Һөңгө

Саҡматаш ҡорал: дротик (ҡыҫҡа һаплы һөңгө) һәм бысаҡ

Һөңгө (урыҫ. копьё) — ағас һаплы, сәнселә йәки ҡырҡып яралай торған торған ҡорал.

Һөңгөнең ике төрө була: ырғытыу һәм яҡын алыш өсөн. Ябай һөңгө ағас һаплы, башағы металл һәм төрлө рәүешле булыуы мөмкин.

Һөңгө символ булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөңгө — скандинав мифологияһында һуғышсанлыҡ, агрессив ҡылыҡ символы, Один дошман ғәскәре яғына һөңгө ташлап илаһтар араһында һуғыш сығара. Шулай уҡ ул фаллос символы. Ведаларҙың космогоник мифында Һөңгө менән һөт океанын болғатыу йәки һөңгө ватҡан йомортҡа тап ошо юҫыҡта һынландыра. Угарит (йәшен илаһы) һәм Баал (уңдырышлылыҡ алиһәһе) уҙаҡлашыуы йәшен-һөңгө менән һүрәтләнә. Индуизмда Индра Һөңгөһө - еңеү эмблемаһы булып хеҙмәт итә. — һуғыш аллаһы индуистар. Ҡытайҙа икенсе дәрәжәләге илаһтар атрибуты булып тора.

Һөңгө — донъя күсәре символдарының береһе.

Христиандарҙа һөңгө — Христос ғазаптары, ғәҙелһеҙ хөкөм һәм шулай уҡ тәрегә ҡаҙаҡлау символы [1].

  1. Андреева В.,Куклев В., Ровнер А. Энциклопедия — Символы, знаки, эмблемы. М., 2004
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «копьё» мәҡәләһе бар