Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы | |
Барлыҡҡа килеү йылы |
1972 |
---|---|
Нигеҙ һалыусылар | |
Урынлашҡан урыны |
Ахмадабад, Гуджарат, Индия |
Әйҙәүсе шәхестәр |
Бханубен Данабхаи Соланки |
Ағзалар һаны |
1,5 млн тирәһе (2012) |
Веб-сайт |
Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы[1] (ингл. Self-Employed Women’s Association of India, ингл. SEWA) — профсоюз кеүек итеп төҙөлгән коммерцияға ҡарамаған һинд ойошмаһы, ағзалыҡ иғәнәләре түләп торған, үҙ хеҙмәте менән эшләп йәшәгән йә бәләкәй предприятиеға идара иткән бер ярым миллион самаһы Һиндостан ҡатын-ҡыҙын берләштерә[2][3][4][5].
Халыҡ-ара профсоюздар конфередацияһының аффилиал ойошмаһы булып тора[2].
SEWA эшмәкәрлегенең маҡсаты икәү[6]:
SEWA структураһына 2015 йылда бик күп коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, атап әйткәндә, SEWA Bank банк подразделениеһы һәм Vimco SEWA страховка компанияһы инә[6].
"Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы"н [[1972 йыл]да Эла Бхатт ойоштора.
SEWA-ға ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек итә. Төп вазифалар ошолай бүленгән: Эла Бхатт (почётлы ойоштороусы вазифаһы), президент — Бханубен Данабхаи Соланки; вице-президент — Маналибен Шах; вице-президент — Манибен Харибхаи Патани; вице-президент — Гаурибен Рамабхаи Брахман; генераль секретарь — Джиотибен Макван; секретарь — Матталбен Шах; ҡаҙнасы — Намрата Бали[3].
Ойошманың штаб-фатиры Ахмадабадта (Һиндостан, Гуджарат штаты) урынлашҡан.
SEWA ағзалары эш рәүеше буйынса дүрт төргә бүленгән: йортонда тороп эшләүселәр, сауҙа алып барыусылар, таратыусылар, хеҙмәт күрһәтеүселәр менән ваҡ етештереүселәр.
Ассоциацияға Бөтә донъя банкы булышлыҡ күрһәтә[7][8].
1968 йылда Эла Бхаттҡа Һиндостан Туҡыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ҡатын-ҡыҙҙар тармағына (ингл. Textile Labor Association, TLA) етәкселек итеү тәҡдиме яһала[6][9][10].
Уны үҙ өйөндә тороп эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, шул уҡ эште предприятиеға йөрөп эшләүселәр менән сағыштырғанда, ҡануниәт тарафынан яҡланмаған булыуы борсой. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы Туҡыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзына тупламаҡ була, уға был ойошманың президенты Арвинд Баш ҙур булышлыҡ күрһәтә. Ә 1972 йылда инде Эла Үҙ эше менән мәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһын ойоштора[4][9][10]. Арвинд Баш яңы Ассоциацияның президенты, ә Эла Бхатт генераль секретары булып китә. Был вазифаны ул 1972 йылдан алып 1996 йылға тиклем башҡара[9][11]
Йөктәрҙе башына ҡуйып ташыусы 600 йөксө ҡатын-ҡыҙ ошо профсоюздың тәүге ағзалары була.
2008 йылға ағзалар һаны 966 139 кешегә етә, 2010 йылға миллиондан аша[4], ә 2012 йылда 1,4 миллион тәшкил итә[5].
Ассоциацияның үҫеше күп һанлы кооперативтар һәм ширҡәттәр асылыуға килтерә, улар финанслау, уҡытыу, квалификацияны күтәреү, тикшеренеүҙәр үткәреү, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү менән шөғөлләнә, мәктәпкәсә балалар учреждениелары аса һәм и торлаҡ программаларын тормошҡа ашыра[5].
1980-се йылдар башында SEWA һинд хөкүмәте менән халыҡтың фәҡир ҡатламдарына ҡараған әсәләргә ярҙам итеү тураһында һөйләшеүҙәр үткәрә[6]. 2009 йылға SEWA-ның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештәрҙә атҡарыла, шул иҫәптән 60 стационар медицина үҙәгендә һәм күсмә медицина лагерында медицина хеҙмәттәре күрһәтелә, санитар-ағартыу эшмәкәрлеге һәм уҡытыу, урындағы дауаханаларҙа арзан дарыуҙар һатыу, психик һаулыҡты һаҡлау, халыҡ медицинаһы дарыуҙарын етештереү буйынса эштәр алып барыла[6].
Яйлап SEWA, Һиндостанда ғына йоғонтоһон көсәйтеп ҡалмайынса, эйәреүселәрен төрлө илдәрҙә шундай уҡ ойошмалар асыуға рухландырған глобаль хәрәкәткә әүерелә[5].