Һыуға һикереү | |
Спорт төрө | водный спорт[d] |
---|---|
Һыуға һикереү Викимилектә |
Һыуға һикереү— һыу спорты төрҙәренең береһе, һыуға һикереү,төрлө снарядтарҙан башкарыла: вышканан (5-10 метр), йә трамплиндан (1-3 метр). Һикереү ваҡытында ҡайһы бер спортсылар акробатика элементтары (әйләнеү, винт, өйөрөлөү) башҡаралар.
Ярышта судьялар осоу ваҡыттында акробатика элементтарының сифатын, шулай уҡ һыуға инеү таҙалығын баһалайҙар, синхрон һикереүҙәрҙә, шулай уҡ, ике катнашыусының элементтарҙы синхрон башҡарыуы баһалана.
Трамплин – оҙонлоғо 4,8 метр һәм киңлеге 0,5 метр булған махсус пружиналы таҡта, уның бер осо бассейндың ситенә нығытыла. Һикереү ваҡытында спортсы трамплинда тирбәлә, һуңынан көслө этәрелеп, трамплиндан өҫтәмә рәүештә тиҙлек ала. Бөтә оҙонлоғо буйынса тайыуҙы туҡтата торған түшәм менән ҡапланған. Һыу кимәленән 1 йәки 3 метр бейеклектә ҡуйыла.
Вышка – төрлө бейеклектә: 1, 3, 5, 7.5 һәм 10 метрлыҡ бер нисә платформаһы булған ҡоролма. Һәр бер платформаның киңлеге 2 метр, оҙонлоғо – 6 метр. Платформаның (трамплиндың алғы сиге кеүек үк) бассейн ҡырынан кәмендә 1,5 метрға сығып тора.
Барлыҡ һикереу төрҙәре бер нисә төркөмгә бүленә:
Трамплинда төрлө элементарҙы башҡарыуҙыңу варианттары 60-тан ашыу, ә вышканан 90-дан ашыу һикереү мөмкинлеген бар. Һәр бер һикереү төрөнә 1,2-нән алып 3,9-ға тиклем диапазонында үҙ ҡатмарлыҡ коэффициенты бирелә.
Һыуға һикереү буйынса ярыштар Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы (FINA) тарафынан үткәрелә. Һыуға һикереү һыу спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионаты программаһына инә.
Беренсе тапҡыр һыуға һикереүҙе өсөнсө Олимпия уйындары праграммаһына индерәләр (1904 йылдарҙа), шул мәлдән һыуға һикереү һәр Олимпия уйындарында бар.2000 йылда Сидней ҡалаһында Уйындар программаһына синхрон һикереүҙәр инә.
Әлеге ваҡытта олимпия программаһы үҙенә 8 комплект миҙал индерә, 4 комплекты ирҙәр араһында һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 3 метрлыҡ трамплиндан (яңғыҙ һәм синхрон) һикереү һәм 10 метрлыҡ вышканан (яңғыҙ һәм синхрон) һикереүҙә уйнатыла. Донъя һәм Европа чемпионаттары прорграммаһы 10 ярыштан тора һәм өҫтәмә рәүештә бер метрлыҡ трамплиндан шәхси һикереүҙәрҙе лә үҙенә индерә. Унан башҡа, 2013 йылғы донъя чемпионтарына хай-дайвинг буйынса ярыштар ҙа индерелә.
Ҙур ярыштар, улар араһына донъя чемпионаттары һәм олимпия уйындары ла инә, өс этапта үткәрелә. Беренсеһе квалификациянан һуң, иң яҡшы 18 ҡатнашыүсы билдәләнә, ярымфинал һикереү серияһында финалға сыҡҡан 12 спортсы асыҡлана. Бынан алдағы йылдарҙа, финалда алынған баһалар менән ярымфиналда алынған баһаларҙы ҡушҡан булалар, ләкин 2007 йылда FINA яңы ҡағиҙәләрҙе, финалды «нулдән» башлауҙы, талап итә. Һәр бер этапта спротсылар сират буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар — 5, ирҙәр 6 һикереү башҡаралар. Һәр этап алдынан спортсылар һикереү программаһын белдерәләр, ә судьялар һәр бер һикереүзең ҡатмарлылыҡ коэффициентын раҫлай. Ярыш барған ваҡытта һикереү төрҙәрен һәм тәртибен үҙгәртергә рөхсәт ителмәй.
Шәхси ярыштарҙа һәр бер һикереү баһаһын асыҡ система буйынса ете судья ҡуя[1]. Уларҙың һәр береһе 10-ға тиклем баһа ҡуя, унан һуң ике иң яҡшы һәм ике иң насар баһа алып ташлана һәм ҡалған өс баһа һикереүҙең ҡатмарлыҡ коэффициентына һәм 0.6-ға ҡабатлана.
Синхрон һикереүҙәрҙе 9 арбитрҙан торған коллегия баһалай, ике судья һәр спортсының башҡарыу техникаһын, ә ҡалған бишәүһе тик синхронлыҡты ғына баһалай. Унан һуң иң яҡшы һәм иң насар баһалар алып ташлана һәм ҡалған баһаларҙың суммаһы һикереүҙең ҡатмарлыҡ коэффициентына һәм 0.6 ҡабатлана.
Һикереү техникаһына баһа биргәндә, судья йүгереп килеүгә һәм башланғыс позиция сифатына иғтибар итә (йүгереп килеү тура һыҙыҡ буйынса башҡырыла һәм, кәм тигәндә, дүрт аҙымдан тора, терәү яҡшы нығытылырға тейеш), этәрелеү, осоу ваҡытында элементтарҙы башҡарыуы, һыуға инеү (максималь вертикаль булырға һәм һыу сәсрәүе минималь булырға тейеш).