Әзраҡиҙәр | |
Кем хөрмәтенә аталған | Нафи ибн аль-Азрак[d] |
---|---|
Нигеҙләүсе | Нафи ибн аль-Азрак[d] |
Әзраҡиҙәр (ғәр. أزارقة; рус. Азракиты) - Исламдың хәрижи ағымының VII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән һыйышмаҫ тармағы тарафдарҙары. Был мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы - Әбү Рәшит Нәфиғ ибн әл-Әзраҡ[1][2].
VII быуаттың 80-се йылдарында Нәфиғ ибн әл-Әзраҡ һәм уның хәрби етәкселәре 30 меңлек ғәскәр менән Ираҡта ҡеүәтле ихтилал башлай, ул өмәүиҙәргә лә, шиғыйҙарға ла ҡаршы йүнәлтелә. Баш күтәреүселәргә Оман һәм Йәмәмә хәрижиҙәре ҡушыла.
Бер-бер артлы еңелеүҙәр әзраҡиҙарҙың хәрби рухын ҡаҡшата; юлбашсыға йәшерен ризаһыҙлыҡ асыҡтан-асыҡ ғәйепләүҙәргә һәм буйһонмаусанлыҡҡа әйләнә. [3].
VIII-IX быуаттарҙа әзраҡиҙәрҙең Иранда (869 - 883) сығыштары дауам итә, VIII быуаттан уларҙың үҙәге Систанда була. Түбәнге Ираҡта һәм Хузистанда 14 йыл дауамында ҡара ҡолдар-зинжиҙәр ихтилалы дауам итә, уның башлығы әзраҡи Ғәли ибн Мөхәммәт була[4]. Бөгөнгө көндә был ағымдың эйәрсендәре юҡ һәм ул юҡҡа сыҡҡан тип иҫәпләнелә[1].
Әзраҡилек яҡлылар законһыҙ хакимдарға ҡаршы ҡораллы көрәштә ҡатнашырға мәжбүр ителә, ә был бурыстан ҡасҡандарҙы улар кафыр тип иғлан итә — һәм уларҙы үлтерергә рөхсәт итә. Нәфиғ ибн әл-Әзраҡ хатта үҙенең дошмандарының балаларын һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үлтерергә рөхсәт итә[1]. Шул уҡ ваҡытта әзраҡиҙәрҙең «иманһыҙҙарҙы» үлтереү принцибы христиандарға һәм йәһүдтәргә ҡағылмай, сөнки улар Ғайса һәм Муса пәйғәмбәрҙәренең тәғлимәтенә хыянат итмәгән тип иҫәпләйҙәр[4].
Бөтә хәрижиҙәр кеүек, улар ҙа ҙур гонаһтар ҡылған мосолмандарҙы иманһыҙ тип иғлан итә (әл-ҡабаир), һәм улар мәңге тамуҡ утында янасаҡ тип иҫбатлай[1]. Әзраҡиҙәр «иманды һаҡланып йәшереү " принцибын кире ҡаға (тәҡиә). Улар имамлыҡҡа «иң лайыҡлыһы " тип ҡулына ҡорал тотоп сығыш яһаусы һәм кешеләрҙе «иманһыҙҙар» менән көрәшергә саҡырыусы ғына дәғүә итә ала тип таный. Ошоноң нигеҙендә улар хәлифә Али ибн Әбү Талипты, Усман ибн Әффанды һәм уларҙың фекерҙәштәрен иманһыҙ тип иғлан итә[4].
Үҙ контроле аҫтында булмаған территорияларҙы әзраҡиҙәр "һуғыш иле» тип иҫәпләй (Дар әл-хәрб), ә уның халҡы юҡ ителергә тейеш була[1]. Әзраҡиҙар үҙҙәренә күсеп килгәндәрҙе берәй ҡолдо үлтерергә тәҡдим итеүҙәре менән һынап ҡарай. Баш тартҡандың үҙен мөнафиҡ һәм мөшрик тип, үлтергәндәр [4].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |