Һаулыҡ

Должно оставить беспечность, коль дело пойдёт о здоровье.
Меру важно во всём соблюдать — в еде и напитках
И в упражненьях для тела, и мера есть то, что не в тягость.

Из «Пифагорейских Золотых стихов»[1]
Леонардо да Винчи, «Homo vitruviano»

Һаулыҡ — һәр тере организмдың һәм уның бар ағзаларының тулыһынса үҙ функцияларын үтәй алыу торошо, сирҙәр, ауырыуҙар юҡлығы. Һаулыҡты өйрәнеүсе фәндәргә диетология, фармакология, биология, эпидемиология, психология (һаулыҡ психологияһы, үҫеш психологияһы, эксперименталь һәм клиник психология, социаль психология), психофизиология, психиатрия, педиатрия, медицина социологияһы һәм медицина антропологияһы, психогигиена, дефектология һәм башҡа фәндәр инә. Кеше һаулығын һаҡлау (һаулыҡ һаҡлау) — дәүләттең төп бурыстарының береһе. Донъя кимәлендә кешелек һаулығын һаҡлау менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шөғөлләнә. Бөтә донъя һаулыҡ көнө йыл һайын 7 апрелдә, Бөтә донъя психик һаулыҡ көнө 10 октябрҙә билдәләнә[2].

Һаулыҡтың билдәләмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уставына ярашлы, «һаулыҡ — ул сирҙәр йә физик етешһеҙлектәр юҡлығы ғына түгел, ә тулыһынса физик, рухи һәм социаль именлек торошо.»[3] Әммә был билдәләмә популяция һәм шәхси кимәлдәрҙә һаулыҡты баһалау өсөн ҡулланыла алмай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, медицина-санитария статистикаһында шәхси кимәлдәге һаулыҡ мәғәнәһендә сир йә хәл насарайыуы асыҡланмауы, ә популяция кимәлендә — үлем, ауырыуға дусар булыу, зәғифлек кимәлдәренең кәмеүе аңлатыла.

П. И. Калью «„Һаулыҡ” төшөнсәһенең төп характеристикаһы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҙгәртеп ҡороуҙың ҡайһы бер һорауҙары: күҙәтмә мәғлүмәт» хеҙмәтендә төрлө илдәрҙә, төрлө осорҙа һәм төрлө фән вәкилдәре тарафынан аныҡланған 79 билдәләмә ҡараған. Улар араһында түбәндәгеләр бар[4][5]:

  1. Һаулыҡ — организм төҙөлөшөнөң һәр кимәлендә лә нормаль эше, шәхсән иҫән ҡалыу һәм тергеҙелеү мөмкинлеген булдырыусы биологик процестарҙың нормаль барышы
  2. Организмдың һәм уның функцияларының тирә-яҡ мөхит менән тигеҙләнеше
  3. Социаль эшмәкәрлектә һәм ижтимағи файҙалы хеҙмәттә ҡатнашыу, төп социаль функцияларҙы тулыһынса үтәй алыу һәләте
  4. Сир, ауырыу торош һәм үҙгәрештәр юҡлығы
  5. Организмдың даими үҙгәреүсән тышҡы мөхит шарттарына яраҡлашыу һәләте

Кальюға ярашлы, һаулыҡтың бөтә характеристикалары түбәндәге концепцияларға нигезләнә:

  • Медицина моделе — медицина билгеләре һәм характеристикаларын үҙ эсенә алған билдәләмәләр өсөн; һаулыҡ — сирҙәр һәм уларҙың билдәләре юҡлығы
  • Биомедицина моделе — һау түгел икәнлеген субъектив тойоу һәм органик боҙолоуҙар юҡлығы
  • Биосоциаль модель — медицина һәм социаль билдәләр берлектә ҡарала, социаль билдәләргә өҫтөнлөк бирелә
  • Ҡиммәт-социаль модель — һаулыҡ кеше ҡиммәте булараҡ; Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләмәһе нәҡ ошо моделгә ҡарай.

Медицина-социаль тикшеренеүҙәрҙә һаулыҡ кимәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шәхси һаулыҡ — айырым кешенең һаулығы
  • Төркөм һаулығы — социаль һәм этник төркөмдәр һаулығы
  • Төбәк һаулығы — административ биләмәләрҙә халыҡ һаулығы
  • Йәмғиәт һаулығы — тотош популяцияның, йәмғиәттең һаулығы; сирҙәрҙе иҫкәртеү, дөйөм тырышлыҡ һәм йәмғиәттең, ойошмаларҙың аңлы теләге аша ғүмерҙе оҙонайтыу һәм һаулыҡты нығытыу фәне һәм сәнғәте булараҡ билдәләнә. Йәмғиәт һаулығына профилактика алымдары — белем биреү программаларын индереү, сәйәсәт, хеҙмәтләндереү юлдарын булдырыу, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү[6]. Йәмғиәт һаулығы төшөнсәһе вакцинация төшөнсәһе менән бәйле. Дәүләт программаларының һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ыңғай йоғонтоһо киң таныла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алып барылған сәйәсәт арҡаһында 20-се быуатта сабыйҙар һәм балаларҙың үлем осраҡтары кәмеүе, шулай уҡ донъяның төрлө ҡитғаларында ғүмер оҙонлоғо артыуы теркәлгән.


Һаулыҡ күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше һаулығы һан — күләм параметрҙары йыйылмаһынан тороусы сифат характеристикаһы һанала. Һан-күләм параметрҙары тип антрометрик (оҙонлоҡ, ауырлыҡ, күкрәк ситлеге күләме, ағзалар һәм тән туҡымаларының геометрик формаһы); физик (пульс йышлығы, артериаль баҫым, тән температураһы); биохимик (организмда химик элементтар, эритроциттар, лейкоциттар, гормондар булыуы); биологик (эсәк флораһы составы, вируслы һәм йоғошло ауырыуҙар булыуы) һәм башҡа биомаркерҙарҙы атайҙар. Кеше организмы торошо өсөн «норма» тигән төшөнсә ҡулланыла, йәғни параметрҙарҙың ҡиммәте медицина фәне тарафынан һәм ғәмәлдә раҫланған билдәле бер арауыҡҡа һыя. Ҡиммәттең билдәле булған арауыҡтан тайпылыуы һаулыҡтың насарайыуын күрһәтеүсе һәм дәлилләүсе билдә булыуы ихтимал. Һаулыҡты юғалтыу тышҡы яҡтан организмдың функциялары һәм төҙөлөшө боҙолоуын, уның яраҡлашыу һәләте үҙгәреүен аңлата. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, кешеләр һаулығы-социаль сифат, шуның өсөн дә йәмғиәт һаулығын баһалау өсөн түбәндәге күрһәткестәр ҡулланыу тәҡдим ителә:

  • тулайым милли продукттан һаулыҡ һаҡлауға бүлем
  • беренсе медик-санитар ярҙамының файҙаланырлыҡ булыуы
  • халыҡтың иммунизация кимәле
  • йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың квалификациялы белгестәр тарафынан тикшерелеү кимәле
  • балаларҙың туҡланыу торошо
  • балаларҙың үлем кимәле
  • уртаса ғүмер оҙонлоғо
  • халыҡтың гигиена грамоталылығы

Уртаса өлкән кешегә ҡайһы бер биологик норма күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Артериаль ҡан баҫымы — терегөмөш бағанаһының 140/90 мм-нан юғары түгел
  • Тән температураһы — 35,5-37,4 °C

Һаулыҡ күҙлегенән ҡарағанда, артериаль ҡан баҫымының ике төрөн билдәләргә мөмкин:

  1. оптималь: САБ терегөмөш бағанаһының 120, ДАБ 80 мм-нан кәм
  2. нормаль: САБ терегөмөш бағанаһының 120—129, ДАБ 84 мм

САБ — систола артериаль ҡан баҫымы. ДАБ — диастола артериаль ҡан баҫымы[7][8]

Йәмғиәт һаулығы күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Медицина-демографик — тыуым, үлем, халыҡтың тәбиғи артымы, сабыйҙар үлеме, етлекмәгән балалар тыуыу йышлығы, көтөлгәнсә уртаса ғүмер оҙонлоғо.
  • Ауырыусанлыҡ — эшләү һәләтен ваҡытлыса юғалтыу менән бергә, медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, төп эпидемик булмаған сирҙәр менән госпитализацияланып, дөйөм, йоғошло сиргә дусар булыу.
  • Зәғифлек күрһәткестәре.
  • Физик үҫеш күрһәткестәре.

Бөтә күрһәткестәр үҫештә баһаланырға тейеш. Халыҡтың һаулығын баһалауҙа мөһим күрһәткес — һаулыҡ индексы, йәғни тикшереүҙәр мәленә (мәҫәлән, йыл дауамында) ауырымаусылар өлөшө.

  1. iph.ras.ru/uplfile/root/biblio/ps/ps13/7.pdf с. 72
  2. Психология здоровья: новое научное направление // Психология здоровья / под редакцией Г.С. Никифорова. — СПб.: Питер, 2003. — С. 28-30. — 607 с. — (Учебник для вузов).
  3. Преамбула к Уставу (Конституции) Всемирной организации здравоохранения
  4. Калью П.И. Сущностная характеристика понятия «здоровье» и некоторые вопросы перестройки здравоохранения: обзорная информация. — М., 1988.
  5. Психология здоровья / под редакцией Г.С. Никифорова. — СПб.: Питер, 2003. — С. 42-43. — 607 с. — (Учебник для вузов).
  6. Association of Schools of Public Health. What is Public Health? 2010 йыл 4 июнь архивланған. Retrieved 2010-06-24
  7. 1.ESH-ESC Guidelines Committee. 2007 guidelines for the management of arterial hypertension. J Hypertension 2007; 25: 1105-87
  8. Всероссийское научное общество кардиологов: национальные кардиологические рекомендации