Ҡуңыр ҡуңыҙ

Ҡуңыр ҡуңыҙ

Ата бөжәк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Osmoderma eremita Scopoli, 1763

Һаҡлау статусы
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 2.3 Near Threatened : 15632

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  314302
EOL  292560

Ҡуңыр ҡуңыҙ[1] (лат. Osmoderma eremita) — ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Кәүҙәһе киң, яҫы, 24—30 мм оҙонлоҡта. Ҡуңыр төҫтә, йәшкелт металға оҡшаш ялтырауыҡлы. Башы йыйырсыҡлы, мыйығы ҡыҫҡа, япраҡ формаһында. Өҫкө ҡанаты ҡабарынҡы, даға рәүешле, түңәрәк. Алғы сирағы 3 тешле. Енси диморфизм хас: ата ҡуңыҙҙарҙың алғы арҡаһының уртаһында киң буй бураҙна, инә ҡуңыҙҙарҙың — ваҡ буй батынҡылыҡ һәм алғы өлөшөндә 2 түмһәләк бар.

Личинка

Йомортҡаларын ҡарт ағас ҡыуышына һала. Ҡарышлауыҡтары дуға формаһында, 90—100 мм оҙонлоҡта, 3 йыл һәм унан да ашыу ваҡыт дауамында үҫешәләр. Ҡуңыҙҙарҙың осоуы июнь—сентябрҙә; эңерҙә һәм төндә әүҙемдәр.

Ағастарҙың имгәнгән олондарынан ағып сыҡҡан һут менән, ҡарышлауыҡтары серек үҙағас менән туҡлана. Өлкән ҡуңыҙҙарҙың бер нисә метр алыҫлыҡтан һиҙелгән көслө, насар еҫе бар.

Башҡортостан Республикаһында Бөрө, Ғафури һәм Өфө райондарының ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында осрай. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының "Ҡыҙыл китап"тарына индерелгән.

Ҡуңыр ҡуңыҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 118. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә