Һуғарыу

Һуғарыу
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә irrigation engineering[d]
Класс объекта воздействия һыу
 Һуғарыу Викимилектә
Үҙйөрөшлө һуғарыу системаһы

Һуғарыу (рус. Орошение) — тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн, дымлылыҡ етешмәгән баҫыуҙарға һыу һибеү. Һуғарыу мелиорацияның бер төрө булып тора. Һуғарыу үҫемлек тамырҙарын һыу менән тәьмин итә, ер өҫтөнөң дымлылығын арттыра һәм температураһын түбәнәйтә.

Оронт йылғаһы буйындағы нориялар (Сүриә)

Боронғо замандарҙан башлап илдәрҙең көс-ҡеүәте һәм байлығы һуғарыу системаларына нигеҙләнгән була. Евфрат һәм Тигр араһындағы ерҙәрҙә систематик һуғарыу көйләнеүгә ярашлы рәүештә ауыл хужалығы сәскә ата. Иң боронғо мәҙәниәт илдәрендә: Ҡытай, Һиндостан һәм Мысырҙа, Америкала ацтектар биләмәләрендә һыу һибеү ҡорамалдары ҡалдыҡтары табылған. Мысырҙа, баҫыуҙарын һуғарыу өсөн яҙғы ташҡын һыуҙары менән ҡәнәғәтләнмәйсә, уңдырышлы тупраҡ бөтә ерҙәргә, сүл сигенә тиклем, еткерелә. Һуңыраҡ тәгәрмәсле механизм ярҙамында һыуҙы өҫкә күтәрергә өйрәнәләр[1].

Европала һуғарыу буйынса беренселекте этруск халҡы тота. Улар төҙөгән гигант каналдарҙың ҡалдыҡтары әле лә По йылғаһы буйында һаҡланып ҡалған. Уларҙан был оҫталыҡҡа римлылар өйрәнеп, дауам итә. Улар һыуҙы бик ҡәҙерләй: бейектә урынлашҡан бассейндар, һыу үткәргес каналдар, яһалма быуалар һәм күлдәр, матур биҙәлгән һыу сығанаҡтары яҡшы таҙа һыу килтереүгә хеҙмәт итә[1].

XVIII быуатта һуғарыу технологиялары Ломбардиянан Түбәнге Рейн өлкәһенә тарала. Испанияла һуғарыуҙы маврҙар башлап ебәрә. Уларҙың тырышлығы менән тау-ташлы Валенсияның тирә-яғы ҙур баҡсаға әйләнә. Маврҙар һыуҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, тау йылға-шишмәләрен йәйге ваҡытта быуып ҡуйған. Тауҙарҙағы һыуһаҡлағыстар һыуы магистраль каналдар буйынса ағыҙылған, ә уларға тоташҡан тирә-яҡ каналдарҙан һыу айырым баҡсаларға нориялар аша ағыҙылған. Һәр баҡсаға һыу күләме һанап билдәләнгән булған. Артыҡ һыу тотонған өсөн штрафтар ҡаралған[1].

Һыу алыу яйланмаһы
Һуғарыу каналы

Тупраҡтың уңдырышлығын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған һыу режимын яҡшыртыу саралары гидромелиорация тип атала. Гидромелиорация һыу режимын үҙгәртеүгә йәки аныҡ көйләүгә хеҙмәт иткән инженерия гидротехник ҡоролмалары төҙөү юлы менән алып барыла.

Һыуға ҡытлыҡ кисергәндә һуғарыуҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәүҙә биләмәне «һыуландырырға» кәрәк, сөнки ситтән һыу килтереү һөҙөмтәһеҙ һәм артыҡ ҡыйбат баһаланыр ине. Шуға күрә һыу тәбиғи юлдар мелән килтерелә.

Һуғарыу мелиорацияның башҡа саралары менән рәттән ҡулланыла. Мәҫәлән, агро-урман мелиорацияһы урман һыҙаттарын һәм биләмәләрҙе күҙҙә тота. Шулай итеп, микроклиматтың шарттарын үҙгәртергә мөмкин, сөнки урман ултыртыу тупраҡты дымландырыу әйләнешен яҡшырта[2]. Ҡоролоҡло яҡтарҙа тупраҡты дымландырыу ярҙам итмәҫкә мөмкин, сөнки ҡоро ел дымды алып китә, үҫемлектәр һулый, кибә. Йылылыҡ мелиорацияһы үҫемлек культураларына йылы һыу һибеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

  • ыҙан буйлап һуғарыу каналындағы һыуҙы насос ярҙамында һибеү;
  • махсус һалынған торбаларҙан һыу һибеү;
  • аэрозоль һуғарыу — ер өҫтөнөң дымлылығын һәм температураһын көйләү өсөн ваҡ ҡына һыу тамсылары менән һуғарыу;
  • тупраҡ аҫтынан һуғарыу — һыуҙы үҫемлектәрҙең тамыр ҡатламына биреп һуғарыу;
  • лиманлы һуғарыу — яҙғы ағын һыу менән бер мәртәбә үткәрелә торған һуғарыу;
  • яһалма ямғыр яуҙырыу — үҙйөрөшлө һәм үҙйөрөшһөҙ системалар ярҙамында уратып һәм фонтан рәүешендә һыу һибеү.
ГДР баҫыуҙарында (1967) түңәрәк буйынса һыу һибеү ҡоролмаһы
  • ирригацион эрозия (ер өҫтөнөң йыуылыуы);
  • тупраҡта агроирригацион культура горизонты тупланыу;
  • тупраҡ татырланыуы;
  • грунт һәм тупраҡтың һаҙланыуы;
  • ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныуы;
  • йылғалар һайығайыуы;
  • урындағы рельефтың баҫылыуы.

Һуғарыу өсөн ер аҫты минераль грунт һыуҙарын файҙаланыу тупраҡтың татырланыуына килтерә. Шулай уҡ минераль ашламалар ҡулланыу тупраҡтың татырландыра.

Төрлө илдәрҙә һуғарыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һуғарылған майҙан
(1990-сы йылдар аҙағана),
млн га
Ил Майҙан Ил Майҙан
Ҡытай 59,3 Япония 2,5
Һиндостан 60,9 Испания 3,41
АҠШ 24,74 Италия 2,67
Пакистан 19,42 Египет 3,65
Рәсәй 4,5 Бразилия 4,45
Индонезия 5,3 Аргентина 1,65
Мексика 6,2 Ирак 3,525
Үзбәкстан 4,223 Болгария 0,588
Румыния 1,5 КАР 1,67


Арыҡтар - башлыса Үҙәк Азияла, өлөшләтә Кавказда ҡулланылған ҙур булмаған һуғарыу каналы рәүешендәге гидротехник ҡоролма.

Арыҡтарҙы ҡоро климатлы төбәктәрҙә ҡулланалар, ундай урындаҙа һуғармайса иген игеү мөмкин түгел тиерлек. Арыҡтар йәйге осорҙа Атмосфера яуым-төшөмдәре минималь күләме әҙ булғанда ағастарҙы һуғарыу өсөн тораҡ пункттар сиктәрендә йыш төҙөлә. Арыҡтар бик боронғо замандарҙан уҡ ҡулланыла һәм 3000 йылға яҡын тарихы бар.

Шулай уҡ йылғаларҙан һыу алырға мөмкинлек биргән ҡылымыҡтарҙы ла, ҡайһы саҡ иҫке каналдарҙы ла арыҡ тип атайҙар. Ҙур арыҡ һәм каналдарҙың анхор (үзб. анҳор) тигән атамаһы ла ҡулланыла[3].

Бишкәк ҡалаһындағы арыҡтар

Арыҡ һүҙе ҡулланып барлыҡҡа килгән топонимдар ҙа бик күп - Аҡарыҡ, Алтыарыҡ, Бешарыҡ, Кум-арыҡ, Джаны-арыҡ , Чон-арыҡ , Орто-арыҡ, Таш-арыҡ, Джель-арыҡ, Жылан-арыҡ, Чолок-арыҡ , Джон-арыҡ, Ден-арыҡ, Кайырма-арыҡ.

Башҡортостанда һуғарыу эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда ла мелиорация, һуғарыу эштәре үткәрелә. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылдың 1 ғинуарына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең майҙаны 7320,2 мең гектар тәшкил иткән. Был ауыл хужалығы маҡсаттарына һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн файҙаланылған ауыл хужалығы ойошмалары һәм граждандар өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр. Был категорияға төрлө ауыл хужалығы предприятиеларына һәм ойошмаларына (ширҡәттәргә һәм йәмғиәттәргә, кооперативтарға, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларға, ғилми-тикшеренеү учреждениеларына бирелгән ерҙәр) ингән. Уға шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалығы, шәхси ярҙамсы хужалыҡ, баҡсасылыҡ, малсылыҡ һәм бесән сабыу өсөн бирелгән ер участкалары инә. Ерҙәрҙең дөйөм категорияһына шулай уҡ ер участкалары (шул иҫәптән файҙаланылмаған) һәм граждандар ҡарамағындағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкалары менән биләнгән майҙандар ингән. Һуғарылған ерҙәрҙең дөйөм майҙаны — 38292 га. Уларҙың 38292 гектары — ауыл хужалығы биләмәләре. Әммә был мәғлүмәттәр ҙур майҙанлы ер менән файҙаланыусыларға ҡарата ғына алынған[4].

2020 йылда республикала мелиорация эштәре киңәйтелгән. Мәҫәлән, Ауырғазы районында һөтсөлөккә тәғәйенләнгән мал аҙығы баҫыуҙары һуғарыла башлаған, ул 276 га майҙанда башҡарылған[5]

2022 йылда Башҡортостан баҫыуҙарында һуғарыу системалары урынлаштыра башлаясаҡтар. Ҡоролоҡло 2021 йылда 300 мең гектарға яҡын майҙандарҙа сәселгән иген культуралары зыян күрҙе, 150 мең гектарҙа һыуһыҙлыҡтан тотош ҡороно[6].

  1. 1,0 1,1 1,2 А. С. Таненбаум. Орошение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Мелиорация земель, стр. 5
  3. арыҡ // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  4. ОРОШАЕМЫЕ ЗЕМЛИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  5. В Башкортостане развивают мелиорацию 2021 йыл 2 ноябрь архивланған.
  6. В 2022 году в Башкирии начнут строить на полях оросительные системы
  • Мелиорация земель / Н. С. Ерхов, Н. И. Ильин, В. С. Мисенев. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Агропромиздат, 1991. — 319 с.: ил. ISBN 5-10-000840-7.
  • Колпаков В. В., Сухарев И. П. Сельскохозяйственные мелиорации / Под ред. И. П. Сухарева. — М.: Колос, 1981. — 328 с., ил.
  • Черемисинов А. Ю., Бурлакин С. П. Сельскохозяйственные мелиорации: Учебное пособие. — Воронеж: ФГОУ ВПО ВГАУ, 2004. — 247 с. ISBN 5-7267-0365-0.