Ҡытай үҙәк телевидениеһы (ингл. China Central Television, ингл. Chinese Central Television, сокращается как CCTV; (ҡыт. ғәҙәти 中國中央電視臺, ябайл. 中国中央电视台, пиньин: Zhōngguó Zhōngyāng Diànshìtái, палл.: Чжунго чжунъян дяньшитай) — материк Ҡытайы биләмәһендәге төп телетапшырыуҙары компаниеһы.
Эфирға беренсе тапҡыр Пекин телевидениеһы исеме аҫтында 1958 йылдың 2 сентябрендә сыға. Уға хәтле 1958 йылдың 1 майында һынау (экспреременталь) тапшырыуҙары булған. 1973 йылдан II программа ебәрелә. 1978 йылдың 1 майынан алып исеме үҙгәртелә һәм CCTV тип йөрөтөлә. 1986 йылдың 1 ғинуарынан III программа эшен башлай. 1992 йылдың 1 октябренән юлдаш телевидениеһы аша сит илдәр йүнәлешендә (халыҡ-ара) эшләгән IV программа ебәрелә, 1994 йылдан кабель телевидениеһы аша V, VI, VII һәм VIII программалары күрһәтелә башлай.
1995 йылдан алып телеканалдар исемен үҙгәртә һәм ошолай атала башлай CCTV News and Comprehersion Channel, CCTV Economic and Comprehersion Channel, CCTV Opera and Music Channel, CCTV International Channel, CCTV Movie Channel, CCTV Sports Channel, CCTV Literature Channel, 2000 йылдан заманса исем йөрөтә. 2008 йылда яңы Штаб-квартира CCTV асыла, ул Рема Колхас проекты буйынса төҙөлгән.
Ҡытай үҙәк телевидениеһы Ҡытай Радио, кино һәм телевидение идаралығы контроле ҡарамағында, ә ул идаралыҡ үҙ сиратында Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт советына буйһона. Дәүләт советының сәйәси урынбаҫары хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйес вазифаһын башҡара. Ойошма төбәк телевизион станциялары һәм урындағы власть органдары менән даими бәйләнеш тота һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләй[2]. Ойошма Ҡытайҙағы өс иң ҙур масса-күләм мәғлүмәт саралары булған "ҙур өсмөйөш"кә керә. (Тағы икәүһе: People's Daily " һәм Xinhua)[3].
Әлеге ваҡыттағы видеотикшереүҙәр буйынса президенты Шэнь Haixiong был вазифаға 2018 йылдың февралендә тәғәйенләнгән[4].
China Network Television (CNTV) — интернет тапшырыуы 2009 йылдың 28 декабрендә ебәрелә. Ул алты сит ил телдәрендә алты шарт тәҡдим итә. Улар инглиз, француз, испан, урыҫ, корей һәм ғәрәп телдәрен эсенә үҙ ала. Рәсми сайты www.cctv.com. Ул CCTV International Network Co., Ltd. (ҡытайса:: 央视 网络 有限公司) тарафынан яҡлана.
Эфир аша (цифралы (DVB-T), тәүҙә — аналоглы (PAL)), кабел буйынса һәм юлдаш телевидениеһы аша ҡарарға була.
Юлдаш телевидениеһы, Интернет[5] һәм SPB TV China мобиль ҡушымтаһы аша ҡарарға була[6][7].
Кабель һәм юлдаш телевидение булараҡ ҡарау мөмкинселеге булдырылған.
![]() |
Ҡытай үҙәк телевидениеһы Викимилектә |
---|---|
![]() |
Ҡытай үҙәк телевидениеһы Викияңылыҡтарҙа |