Һары уйғырҙар менән бутамаҫҡа.
Һары уғырҙар |
Һары уғырҙар (рус. Сарагуры, лат. Saragurs, бор. грек. Σαράγουροι, сүр. s.r.w.r.g.wr, Šarağurs) — V һәм VI быуаттарҙа телгә алынған Евразияның уғыр (төрки) күсмә ҡәбиләләре. Был Сулуцзе (蘇路羯, suoluo-kjɐt) булыуы мөмкин, улар Ҡытайҙың Sui (Суй) китабында телгә алына. Улар Көнбайыш Себерҙән һәм ҡаҙаҡ далаларынан килеп сыҡҡан, унан Кавказдың төньяғына сабирҙар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған.
Питер Бенджамин Голден яҙыуынса Saraγur йәки Šara Oγur «һары» йәғни «аҡ» уғырҙар тип аңлатыла.
Уғырҙарҙың этнонимы шулай уҡ бер нисә боронғо болғар ҡәбиләләре составындағы атамаларында айырылып тора: унуғыр/оноғур (< оn оγur «ун уғыр ҡәбиләһе»), һары уғыр/сарағур (< sarγ оγur «һары уғырҙар»), утиғурҙар (< utur оγur «утыҙ уғыр ҡәбиләһе»), ҡутриғырҙар, биттуғырҙар, куриғырҙар һәм башҡалар. Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев башҡорт этнонимының да баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе) өлөштәренән тора тип иҫбатлай һәм «венгр» (вун[1] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[2] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[3].
Беҙҙең эраның яҡынса 463 йылында акацирҙар һәм һундар союзы составына ингән башҡа ҡәбиләләр һары уғырҙарҙың һөжүменә дусар була. Һары уғырҙар ҡәбиләләре уғырҙар берләшмәһенән тәүгеләр булып Ҡара диңгеҙ буйы-Каспий далаһына килгән. Был кидарҙарға (ксиондар төркөмсәһе) һөжүм иткән уарҙар (аварҙар) тарафынан эске Азияла башланған миграцияларға бәйле була. Акацириҙар Ҡара диңгеҙҙән төньяҡҡа, Ҡырымдан көнбайышҡа табан йәшәгән.
Прискҡа ярашлы, 463 йылда Эрнах һәм Денгизич һары уғырҙар, уғырҙар (бәлки уйғырҙар өсөн Византия хатаһы булыуы ихтимал) һәм унуғырҙар вәкилдәрен Константинополдәге императорға ебәрәләр, һәм уларҙы тыуған иленән эске Азияла аварҙар һөжүменә дусар булған сабирҙар ҡыуып сығарғанын аңлаталар. 469 йылда һары уғырҙар Рим яҡлауын һорай һәм ала.
500-се йылдар аҙағында һары уғырҙар, ҡутриғурҙар, утиғурҙар һәм унуғырҙар Ҡара диңгеҙҙән төньяҡҡа табан даланың бер өлөшөнә хужа була. 555 йылда Псевдо-Захария Ритор Сарагурҙарҙы Кавказдан төньяҡҡа табан ун өс күсмә ҡәбиләнең береһе тип атай, әммә был ҡәбиләнең ул ваҡытта булғанмы-юҡмы икәне билдәһеҙ.
630 һәм 635 йылдар араһында Ҡобрат хан унуғыр болғарҙарын ҡутриғурҙар һәм утиғурҙар менән, тағы ла, моғайын, һары уғыр ҡәбиләләре менән берләштерептер, ҡеүәтле конфедерация төҙөй. Был тураһында Көнбайыш Европала урта быуат авторҙары иҫке Бөйөк Болгария, йәки Patria Onoguria тип телгә ала. Ҡайһы бер ғалимдар уны Оногундур-Болгар империяһы тип атау дөрөҫөрәктер,тип иҫәпләй.