Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 ғинуар 1945[3][4] |
Тыуған урыны | Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 12 февраль 2023 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Хәләл ефете | Тоидзе, Нателла Георгиевна[d] |
Балалары | Абдрашитова, Нана[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, уҡытыусы |
Эш урыны |
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d] |
Уҡыу йорто |
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты Мәскәү физика-техник институты[d] Рәсәй химия-технология университеты |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2023 |
Ойошма ағзаһы | СССР Кинематографистар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы Викимилектә |
Әбдрәшитов Вадим Йосоп улы (19 ғинуар 1945 йыл — 12 февраль 2023 йыл) — Рәсәй кинорежиссеры һәм педагог. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992)[5].
Вадим Йосоп улы Әбдрәшитов 1945 йылдың 19 ғинуарында Харьков ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1959—1961 йылдарҙа Алма-ата тимер юл транспорты техникумы, 1961—1964 йылдарҙа — Мәскәү физика-техник институтында уҡый, 1967 йылда[6] кибернетика кафедраһы тамамлаған химик-технологик процестарҙы Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтының хмик-технология кибернетикаһы кафедраһын тамамлай. 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү электр-вакуум заводында эшләй.
1970 йылда ВГИК-тың режиссура факультетына уҡырға инә (башта М. И. Ромм оҫтаханаһы, һуңынан — Л. А. Кулиджанов[7]. Әбдрәшитовтың беренсе студент эше — «Асфальттан репортаж» исемле алты минутлыҡ тауышһыҙ документаль этюды — сРомм тарафынан бик юғары баһа ала . 1974 йылда үҙенең диплом эшен уңышлы яҡлай — Г. И. Гориндың «Туҡтатығыҙ Потаповты!» хикәйәһе буйынса сатирик комедияһы.
Артабан Вадим Йосоп улын Юлий Райзман «Мосфильм» киностудияһына эшкә саҡыра. Райзман «Иптәш» ижади берекмәһе естәксеһе була. Бында ул Александр Миндадзе менән осраша, һуңынануның менән берлектә 11 фильм төшөрә.
Әбдрәшиовтың эштәре тотанаҡлыҡ, эске көсөргәнешле кинематографик теле менән айырылып тора. Режиссер фильмдар үҙәгенә һәр саҡ киҫкен әхлаҡи проблемаларҙы ҡуя[8].
Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, 1986—1990 йылдарҙа СССР кинематографистар союзы идаралығы секретары (1995), Рәсәй кино академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһы идаралығы ағзаһы (һылтанма), «Триумф» премияһы жюрийы ағзаһы, Мосфильм киноконцерны «Арт-фильм» киностудияһы идаралығы рәйесе, ВГИК профессоры, ВГИК нәфис фильмы режиссураһы кафедраһының оҫтахана етәксеһе (1995), Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы (ВКСР) уҡытыусыһы[9] [10].
title=
в шаблоне {{cite web}}. [1] .