Ҡырым һуғышы — (1853—1856), йәки Көнсығыш һуғышы, Яҡын Көнсығышта хакимлыҡ итеү өсөн Рәсәй менән Бөйөк Британия, Сардиния, Төркиә һәм Франция коалицияһы араһында була.
Ҡоро ер ғәскәрҙәре Балҡанда һәм Кавказда, Балтик буйында, Ҡара диңгеҙ буйында (башлыса — Ҡырымда) һәм Камчаткала, флот Ҡара, Балтик, Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәрендә, Тымыҡ океанда хәрби хәрәкәттәр алып барған.
Молдавияла, 1854 йылдан алып Ҡырымда һуғышҡан урыҫ армияһы составында Бутырск пехота полкы, 1‑се һәм 2‑се Урал казак полктары, 1855 й. — Балтик буйында 1‑се һәм 3‑сө башҡорт полктары һәм 2‑се йыйылма Ырымбур казак полкы була. Бутырск пехота һәм Урал казак полктары Блокада корпусы составында 1854—1855 йылдарҙа Севастополде обороналауҙа, Рига күсмә корпусы һәм Эстляндия күҙәтеү отряды составында 1‑се һәм 3‑сө башҡорт полктары 1855—1856 йылдарҙа Балтик буйында инглиз һәм француз десанттарын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашыусылар «1853—1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнә. Ырымбур губернаһында резервта 2‑се һәм 4‑се башҡорт полктары, шулай уҡ күсмә дәүләт ополчениеһы дружиналары була. 1856 йылдың май уртаһына ополчение файҙаһына Ырымбур сауҙагәрҙәре 1 мең һум, Башҡорт ғәскәре һәм Ырымбур казак ғәскәре кантондары халҡы 65 мең һум көмөш аҡса йыя.
Ҡырым һуғышы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был һуғыш тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |