Озеро | |
Үрге күл | |
---|---|
ингл. Lake Superior, фр. lac Supérieur | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 183 м |
Үлсәме | 563 × 257 км |
Майҙаны | 82 700 км² |
Күләме | 12 000 км³ |
Яр һыҙаты | 4385 км |
Иң тәрән урыны | 406 м |
Уртаса тәрәнләк | 147 м |
Гидрология | |
Минераллығы | сөсө |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 127 700 км² |
Впадающая река | Нипигон |
Урынлашыуы | |
47°46′03″ с. ш. 87°22′16″ з. д.HGЯO | |
Үрге күл Викимилектә |
Үрге күл (ингл. Lake Superior, франц. lac Supérieur) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
Майҙаны — 82,7 мең км². Майҙаны буйынса донъялағы иң ҙур сөсө күл[1] Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 183 м. Максималь тәрәнлеге — 406 м, күләме — 11,6 мең км³. Яр буйы ныҡ йырғыланған, иң ҙур ҡултыҡтары — Кивино, Уайтфиш. Иң ҙур утрауҙары: Айл-Ройал, Мадлен, Мишипикотен һәм Апосл утрауҙары. Төньяҡта ярҙары бейек (400 метрға тиклем) һәм ҡаялы, ә көньяҡта — башлыса уйһыулы һәм ҡомло[1].
Күл майҙаны менән бергә бассейнының майҙаны 207,2 мең км² тәшкил итә. Күлдең ҙур ҡушылдыҡтары юҡ. Күлдән сыҡҡан Сент-Мэрис йылғаһы аша Гурон менән тоташа. Күлдәге һыу һалҡын һәм үтә күренмәле. Яр буйы зонаһы уртаса декабрь башынан апрель аҙағына ҡәҙәр боҙ менән ҡапланған[2].
Үрге күл АҠШ-тың Миннесота, Висконсин һәм Мичиган штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.
Төп порттары: Дулут, Сьюпириор, Ашленд (барыһы ла — АҠШ), Тандер-Бей (Канада)[2].
Был Канада тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был Америка Ҡушма Штаттары географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |