Һөйләм — синтаксистың төп берәмеге. Һөйләүсенең йәки яҙыусының тыңлаусыға йәки уҡыусыға әйтергә теләгән фекере һөйләмдә формалаша.
Хәбәр һөйләмдәр ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында белешмә бирә, хәбәр итә . Улар телмәрҙә ҡулланылған һөйләмдәрҙең иң киң таралған төрө. Хәбәр һөйләмдәр йөкмәткеһе, төҙөлөшө, функциялары буйынса ла бик күп төрлө: улар хәбәр итәләр, тасуирлайҙар, һүрәтләйҙәр, билдәләйҙәр, характеристика бирәләр. Бындай һөйләмдәр йыйнаҡ йәки тарҡау, бер составлы йәки ике составлы, ябай йәки ҡушма булалар. Уларҙың структураһы йөкмәткеләренә бәйле. Хәбәр һөйләмдәрҙең төп үҙенсәлеге — уларҙың сағыштырмаса тамамланған уйҙы белдереүе, уларға тыныс тон хас. Бындай һөйләмдәр түбәнәйеүсе интонация менән әйтеләләр. Ғәҙәттә, айырып күрһәтергә теләгән һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә логик баҫым төшә: Аяуһыҙ һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Беҙҙең ғәскәрҙәр хасил иткән саҡрымдарға һуҙылған ут йомғағы, үҙ юлындағы бөтә нәмәне кире һепереп, торған һайын асырғаныбыраҡ дошман өҫтөнә тәгәрәне. Пехота полкы күптән инде ошо ут йомғағына уҡмашҡайны (Д. Бүләков).