Үлмәҫова Светлана Викторовна | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Үлмәҫова Светлана Викторовна | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған ере һәм ваҡыты |
4 февраль 1953[1] | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән ере һәм ваҡыты |
6 апрель 2009[2] (56 йәш) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тренеры |
Сәйфулин Радик Хәйҙәр улы; РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Н. И. Глухарёв; СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Кялле Уно Ясович | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
IAAF | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Шәхси ҡаҙаныштар | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
1500 м |
3.58,76 (1982) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3000 м |
8.26,78 Ҡалып:Бывший WR (1982) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
5000 м |
15.05,50 (1986) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
10 000 м |
32.14,83 (1986) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Личные рекорды в помещении | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3000 м |
8.54,19 (1982) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Международные медали | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Светлана Викторовна Үлмәҫова- Глухарёва Глухарев (4 февраль 1953[1], Яңы Балыҡлы, Башҡорт АССР-ы — 6 апрель 2009[2] (56 йәш), Башҡортостан Республикаhы) — совет еңел атлеты, ике тапҡыр Европа чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978).
1953 йылда Башҡорт АССР-ы, Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылында тыуған. Атаһы — төҙөлөш бригадаһы бригадиры була, әсәһе дауаханала эшләй. Ғаиләләрендә тағы ике ҡыҙҙары була.
Светлана йәштән хеҙмәт яратып үҫә. Район үҙәге Баҡалы мәктәбенә 7 километр йөрөп уҡый. Был уның физик сынығыуына килтергән[7]. Мәктәптә ул физкультура дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша, еңел атлетика йәки йүгереү һәм саңғыла ярышыу буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.
Өфө ҡалаһында финанс техникумында уҡый һәм 1973 йылда Андижан ҡалаһындағы таксомотор паркы диспетчер-иҡтисадсыһы эшенә йүнәлтмә ала. Бында ул Радик Хәйҙәр улы Сәйфулин етәкселегендә тағы еңел атлетика менән шөғөлләнеүен дауам итә.
Тиҙҙән үҙенең шәхси тренеры РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Николай Иванович Глухарёвҡа кейәүгә сыға. Бер үк ваҡытта Андижан педагогия институтында уҡый.
1974 йылда Харьков ҡалаһында «Спартак» Үҙәк Стадионы беренселеге ярыштарында 3000 метрға йүгереү буйынса еңеп сығып, спорт мастеры нормативын үтәй. 1975 йылда Үлмәҫова тәүге тапҡыр СССР чемпионы исеменә лайыҡ була. Ул СССР йыйылма командаһы составына эләгә, 1974 йылғы еңел атлетика буйынса СССР — АҠШ матчында шул уҡ дистанцияла икенсе урын яулай. Ошо уңышы өсөн Үлмәҫоваға халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме бирелә.
1500 һәм 3000 метр дистанцияларында төрлө ярыштарҙа даими сығыш яһап, Светлана Үлмәҫова еңел атлетика буйынса Европа Чемпионатына һайлап алына. Был ярыштарҙа уның төп көнәркәштәре норвежка Грете Вайтц, румын йүгереүселәре Наталия Марашеску (Natalia Mărășescu) һәм Маричика Пуйкэ, шулай уҡ Гиана Романова һәм Раиса Белоусова кеүек совет еңел атлеттары була. 3000 метр дистанцияла оҙайлы ваҡыт лидерҙарҙан ҡалыша, әммә 400 метрға финишта үҙене көнәркәштәрен уҙып, алға сыға.
1978 йылғы СССР — АҠШ еңел атлетика матчы еңеүсеһе.
1979 йылда СССР халыҡтары Спартакиадаһында еңел атлетика буйынса үҙенең дистанцияһында еңә һәм олимпия йыйылма командаһына төп претендент була. Әммә 1980 йылда алған имгәнеүе арҡаһында йүгереүсе Светлана Виктор ҡыҙы Олимпиадала сығыш яһай алмай.
1981 йылда 1982 йылда үтәсәк еңел атлетика буйынса сираттағы Европа чемпионатына әҙерлек сиктәрендә ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Спортсының хеҙмәте һәм тырышлығы яңы уңыш килтерә — румын спортсыһы Маричика Пуйкэ менән киҫкен ҡаршы тороуҙа Үлмәҫова 3000 метр дистанцияһында үҙенең икенсе европа алтынына лайыҡ була. 1994 йылдан башлап 3000 метрлыҡ дистанция Европа чемпионаттары программаһына инмәй, һәм Светлана 1982 йылда күрһәткән һөҙөмтә бөгөнгө көнгә тиклем Европа чемпионаттарының иң яҡшы ваҡыты булып ҡала. Шулай уҡ Үлмәҫова 1982 йылда, 2 йылдан был күрһәткестән артығыраҡ рекорд ҡуйылһа ла, шул уҡ дистанцияла донъя рекорды ҡуйғайны.
1983 йылда еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Үлмәҫова 4-се урында була.
1986 йылда Мәскәүҙә үткән Изгелек ихтыяры уйындары (Игры доброй воли) спортсы өсөн һуңғы ҙур ярыш була.
Йыл | Ярыштар | Ҡала | Дата | Дистанция | Һөҙөмтә | Урын | Видео |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1978 | Кросс буйынса дрнъя чемпионаты | Ҡалып:Флагификация/SCO Глазго | 25 марта | 4728 м (шәхси зачёт) |
18.28,0 | 56 | |
4728 м (команда зачёты) |
185[note 1] | 11 | |||||
1979 | Кросс буйынса донъя чемпионаты | Лимерик | 25 марта | 5400 м (шәхси зачёт) |
17.25,0 | 5 | |
5400 м (команда зачёты) |
48[3] | II | |||||
1980 | Кросс буйынса донъя чемпионаты | Ҡалып:Флагификация/FRA Париж | 9 марта | 4550 м (шәхси зачёт) |
15.57,0 | 6 | |
4550 м (команда зачёты) |
48[4] | I | |||||
1981 | Кросс буйынса донъя чемпионаты | Мадрид | 28 марта | 4410 м]] (шәхси зачёт) |
14.28,0 | 7 | |
4410 м]] (команда зачёты) |
24[5] | I | |||||
1983 | Кросс буйынса донъя чемпионаты | Гейтсхед | 28 марта | 4072 м (шәхси зачёт) |
14.01,0 | 6 | |
4072 м (команда зачёты) |
41[6] | II |
1975, 1978, 1979 һәм 1982 йылдарҙа 3000 метрға йүгереүҙә һәм 3 километрға кроста биш тапҡыр СССР чемпионы, шулай уҡ бер нисә тапҡыр беренселек призёры[8].
Карьераһы тамамланғандан һуң, Башҡортостанға ҡайта.
2009 йылдың 6 апрелендә вафат була. Екатеринбург ҡалаһының Окружной зыяратында ерләнгән.