Әл-Ихлас сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Ихласлыҡ |
Башҡа исеме |
(Әл-Тәүхид сүрәһе) سورة التوحيد |
Статистика | |
Сүрә номеры |
112 |
Аяттар һаны |
4 |
Джүз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Әл-Ихлас сүрәһе (ғәр. سورة الإخلاص, Ихласлыҡ), шулай уҡ Сүрә Әл-тәүхид (ғәр. سورة التوحيد, Monotheism), — Ҡөрьәндең 112-се сүрәһе. Ислам ғалимдары әйтеүенсә, әл-Ихлас сүрәһе Мәккәлә иңгән. Сүрә 4 аяттан тора.
Риүәйәте: Бер көндө ҡөрәйеш мөшриктәре Мөхәммәт ғ.с. янына килеп: «Беҙгә үҙеңдең Аллаһыңды тасуирла», — тигәндәр. Аллаһы тәғәләнән ошо аяттар килгән.
Был бүлектә сүрәнең ғәрәп телендә яҙылышы, кирил һәм латин хәрефтәрендә башҡорт теленә транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире бирелә.
1:1 قُلۡ هُوَ اللّٰہُ اَحَدٌ
1:2 اَللّٰہُ الصَّمَدُ
1:3 لَمۡ یَلِدۡۙ وَ لَمۡ یُوۡلَدۡ
1:4 وَ لَمۡ یَکُنۡ لَّہٗ کُفُوًا اَحَدٌ
Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер саҡ Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһәне үҙ янына саҡырып алған да:
— И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: 1 — Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; 2 — минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; 3 — иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; 4 — хаж ҡылмай тороп.
— Атам-әсәм менән ант итәм, шул ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын, — тип аптырай ҡатын.
— Шунан да еңеле юҡ, — тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. — Өс тапҡыр «Әл-Ихлас» һәм бер тапҡыр «Фәтиха» сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге Пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Алланан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. «Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир» кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.
Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |