Һаннибал

Ганнибал

Ганнибалдың бюсы.

Неаполдың Милли музейы
Тыуған ваҡыты

б. э. т. 247({{padleft:-247|4|0}})

Тыуған урыны

Карфаген

Үлгән ваҡыты

б. э. т. 183({{padleft:-183|4|0}})

Вафат урыны

Либисса, Вифиния

Хеҙмәт иткән урыны

Карфаген

Командалыҡ итеү

Карфаген ғәскәрҙәре менән (Икенсе Пуни һуғышы)

Хәрби алыш/һуғыш

Икенсе Пуни һуғышы (б. э. т. 218 — 201 йылдар.)

    • Сагунтты ҡамау (б. э. т. 219 — 218 йылдар)
    • Тицин янында алыш (б. э. т 218)
    • Треббии янында һуғыш (б. э. т 218)
    • Тразимен күле янында алыш (б. э. т 217)
    • Канны янында һуғыш (б. э. т 216)
    • Силарус янында алыш (б. э. т 212)
    • Гердонии янында һуғыш (б. э. т 212)
    • Зам янында алыш (б. э. т 202)
Связи

Гамилькар Барка, Гасдрубал Барка,
Магон (Ганнибалдың ағаһы)

Ганнибал (б. э. т 247б. э. т. 183) — Карфаген полководецы, боронғо замандың иң бөйөк ғәскәр башлыҡтарының һәм дәүләт һәм эшмәкәрҙәренең береһе. Ганнибал Рим республикаһының иң ныҡ дошманы булған һәм Карфагендың Пуник һуғыштары серияларының береһендә һәләк булғансы римлеләр менән һуғышыусы кеше.

Ганнибал б.э.т. 247 йылда Карфаген полководецы Гамилькар ғаиләһендә тыуған. Ул туғыҙ йәшендә Римгә ҡаршы һуғышасағын белдергән. Испанияла Карфаген ғәскәренең баш командующийы булараҡ, Сагунтҡа һөжүм итеп, Икенсе Пуник һуғышын башлап ебргән. Б.э.т.218 йылда ул, Италияға бәреп инеп, римлеләрҙе бер нисә тапҡыр Канн янында еңгән. Тик римлеләр инициативаны үҙ ҡулдарына алып, Испанияла һәм Африкала карфагенлыларға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡан. Африкалағы үҙҙәренең ғәскәренә ярҙам ҡулы һуҙырға тип сыҡҡан Ганнибал Зам янында римлеләрҙән еңелгән. Был еңелеүҙең һөҙөмтәһе булып Рим республикаһы менән Карфаген араһында тыныслыҡ төҙөү торған. Б.э.т. 196 йылда Ганнибалды Римгә ҡаршы тора тип ғәйепләйҙәр һәм уны илдән ҡыуып сығаралар. Б.э.т. 183 йылда Ганнибал, римлеләргә бирелмәҫ өсөн, үҙен-үҙе үлтергән.

Ганнибал Европа тарихында Александр Македонский, Юлий Цезарь, Сципион һәм Пирр Эпирскийҙәр менән бер рәттән иң бөйөк хәрби стратег булып һанала. Хәрби тарихсы Теодор Айро Додж Ганнибалды «стратегияның атаһы» тип иҫәпләгән, сөнки уның әйтеүенсә римлеләр Ганнибалдан күп стратегия элементтарын отоп алғандар. Бындай баһа Ганнибалға киң, ҙур репутация булдырған, шуға күрә хәҙерге ваҡытта Ганнибал, наполеон менән бер рәттә торған иң стратегтарҙың береһе булып исәпләнә.

Исеменең этимологияһы-сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финикийҙәр телендә Ганнибалдың исеме һуҙынҡыларҙан башҡа HNBL тип яҙылған. Был һүҙҙәге һуҙынҡы өндәр тере һөйләштә килеп сыҡҡан тип фараз итәләр тел ғалимдары.

Бала сағы һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ганнибал б.э.т. 247 йылда Карфагенда полководец Гамилькар Барки ғаиләһендә беренсе ул булып тыуған. Әсәһенең исеме тарихта билдәһеҙ. Ғаиләлә унан һуң Гасдрубал һәм Магон исемле тағы ике малай үҫкән. Ганнибалдың өс апаһы булған, уларҙың исемдәре билдәһеҙ. Бер апаһы, Ганнибал тыуған йылда Бомилькар тигән кешелә кейәүҙә булып, уның Ганнон тигән улы булған. Ганнибалдың икенсе апаһы Сибәр Гасдрубалдың ҡатыны булған. Өсөнсө апаһы нумидийҙәр батшаһының улы Наравастың ҡатыны булған. Гамилькарға һәм уның улдарына римлеләр Барка исемле ҡушамат биргән булғандар. «Барка» һүҙе « йәшен» тигәнде аңлатҡан. Гамилькар яҡлы кешеләрҙе Баркидтар тип йөрөткәндәр. Үҙҙәренең нәҫеленең башы итеп Гамилькар Элисса ҡалаһына нигеҙ һалыусы Элиссаны һанағандар.сса[1][2].

Ганнибалға туғыҙ йәш тулғас, уны атаһы үҙе менән Испанияға, беренсе Пуник һуғышындағы юғалтыуҙарын кире ҡайтарырға тип, алып киткән. Ганнибал үҙ теләге менән Испанияға атаһы менән киткәнме, әллә уны Карфаген дәүләте ебәргәнме, был турала тарихта иҫтәлектәр ҡалмаған. Испанияға китер алдынан Гамилькар хоҙайҙарына ҡорбан килтергән һә шул саҡта улын үҙ янына саҡырып, Испанияға барырға ризамы, юҡмылығын һораған. Малай шатланып риза булғас, Гамилькар улын ҡорбан салған ерҙә бөтә ғүмерен Римдең дошманы булырға һәм үҙ атаһының эшен дауам иттереүсе булырға ант иттергән. Был турала Гамилькар үҙе Сирияның батшаһы Антиох III һөйләгән булған. Шунан бирле, Полибий әйтеүенсә тарихҡа «Ганнибал анты» тигән һүҙ инеп ҡалған.

Испанияға килгәс, Гамилькар римлеләргә ҡаршы һуғыш башлаған. Бәләкәй Ганнибал ощо һуғыштарҙа атаһынан һәм уның һуғышсыларынан хәрби эшкә өйрәнгән. Бында ул Магон Самнит, Ганнон һәм Мономах ҡушаматлы Ганнибал менән дуҫлашҡан. Улар Ганнибалды Италия һуғыш кампанияһында оҙатып йөрөгәндәр. Оҙаҡламай Испанияға Ганнибалдың Гасдрубал һәм Магон ҡустылары ла килгән. Малайҙарҙы ялланған гректар һәм карфагенлылар уҡытып йөрөгәндәр. шулар араһында спартансы Сосил да булған, ул малайҙарҙы грек теленә өйрәткән. Шулай итеп малайҙар үҙ заманына күрә төрлө яҡлы белем алып үҫкәндәр, байтаҡ телдәрҙә һөйләшә белгәндәр.

  1. Силий Италик, «Пуника», I, 73—80
  2. Кораблев, 1976, с. 12