Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡысас (ғәр. قصاص — ҡоһор, ҡон ҡайтарыу; рус. Киса́с) — ислам хоҡуҡиәтендә (Фиҡһ) шәриғәт енәйәттәрҙең аныҡ санкцияһын — ҡысасты билдәләй. Дөйөм ҡабул ителгән билдәләмә буйынса, ҡысас — ул ауырлығы буйынса хоҡуҡ боҙолған ғәмәлгә тиң яза[1]
Исламға тиклем ҡысас ике формала осрай. Шуларҙың береһе — ғәйеплене «кешенең физик тейелгеһеҙлегенә ҡаршы ҡылынған» енәйәттәре өсөн «шундай уҡ ғәмәл менән язалау, ҡон ҡайтарыу». Икенсе ҡушымта енәйәтсенең һәм ҡорбандың социаль статусы менән бәйле. Әгәр кеше ҡатын-ҡыҙҙы, ҡолдо йәки башҡа ҡәбиләнән күренекле кешене үлтерһә, яуап итеп «үлтереүсенең ҡәбиләһенән шундай уҡ статуслы» кеше үлтереләсәк[2]. Ҡысастағы социаль эквивалентлыҡ шарты, социаль йәһәттән түбән синыфҡа ҡараған кешеләр юғары синыфтан берәүҙе үлтерһә, ҡысас ҡулланыласаҡ, тигәнде аңлата. Был шарт шулай уҡ, әгәр юғары ҡатламдан кемдер түбәнге ҡатлам кешеһен үлтерһә, уны ҡулланыу мөмкин түгел тигәнде аңлата. Мәгәр дийә (вира) түләнергә мөмкин.
Ҡөрьәндә «Социаль тигеҙлек статусы» ошо рәүешле сағылыш таба[3].
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә кеше үлтергән өсөн ҡон ҡайтарыу бойоролдо: ирекле кеше өсөн — ирекле һәм ҡол өсөн — ҡол, һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн — ҡатын-ҡыҙ. Әгәр берәүгә ҡәрҙәше тарафынан нимәлер ғәфү ителһә, ул уаҡытта ғөрөф-ғәҙәт буйынса хәл ителә һәм был түләү хәйерле була. Был — һеҙҙең Раббығыҙҙан һеҙгә еңеллек һәм шәфҡәт. Әгәр кем дә булһа ошонан һуң дошманлыҡ ҡылһа, уға әрнеткес ғазап булыр! |
Ҡысас Ҡөрьәндә[4] һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә телгә алына[5].
Аңлы рәүештә үлтереү һәм тергеҙеп булмай торған тән йәрәхәттәре был категорияның төп енәйәттәре тип һанала[1]. Әгәр ҙә үлем бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында килеп сыҡһа (һуғышҡанда, һаҡһыҙлыҡтан, тәжрибәһеҙлек арҡаһында), ҡысас урынына дийә түләнелә. Дийәне түләү шул иҫәптән үлтереүсенең яҡын туғандарына ла һалына[6].
Ҡысас үлтерелгән кеше өсөн йолом түләү менән (дийә) йәки яраланған кеше өсөн түләү менән (ғәрш) алмаштырылыуы мөмкин[7]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында дийә 100 дөйәгә (200 үгеҙгә йәки 2000 һарыҡҡа) тиң булған[8]. Ғәрш күләме йәрәхәтләнеү ауырлығына ярашлы иҫәпләп сығарылған. Мәҫәлән, ҡул өҙөлгәндә дейәнең яртыһына тигеҙ; тешһындырылғанда — дийәнең унынсы өлөшө һәм башҡалар[6]. Ҡон социаль тиң хоҡуҡлылыҡ шарттарында һәм ниндәй кешенең кемделер үлтереүҙәрен иҫәпкә алып ҡайтарылған.
Хәҙерге ваҡытта ҡысас күп кенә мосолман илдәрендә ҡулланыла (Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Иран һ. б.)[9][10]. Ул тик суд ҡарары буйынса ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ғына тәғәйенләнә, сөнки шәриғәт судтары дийә түләтеү менән сикләнергә тырыша. Ҡысасты ҡат (палач), йәки зыян күреүсенең туғандарының береһе башҡара. Ғәйепләнеүсе судтан ҡасҡан осраҡта, ул ситтән тороп һөргөнгә ебәрелә, ә дийәне уның туғандары түләй[11].
Балиғ булмағандарға йәки психик ауырыуҙары булған кешеләргә ҡарата ҡысас ҡулланылмай[6].
Ҡысасты ҡулланыу 2009 йылда көнбайыш киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итә. 2004 йылда Иранда Мәжит Мовахеди тигән кеше Әминә Баһрамиҙың (ингл. Ameneh Bahrami) йөҙөнә көкөрт кислотаһы һибеп һуҡырайта. Хөкөм ҡарарын ҡатын, Мовахедиҙың һәр күҙенә 5-әр тамсы кислота һалып, үҙе башҡарырға тейеш була. 2011 йылда Баһрамиҙың үтенесе буйынса хөкөм ҡарары аҡсалата түләүгә үҙгәртелә[12].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |