Әл-Баҡый | |
ғәр. مقبرة البقيع | |
Нигеҙләү датаһы | 622 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Мәҙинә |
Тасуирлау биттәре | openstreetmap.org/way/65… |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Әл-Баҡый зыяратында ерләнгәндәр |
![]() |
Әл-Ба́ҡый (ғәр. البقيع) йәки Йәннәт әл-Ба́ҡый — Мәҙинәләге (Сәғүд Ғәрәбстаны) зыярат. Пәйғәмбәрҙең Ән-Нәбәүи мәсететенән көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан. Зыяратта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бик күп туғандары, ансарҙар һәм сәхәбәләр ерләнгән[1].
Мөхәммәт Пәйғәмбәр 622 йылдың сентябрендә Мәккәнән Мәҙинәгә килгән сағында сәнскәк ҡаплаған ер киҫентеһе була. Ән-Нәбәүи мәсетен төҙөгән мәлдә Мөхәммәт Пәйғәмбәр был ерҙе ике етем балаға инселәп һатып ала. Әл-Баҡыйла беренсе ерләнгән кеше ансар Әсәәд ибн Ҙәрәрә була.
624 йылда Бәҙер һуғышында Рәсүлдең ҡыҙы Руҡая ауырып үлә[2]. Бәҙерҙән ҡайтыуына зыяратта Усман ибн Мәзүн ерләнә[3].
Өсөнсө хаҡ хәлифә Усман ибн Әффан башта әл-Баҡый эргәһендәге йәһүд зыяратына ҡуйылған була. Өмәүиҙәр хәлифәһе Мүәвиә I ике зыяратты ҡушырға һәм Усмандың ҡәбере өҫтөнә яңы көмбәҙ ҡуйырға ҡуша.
1925 йылда король Ғабдул-Әзиз ибн Сәғүд бойороғо менән зыяраттағы барлыҡ кәшәнәләр алып ташлана[4].