Үҫемлектәр физиологияһы | |
![]() | |
![]() |
Үҫемлектәр физиологияһы (от греч. φύσις — тәбиғәт, греч. λόγος — тәғлимәт) — үҫемлек[1] организмдарының функциональ әүҙемлеге тураһында фән.
Үҫемлектәр физиологияһы XVII—XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Был фәнгә нигеҙҙе итальян табип һәм биолог М. Мальпигинең «Үҫемлектәрҙең анатомияһы» һәм инглиз табибы һәм ботаник С. Гейлстең «Үҫемлектәр статикаһы» тигән классик хеҙмәттәре һала. Үҫемлектәр физиологияһы тигән термин тәүләп Ж.Сенебье тарафынан 1800 йылда «Physiologie végétale» тигән трактатында тәҡдим ителә.
Был трактатына фән буйынса ул ваҡытҡа билдәле булған бөтә мәғлүмәтте туплай. Шулай уҡ, үҫемлектәр физиологияһының төп бурыстарын, уның өйрәнеү предметын һәм ҡулланылған ысулдарын билдәләй.
XIX быуатта үҫемлектәр физиологияһы сиктәрендә, уның төп бүлектәре : фотосинтез, һулыш, һыу режимы, минераль туҡланыу, матдәләр транспорты , үҫеү һәм үҫеш, хәрәкәт, ҡуҙғыусанлыҡ, үҫемлектәрҙең тотороҡлолоғо, үҫемлектәрҙең эволюцион физиологияһы айырыла .
XX быуаттың тәүге яртыһында үҫемлектәр физиологияһында һулыш һәм фотосинтез процестарының биохимик механизмдары өйрәнеү төп йүнәлеш булып үҫеш ала.
Бер үк ваҡытта фитоэнзимология, үҫемлек күҙәнәктәре физиологияһы, эксперименталь морфология һәм үҫемлектәрҙең экологик физиологияһы үҫеш юлына сыға. Үҫемлектәр физиологияһы ике үҙаллы фәнни дисциплинаға: микробиология һәм агрохимияға башланғыс бирә.
XX быуаттың икенсе яртыһында биохимия , молекуляр биология, биофизика һәм биологик моделләштереү, цитология, үҫемлектәр анатомияһы һәм генетикаһы фәндәрен берләштереү тенденцияһы күҙәтелә.
Ғалимдар араһында молекуляр һәм субкүҙәнәк кимәлендә тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙар арта бара. . Шул уҡ ваҡытта үҫемлек организмының бер бөтөн булараҡ эшмәкәрлеген көйләү механизмдарын өйрәнеүгә иғтибар көсәйә.
Нәҫел мәғлүмәтен тормошҡа ашырыу механизмдарын асыҡлау буйынса тикшеренеү эштәре ҡырҡа әүҙемләшә. Көйләү системаһында мембрананың ролен, фитогормондарҙың тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнеүгә иғтибар ҡырҡа арта.
Үҫемлек физиологияһының йылдам үҫеше биотехнологияла, ауыл хужалығының һәр яҡтан күтәрелешендә яңы мөмкинлектәр аса. Ауыл хужалығы практикаһына үҫемлектарҙең үҫешен көйләүсе матдәләр, гербицид һәм фунгицидтар инә.
Хәҙерге үҫемлектәр физиологияһында[2] алты төрлө тикшеренеү йүнәлеше бар: