Һоро ябалаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Strix aluco (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 143245 |
Һоро ябалаҡ (Серая неясыть) (лат. Strix aluco) — ябалаҡтар ғаиләһендәге, уртаса ҙурлыҡтағы ҡош.
Ҡарға ҙурлығында. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таплы һарғылт һоро йәки ерән-һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй өҙөк һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡауылдаҡ ябалаҡтан бәләкәйерәк, ҡойроғо ҡыҫҡа булыуы менән айырыла.
Тауышы көслө: «ху-ху-хууу» йәки киҫкен «ҡуйт».
Урманда йәшәй. Төп аҙығы — ҡыр сысҡандары. Ултыраҡ ҡош. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп ағас баштарында осрай. 2—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
{{|en}} {{|hu}}
![]() |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |