Һарун Тажиев | |
франц. Haroun Tazieff | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Варшава герцоглығы Варшава ҡалаһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
|
Ниндәй өлкәлә танылған |
Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, геолог, вулканолог, яҙыусы, кинематографист, Сицилияла Халыҡ-ара вулканология институтын нигеҙләүсе |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Һарун Тажиев (франц. Haroun Tazieff; 11 май 1914 йыл — 2 февраль 1998 йыл[1]) — Бельгия һәм француз геологы һәм вулканологы, Икенсе донъя һуғышы йылдарында Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, вулкандар тураһында китаптар һәм фильмдар авторы. Сицилияла Халыҡ-ара вулканология институтына нигеҙ һалыусы[1]
Һарун Сабир улы Тажиев 1914 йылда Рәсәй империяһы Варшава герцоглығы Варшава ҡалаһында тыуған.
Атаһы Сабир Дашкин тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ була. Е. К. Мархинин яҙыуынса, уның атаһы рус армияһында табип булып хеҙмәт итә һәм Беренсе донъя һуғышында вафат була[2][3]. Икенсе бер фараз буйынса, атаһы Фәттәх Тажиев (1882—1976) хәҙерге Польша территорияһында немецтарҙа тотҡонлоҡта була һәм бер ҡатын-ҡыҙҙы осрата, уларҙың ике улдары тыуа. Һуғыштан һуң тыуған ауылы Исламбаҡтыға (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) ҡайта, бында кәләш ала, уларҙың ике улдары тыуа[4]. Инера Сафаргалиева буйынса атаһы Сабир Тажиев була, ул 1885 йылда Сәмәрҡәндтә татар ғаиләһендә тыуған, һөнәре буйынса табип, белемен Европала алған, Польшала немецтар һөжүм иткәндә һәләк була[5].
Әсәһе — Зенита Илъяс ҡыҙы Клупт хаҡында шулай уҡ мәғлүмәттәр аҙ. Ул хәҙерге Польшаның территорияһында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Францияла икенсегә кейәүгә сыға. Уның тураһында Зинаида Шаховская 1937 йылғы Пушкинға арналған сараларға бәйле үҙенең иҫтәлектәрендә ошолай яҙа: «…шиғырҙар тәржемәһе өҫтөндә, Роберт Вивье һәм уның ҡатынынан (рәсәй татары, хәҙер инде билдәле Һарун Тажиевтың әсәһе) башҡа …»[6] .
Һарун Тажиев Польшала әсәһе менән ҡала. Октябрь инҡилабынан һуң эмиграцияға эләгә. 1917 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1921 йылда) Һарун Тажиев әсәһе менән Бельгияға күсенә, бында ҡасаҡ статусында йәшәй һәм тик 1936 йылда бельгия гражданлығын алыуға ирешә. Был ваҡытта Льеж университетында геологҡа һәм бер үк ваҡытта Gembloux агрономға уҡый. 1938 йылда агроном дипломын ала. Икенсе донъя һуғышы барышында белем алыуын туҡтатырға мәжбүр була һәм тик 1944 йылда геолог дипломын ала. Һуғыш осорондә Француз Ҡаршылығы хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Бельгия Конгоһында (хәҙерге Конго Демократик Республикаһы) Катанга провинцияһында аҡ ҡурғаш ятҡылыҡтарында геолог булып эшләй. 1948 йылда Кутуро вулканының атылыуын күрә, был уға ҙур тәҫьир яһай һәм вулканология уның артабанғы тормошонда төп шөғөлө булып китә. 1957 йылдан Брюссель университетында доцент булып эшләй һәм вулканология милли үҙәге етәкләй. 1958 йылдан Париж Ер физикаһы институтының вулканология буйынса директоры һәм тәбиғи фәндәр факультетының доценты вазифаларын башҡара. Планетаның төрлө урындарында — Этна, Стромболи, Эребус, Аляскалағы Мең төтөн үҙәне, Гваделупа утрауындағы Суфриер (Бас-Тер), Мартиника утрауындағы Монт-Пелела һ.б. бихисап тикшеренеүҙәр яһай.
Экспедициялар материалдары буйынса 48 ҡыҫҡа һәм тулы метражлы фильмдар төшөрә, 23 китап һәм 11 ғилми хеҙмәт һәм монография яҙа.
1984—1986 йылдарҙа Франция премьер-министры ҡарамағында дәүләт сәркәтибе вазифаһын үтәй, төп техноген һәм тәбиғи ҡурҡыныстарҙы иҫкәртеү өсөн яуаплы була. 1988—1995 йылдарҙа Вулканик ҡурҡыныстар юғары комитеты президенты вазифаһын башҡара, һәм Philomatique йәмғиәтенпң һәм Explorer клубының (Нью-Йорк ағзаһы була.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында экологик паранойя һәм тәбиғәтте ялған һаҡлау афёраларына ҡаршы әүҙем сығыш яһай. Һарун Тажиев 1998 йылдың 2 февралендә Парижда вафат була һәм Пасси зыяратында ерләнә.