«Һуғыш сәнғәте» (ҡыт. ғәҙәти 孫子兵法, ябайл. 孙子兵法, пиньин: Sūn Zǐ bīng fǎ, палл.: Сунь-Цзы, һүҙмә-һүҙ урыҫсаға тәржемәһе — «Законы войны (военные методы) почтенного (учителя) Суня»; башҡортса — «Мөхтәрәм (остаз) Сунь-Цзының һуғыш ҡанундары (хәрби алымдары)»; башҡа исемдәре: Трактат Учителя Суня — Остаз Сунь трактаты; Сунь-Цзы о военном искусстве — Сунь-Цзы хәрби маһирлыҡ хаҡында) — хәрби стратегияға һәм сәйәсәткә арналған киң билдәле Боронғо Ҡытай трактаты. Авторы — беҙҙең эраға тиклем (б. э. т.) VI быуатта йәшәгән ҡытай стратегы һәм аҡыл эйәһе Сунь Цзы. Трактат 13 бүлектән (главанан, ҡытайса пянь) тора. "Хәрби фәлсәфә мәктәбе"нең төп уҡыу әсбабы, ҡануни "хәрби Ете китап"та (каноническое Семикнижие — «У цзин ци шу») иң мөһиме тип иҫәпләнә.
Был трактатты ғәскәр башлыҡтары (полководецтар) — Япониянан Такэда Сингэн[1], Вьетнамдан Во Нгуен Зиап[2][3][4] үҙҙәренең хәрби эшмәкәрлегендә әүҙем файҙаланған. Сунь трактаты шулай уҡ АҠШ армияһында[5], шул иҫәптән хәрби-диңгеҙ көстәрендә уҡытыла[6].
Трактат авторы тип ғәҙәттә легендар хәрби етәксе һәм стратег Сунь Цзы (б. э. т VI—V быуаттар) һанала. Шунлыҡтан оҙаҡ ваҡыттар ул б. э. т. VI быуат аҙағы — V быуат башына ҡаратылып йөрөтөлдө. Уның Хань династияһы дәүеренең башы менән билдәләнгән ҡәберлектә 1972 йылда табылған яңы киңәйтелгән варианты әсбаптың барлыҡҡа килеү ваҡытын б. э. т. V быуаттың икенсе яртыһы (б. э. т. 453—403 йылдар) тип аныҡларға нигеҙ бирә. Әммә һуңғы 30 йылдан артығыраҡ арауыҡта ҡытай һәм көнбайыш ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр трактаттың тәғәйен тарихи шәхес — ғәскәр башлығы Сунь Бинь тарафынан ижад ителеүенә ныҡлы ишара яһай. Был күренекле стратег һәм хәрби теоретик Көрәшеүсе батшалыҡтар осоронда, б. э. т. IV быуатта (б. э. т. 380—325 йылдарҙа) Ци батшалығында ғүмер иткән. [7]
Хәҙерге заман ҡануни текст (һуңғы редакцияһындағы төп автор тексы) беҙҙең эраның II—III быуаттары араһында формалашҡан. Уның II—XI быуаттарҙың ун авторының йыйылма аңлатмалары (комментарийҙары) менән "хәрби Ете китап"ты дәүләт имтихандары системаһына индереү менән бәйле XI быуатта донъя күргән рәсми баҫмаһы төп нигеҙ итеп һанала.
Трактаттың дөйөм идеологияһы үҙендә иҡтисади системаның тотороҡлоғон (социаль гомеостазисын) һаҡлаусы конфуцианлыҡ нигеҙҙәрен Ҡытай фәлсәфәһенең Дао диалектикаһы, «Инь-ян» фәлсәфә мәктәбенең космик циклдары, легизм политологияһы һәм моизмдың идаралыҡ прагматизмы менән берләштерә. Бер яҡтан, һуғышты (бин) «дәүләттең бөйөк эше», «тормош һәм үлем ерлеге, йәшәү һәм юҡҡа сығыу юлы (дао)» тип, икенсе яҡтан — «алдау юлы» тип ҡараған был синтез 5 принципта дөйөмләштерелгән:
Был принциптар 7 «иҫәпләү» аша тормошҡа ашырылырға тейеш:
Ошо тоғролоҡ һәм алдау, көс һәм көсһөҙлөк, һуғышсанлыҡ һәм тыныслыҡ һөйөү диалектикаһы артабан традицион ҡытай мәҙәниәтенең, стратагем оҫталығының төп ысулына әйләнә.
Сунь Цзы һуғышты дипломатиянан башлап мобилизацияға һәм шпионажға тиклем органик бер бөтөн итеп ҡарай. Һуғыштың маҡсаты хаҡында бер ваҡытта оноторға ярамай — халыҡ, ҡәҙимгесә йәшәп, хакимға лояль ҡалырға тейеш.
Идеаль еңеү — башҡа дәүләттәрҙе, һуғыш хәрәкәттәре башламай, дипломатик ысулдар менән бойһондороу. Шуның өсөн әүҙем дипломатия алып барып, дошмандың башҡалар менән булған союзын тарҡатыу һәм уның стратегияһын юҡҡа сығарыу зарур.
Хәрби хәрәкәттәрҙең ҡиммәтле булыуын, дәүләткә зыян, ә халыҡҡа ҙур бәхетһеҙлек алып килеүен Сунь Цзы даими айырып күрһәтә. Шуға ла һуғыш тиҙ, нәтижәле (эффектив) һәм мобиль барырға тейеш. Һуғышты оҙаҡҡа һуҙыу — халыҡҡа ҡарата кешелекһеҙ (гуманһыҙ) була, ти ул.
Сунь Цзы концепцияһының нигеҙендә еңел еңеү мөмкинлеген тыуҙырыу өсөн «дошман менән идара итеү» кәрәклеге хаҡындағы төп фекер ята: дошмандың әҙерлекле көстәре менән туранан-тура бәрелештән ҡотолоп, уны ҡыҙыҡтырып (әүрәтеп, ылыҡтырып йәки хәйлә менән) боҫҡонға (засада, ловушка) индереү (алып инеү). Көстәрҙе тигеҙһеҙ бүлеү йәки уларҙы стратегик туплау (концентрация) мотлаҡ.
Хәрби хал-ваҡиғалар барған урын һәм дошмандың хәрәкәттәре хаҡында мәғлүмәт туплау һә бер үку ваҡытта үҙ хәрәкәттәреңде йәшереү. Шпиондар эшмәкәрлегенә һәр төрлө түләү армияны тотоуға ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшә, шуға ла шпионажға һәм аҡса, бүләк биреп, һыйлап һатып алыуға аҡса йәлләргә ярамай.
Ғәскәрҙәрҙә хәрби дисциплина һәм рух күтәренкелеге кәрәклеген Сунь Цзы күп тапҡыр билдәләй (ци). Рухты күтәреүгә булышлыҡ иткән ситуация һәм шарттар тыуҙырырға, ә армия ихтыярын юғалттырҙарын булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк.
Сунь Цзы һуғышты ҡотолғоһоҙ бәлә-ҡаза, афәт һәм бәхетһеҙлек тип атай һәм унан ни тиклем мөмкин, шунса һаҡланырға кәрәк тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, «һуғыш — ул ут-янғын кеүек, ҡоралын һалмағандар үҙ ҡоралынан үк үлә»[8]. Иҡтисад юғалтыуҙарын булдырмау өсөн һуғышты тиҙ алып барырға кәрәк: «Бер оҙайлы һуғыш та илгә табыш килтермәй: 100 алышта 100 еңеү — был көлкө генә. Дошмандарын тар-мар итеп танылған һәр кем был еңеүгә һуғыш ҡурҡынысы сыҡҡансы уҡ ирешкән». Трактатта билдәләнеүенсә, ҡанлы һуйыш һәм вәхшилекте булдырмаҫҡа кәрәк, сөнки улар ҡаршылыҡ тыуҙырып, дошманға һуғышты үҙ файҙаһына борорға мөмкинлек биреүе бар[9].
Сунь Цзы позиция һайлауҙы айырып күрһәтә. Армия өсөн теге йәки был позицияны һайлау тураһындағы ҡарарҙың ике объектив нигеҙе булырға тейеш — физик хәл-шарттар һәм башҡа оппозицион ҡаршы тороусы уйынсыларҙың уларға шәхсән (субъектив) инаныуы. Аҡыл эйәһе билдәләүенсә, стратегия — махсус әҙерләнгән һорауҙар исемлеге буйынса эшләүгә ҡайтып ҡалған планлаштырыу түгел, ә үҙгәреп торған шарттарға ярашлы һәм тиҙ яуап (реакция). Планлаштырыу контролдә булған шарттарҙа эшләһә лә, улар үҙгәреп торғанда оппоненттарҙың пландары бер-береһе менән ҡаршылыҡҡа килә һәм көтөлмәгән ситуациялар тыуҙыра, ти ул.
Бүлек | Исеме[10] | Исеме[11] |
---|---|---|
I | Алдан иҫәпләүҙәр | Башланғыс иҫәпләүҙәр |
II | Һуғыш алып барыу | Һуғыш алып барыу |
III | Стратегик һөжүм | Һөжүмде планлаштырыу |
IV | Хәрби тәртип | Хәрби урын |
V | Көс | Стратегик көс |
VI | Тулылыҡ һәм бушлыҡ | Бушлыҡ һәм тулылыҡ |
VII | Һуғыштағы көрәш | Хәрби көрәш |
VIII | Туғыҙ үҙгәреш | Туғыҙ үҙгәреш |
IX | Һуғыш хәрәкәттәре | Армияны күсереү |
X | Ер төрҙәре | Ер төрҙәре |
XI | Туғыҙ урын | Туғыҙ урын |
XII | Утлы һөжүм | Утлы атакалар |
XIII | Шымсылар ҡулланыу | Шымсылар ҡулланыу |
Трактаттың урыҫсаға, инглизсәгә, әрмәнсәгә, немецсаға, французсаға, японсаға, вьетнамсаға, чех һәм башҡа телдәргә заманса тәржемәләре бар.
«Сунь-цзы» һәм «У-цзы» трактаттарын урыҫ теленә XX быуаттың 40-сы йылдарында совет шәрҡиәтсеһе академик Николай Иосифович Конрад (1891—1970) тәржемә итә.