Әзербайжан мәғарифы төшөнсәһе ӘР ҡануниәтенә ярашлы уның биләмәләрендә эшләгән мәғариф учреждениелары системаһын, уларҙың үҙенсәлектәрен (уҡытыу кимәлдәрен) һәм эш тәртибен үҙ эсенә ала. Әзербайжанда мәғариф өсөн яуаплы махсус орган Әзербайжандың Мәғариф министрлығы була.
Совет дәүеренә ҡәҙәре, Әзербайжандағы мәғарифтың төп өлөшөн ислам диненә өйрәтеү тәшкил иткән. Биш йәш тирәһенән алып 20-ләгән йәшкә тиклем теләгән кешеләр мәҙрәсәләрҙә уҡый алған. XVII-XVIII быуаттарҙа мәҙрәсәләр мәсеттәрҙән айырыла башлаһа ла, дини мәғариф көсөн юғалтмай. 1865 йылда Бакуҙа тәүге техника мәктәбе һәм ҡыҙҙар өсөн тәүге мәктәп асылды. Ун туғыҙынсы быуаттың аҙағында әзербайжан балалары өсөн донъяуи (дин уҡытылмаған) мәктәптәр асыла башлай; шулай ҙа, батша ваҡытында Кавказ биләмәләрендә университеттар булдырыу йә урта мәктәптәрҙә әзербайжанса уҡытыу ҡырҡа тыйылған. Әзербайжанлы балаларҙың һәм ҡатындарҙың күпселеге өсөн мәғарифҡа юл ябыҡ булған.
Совет дәүерендә иһә уҡый-яҙа белеү һәм, ғөмүмән, халыҡтың мәғариф кимәле ныҡ артҡан, быға хатта имлә үҙгәрештәре (1920 йылдарҙа латин әлифбаһына, 1930-ларында иһә кирил графикаһына күсеү) ҡамасауламаған. Совет осорондағы мәғлүмәткә ярашлы, 1970 йылға 9-ҙан 49-ғаса йәштәге кешеләрҙең 100 проценты уҡый һәм яҙа белгән. Әлеге мәлдә лә башланғыс белем кимәле бик юғары булып ҡала: United Nations Development Program-дың 2009 йылғы мәғлүмәткә ярашлы, Әзербайжанда уҡый-яҙа белеү һәм башланғыс белем кимәле 99.5 процент.[1]
Совет осорондағы Әзербайжандың мәғариф системаһы Мәскәүҙәге үҙәк власть тарафынан раҫланған ҡалыпҡа ярашлы булдырылған булған. Барлыҡ мәғариф учреждениелары дәүләт контроле өҫтөндә булған, бөтөн кимәлдәрҙә лә марксизм-ленинизм идеологияһын һәм тәғлимәтен өйрәнеү мәжбүри булған.
Бойондороҡһоҙлоҡ дәүеренең иң башында Әзербайжанда латин әлифбаһы кире ҡайтарыла. Бынан тыш мәғариф системаһының төҙөлөшө үҙгәреш кисермәгән тиерлек. Бойондороҡһоҙ Әзербайжанда элекке осорҙа тыйылған дини мәғариф тергеҙелгән, мәктәп программаларынан идеологияға бәйле материал сығарылған. Һәр бер баланың 11 йыл буйы мәктәптә бушлай уҡырға хоҡуғы бар, кәмендә 9 синыфта уҡыу мәжбүри була. Совет осороноң аҙағында уҡыусыларҙың 18 проценты самаһы урыҫса уҡыһа ла, әлеге мәлдә (1988 йылдан алып) уның мәғарифтың төп теле булараҡ роле ҡырҡа төштө. Сит тел итеп инглиз теле уҡытыла, икенсе сит тел итеп урыҫ теле уҡытылырға мөмкин.
Әзербайжанда мәғариф йәмғиәттең һәм дәүләттең үҫешенең нигеҙе, стратегик мәғәнәгә эйә булған даирә булып һанала. Әзербайжандағы мәғариф системаһы демократик һәм донъяуи, милли һәм халыҡ-ара ҡиммәттәр һәм принциптарға нигеҙләнә. Әзербайжанда йәшәгәндәрҙең барыһы ла 11 йыл буйы тулы урта белем алыу хоҡуғына эйә. Был хоҡуҡ ӘР Конституцияһында ла, мәғариф тураһындағы ҡануниәттә лә нығынған.
Әзербайжан Конституцияһының 42-се статьяһына ярашлы, мәғариф хоҡуғы ошоларҙан ғибәрәт:
Әзербайжан теле, илдең берҙән-бер рәсми теле, мәғарифтың төп теле булып тора. Унан тыш ҡайһы бер райондарҙа уҡыу аҫаба халыҡтарҙың телдәрендә (ауар, цахур, лезги, талыш һ.б.) алып барыла.
Баку Дәүләт Университеты (1919 йылда Әзербайжан Университеты исеме менән ойошторолған) белемдең барлыҡ даирәләренә ҡағылышлы (физиканан алып шәрҡиәткәсә) белем бирә һәм илдәге иң ҙур китапханаға эйә була. Унда 11 меңдән ашыу студент белем ала, 600-ҙән ашыу уҡытыусы эшләй. Нефтехимия, геология һәм уларға бәйле даирәләрҙә белем Нефть һәм Химия институтында алына. 1920 йылда барлыҡҡа килгән был уҡыу йортонда 15 мең тирәһе студент уҡый, бер меңгә яҡын уҡытыусы эшләй.