Ritz-Carlton, Huazhu Hotels Group.
Бөтә донъя туристик ойошмаһы туристар һәм сәйәхәтселәр өсөн торлаҡ объекттарын төркөмләүҙең бер нисә вариантын тәҡдим итә. Стандарт — бөтә торлаҡ объекттары ике категорияға бүленә — коллектив һәм индивидуаль[11].
Ҡунаҡхана селтәрҙәре брендтарының популярлығына ҡарамаҫтан, ҡунаҡханаларҙың күбеһе улар менән бер нисек тә бәйле түгел һәм үҙаллы эшләй. Шулай уҡ ҡунаҡхана брендтары йә бөтөнләй төп компанияныҡы булған берҙәм ҡунаҡханалар селтәрен тәшкил итә(мәҫәлән, Hilton, Kempinski, Radisson, Swissôtel)),, йә иһә үҙ ҡунаҡханаларының бренд стандарттарына тап килеүен үҙҙәре күҙәтергә тейеш булған франчайзинг нигеҙендә шәхси хужаларға[12] тапшырыла (мәҫәлән, Best Western). Франчайзинг һәм милексе менән идара итеү юридик хоҡуҡтар күләме һәм табышта ҡатнашыу өлөшө ҡарашынан идара итеү ысулының поляр торошо булып тора. Шулай уҡ ҡуртым килешеүе нигеҙендә идара итеү ысулы бар. Бер нисә ваҡ бренд бронләү перспективаһын киңәйтеү һәм маркетингты дөйөмләштереү маҡсатында дөйөм системаға берләштерелә ала (мәҫәлән, Choice Hotels берекмәһе).
Ҡунаҡхана хеҙмәттәренең хаҡы һәм сифаты ҡунаҡхана төрөнә бәйле. XX быуаттың һуңғы тиҫтә йылдарындағы туристик үҫеш арҡаһында бөтә ерҙә лә хеҙмәтләндереү сифаты нормалары һиҙелерлек артты. Шулай уҡ ҡунаҡхана кимәлен билдәләү еңелерәк булһын өсөн төркөмләүҙең йондоҙ системаһы индерелә (бер йондоҙҙан биш йондоҙға тиклем). Дөйөм алғанда, был классификация түбәндәгесә: