Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәғәләүиә тәриҡәте (ғәр. طريقة آل باعلوي), шулай уҡ Ғәләүиә тәриҡәте булараҡ билдәле , суфыйҙар туғанлығы[1]. Үҙәге Йәмәндә, Хәҙрәмәүттә, әммә әлеге ваҡытта Һинд океанының бөтә яр буйына хәҙрәмәүи диаспораһы менән бергә таралған. Тәриҡәт Бәғәләүи сәйеттәре ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Тәриҡәт Әл-Факиһ Мөҡәддәм Әс-Сәйет Мөхәммәт Ибн Әли Бәғәләүи Әл-Хөсәйени тарафынан нигеҙләнгән. Бәғәләүи һижриҙең 653 йылында (беҙҙең эраның 1232 йылы) вафат була.Ул үҙенең ижәзәһен Мароккола Әбү Мәҙйән аша ала[2].
Силсиләһенең ижәзә сылбыры Мөхәммәт Пәйғәмбәргә барып тоташа һәм уның ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптың улы Хөсәйен аша бирелә.