Әбйәлил районы |
Әбйәлил районы |
Байраҡ[d] |
| |
Нигеҙләү датаһы |
20 август 1930 |
|
Дәүләт |
Рәсәй |
Административ үҙәк |
Асҡар[1] |
Административ-территориаль берәмек |
Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны |
45 551 кеше (2010)[2][3] |
Административ рәүештә бүленә |
Асҡар ауыл Советы (Әбйәлил районы), Амангилде ауыл советы (Әбйәлил районы), Байым ауыл советы, Буранғол ауыл советы (Әбйәлил районы), Гусев ауыл советы, Дәүләт ауыл Советы, Ҡырҙас ауыл советы, Красная Башкирия ауыл Советы (Әбйәлил районы), Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Ташбулат ауыл Советы, Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәмит ауыл Советы (Әбйәлил районы) һәм Йәнгел ауыл Советы (Әбйәлил районы) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек |
521 метр |
Сиктәш |
Учалы районы, Белорет районы, Бөрйән районы, Баймаҡ районы һәм Силәбе өлкәһе |
Майҙан |
4288 км² |
Рәсми сайт |
abzelil.bashkortostan.ru |
|
Элементтың күренеше өсөн категория |
Category:Views of Abzelilovsky District[d] |
|
Әбйәлил районы Викимилектә |
Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).
Район ерҙәренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайыш — таулы-урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек һәм Ҡырҡтытау түбәләрендә, юғары битләүҙәрендә урыны-урыны менән ҡайынлыҡтар һәм ҡарағай, ҡарағаслыҡтар осрай. Битләүҙәр — ҡатҡан йоҡа ҡара тупраҡлы, ә тигеҙлектәр — һелтеһеҙ уңдырышлы ҡара тупраҡлы. Уралтау һыртында ҡайын ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш ҡарағас урманы үҫә, ерҙең өҫкө ҡатламы һоро урман һәм көлһыу тупраҡ менән ҡапланған. Райондың көнсығыш өлөшөндә эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған, Яйыҡ йылғаһы үҙәне яғына иңкеүләнгән тигеҙлек ятауылы Был яҡтағы бейеклек 350—400 м тирәһе. Тирә-яғы төрлө үлән ҡатыш ҡылған үҫкән уңдырышлы һәм ғәҙәттәге ҡара тупраҡлы далалалар.
Район территорияһына Азия ҡитғаһынан килгән континенталь һауа ағымы тәьҫир итә.
Ҡыш көнө баҫыу өҫтөндәге ҡарҙы осороп алып китә торған һепертмә бурандар йыш була, ә йәй көндәрендә көньяҡтан йыш ҡына эҫе ҡоро елдәр иҫә. Таулы-урманлы урындарҙа климат артыҡ ҡоро түгел. Йылға селтәре Яйыҡтың уң ҡушылдыҡтары булған Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғаларынан тора. Райондың таулы-урманлы көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Яйыҡтың ҙур ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһы башлана.
Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында күлдәр урынлашҡан (Мулдаҡ, Мауыҙҙы, Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Суртанды, Сыбаркүл һ.б.). Ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ятҡылыҡтары бар. Район территорияһында Орсоҡ һәм Дарыулы йылғалары үҙәнендә һибелмә, ә Ярлыҡап ауылы эргәһендә рудалы алтын бар; төньяҡ өлөшөндә марганецрудаһы ятҡылыҡтары (Ниязғол, Йәлембәт, Күсем) табылған; ҡуйы ҡыҙыл, алһыу ҡыҙыл, ҡараһыу шәмәхә төҫөндәге һәм башҡа төр йәшмәнең өҫкә сығып ятҡан урындары билдәле. Урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн Ҡолоҡас туф, брекчияһы (ваҡ таш алыу), Тупаҡ балсыҡ ятҡылығы һәм Красная Башкирия ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығы (кирбес етештереү өсөн), шулай уҡ Йәнгел эзбизташ ятҡылығы эшкәртелә, Мауыҙҙы һәм шифалы ләме булған Мулдаҡ күлдәре тәбиғәт ҡомартҡылары булып иҫәпләнә.
Әбйәлил районы — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы биләмәләре 208,5 мең га (район майҙ-ның 48,6 %, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 118,0, көтөүлектәр — 70,2, сабынлыҡтар — 20,2 мең га. Райондың дала зонаһында — яҙғы бойҙай (күберәк көслө һәм ҡаты сорттар), ҡарабойҙай үҫтереү; һөт-ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ; тау-урман зонаһында һөт-ит мал-ғы, ит-йөн һарыҡсылығы, тибен йылҡысылығы, яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло үҫтереү төп тармаҡтар булып тора. Әбйәлил урман хужалығының 121,3 мең га майҙанында 17504 мең м³ үҙағас, шул иҫәптән 8215 мең м³ ылыҫлы ағас бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған бәләкәйерәк предприятиелар (Асҡарҙағы он тартыу комб-ты һәм май заводы), төҙ. материалдары произв-һы бар.
Район територияһы аша Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман, Магнитогорск—Сибай тимер юлдары, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән, Булгаково— Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. «Красная Башкирия» совхозы территорияһында Магнитогорск аэропорты урынлашҡан.
Районда 74 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 28 урта мәктәп; Таштимер ауыл хужалығы ПУ, 32 дөйөм китапхана, 77 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы эшләй. Асҡар ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Күсем ауылыда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов музейы асылған.
Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Абзелил» — «Осҡон» гәзите сыға.
Мауыҙҙы күле буйында ләм менән дауалай торған «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм «Ҡараташ» шифахана-профилакторийы урынлашҡан.
- Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы (20.03.1959), дәүләт, ауыл хужалығы һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ һәм сәйәсәт белгесе. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (2006), сәйәсәт фәндәре докторы (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Тәпән ауылынан[4].
- Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы (1.09.1943), гигиенист-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Әбделмәмбәт ауылынан[5].
- Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (6.04.1949), ғалим-биолог, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Рәхмәт ауылынан[6].
- Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1.03.1914—22.02.1990), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964). Асҡар ауылынан[7].
- Өмөтбаев Вил Ғайса улы (18.02.1938), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Асҡар ауылынан[8].
- Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхислам улы (3.03.1894—8.12.1937), Беренсе донъя, граждандар һуғышы һәм 1920 йылдағы совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Муса Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры. 1931—1935 йылдарҙа Әбйәлил, Учалы һәм Мәсетле район Советтары башҡарма комитеттары рәйесе. Георгий тәреһе һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны. Ярлыҡап ауылынан[9].
- Фазылов Хатип Сәрүәр улы (25.04.1960), Рәсәйҙең (2012) һәм Башҡортостандың (2001) атҡаҙанған рәссамы. Яңауыл ауылынан[10].
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 88,6 %, урыҫтар — 8,6 %, татарҙар — 1,6 %, башка — 1,2 %[37].
- Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы[38]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ Валеев Хайдар Арсланович. Биография (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Зөлҡәрнәев Тәлғәт Рәхимйән улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәғәфүров Ҡадир Барый улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Өмөтбаев Вил Ғайса улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
- ↑ Рыскулов Габбас Шайхлисламович (1894). Сайт «Открытый список»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Хатип Сәрүәр улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года (урыҫ) — Уфа: 1969. — 429 с. — 5000 экз.
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (билдәһеҙ). Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (билдәһеҙ). Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (билдәһеҙ). Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (билдәһеҙ). Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) (билдәһеҙ). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (билдәһеҙ). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (билдәһеҙ). Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (билдәһеҙ) (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ https://ba.wikibooks.org/wiki/Әбйәлил_районы_Күбәләк_ырыуы_ауылдары_тарихы