Һыу ҡуңыҙҙары (лат. Dytiscidae, (рус. Плавунцы) — ҡаты ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһендәге аҡмаҫ һәм аҡрын аға торған һыуҙа йыртҡыслыҡ итеп йәшәй, яҡшы йөҙә һәм оса торған ҡуңыҙҙар[1].
Кәүҙәләре яҫы, овал. 2,5 меңгә яҡын төрө билдәле, Рәсәйҙә 300 гә яҡын төрө бар. Был йөҙгәлектәрҙең әҙ өйрәнелеүе һәм төрҙәрен асыҡлау ауыр булыу менән аңлатыла. Ағымһыҙ, үләннәр менән ҡапланған һыуҙа йәшәй. Айырыуса ҙурҙары (3—4 см-ға ҡәҙәр): ҡаймалы йөҙгәклектәр (Dytiscus marginalis) һәм киң йөҙгәклектәр (D. latissimus), беренселәренең арҡаһы ҡоңғорт-ҡара, икенселәренең — ҡуйы йәшел төҫтә, күкрәк ҡалҡанын һәм ҡанат өҫлөктәрен һарғылт тар ҡайма уратып алған. Ҙур йөҙгәклектәр артҡы пар аяҡтары ярҙамында йөҙәләр, йоҡарған тәпиҙәрендә оҙон ҡылдар бар. Ваҡ йөҙгәклектәр һыу төбө һәм үҫәмлектәре буйлап үрмәләйҙәр. Атмосфера һауаһын һулайҙар. Йомортҡаларҙан үрсейҙәр, инә заттар уларҙы һыу үҫемлектәренә йәки һыулыҡ ярҙары быйына һала. Һыуҙа һәм ҡоро ерҙә ҡышлайҙар. Личинкалары тышҡы төҙөлөшө буйынса төрлө, ҡырыйҙарында һәм ҡорһағында трахеялы һаңаҡтары бар.
Личинкаларҙың ураҡ һымаҡ ҡаҙналығы буйынса шайыҡ аҙыҡты һурыу өсөн яйлашҡан канал уҙа. йөҙгәклектәр һыуҙа йәшәүсе организмдар, күбеһенсә бөжәктәр менән, шулай уҡ моллюсклар, сүмешбаш һәм ваҡ балыҡтар менән туҡлана. Балыҡ селбәрәләрен ашап, һыу ҡуңыҙҙары балык хужалығына зыян килтерәләр.
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
- Жизнь животных. М., 1968. Т. 3; Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977;
- Райков Б. Е., Римский-Корсаков М. Н. Зоологические экскурсии. М., 1994.