Әлхәмдулиллаһ

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әл-хәмдү ли-ллаһ (ғәр. ٱلْحَمْدُ لِلَّٰهِ‎ — Аллаһыға бар маҡтау‎), тәхмид — башҡортса ғәҙәттә «әлхәмдүлиллаһ» тип яҙыла[1] (ғәр. تَحْمِيد‎‎) — ғәрәп һәм мосолман донъяһында Аллаһы тәғәләгә маҡтау белдереү һүҙе, йолаһы. Ғәрәп илдәрендә был һүҙҙе йәһүҙиҙәр ҙә, нәсраниҙар ҙа әйтә. Килеп сығышы һәм ҡулланышы менән «Аллилуйя» тигән дини төшөнсәгә яҡын.

Башта «әлхәмдүлиллаһ» һүҙе Аллаһы тәғәләне данлау, һоҡланыу мәғәнәһендә ҡулланылһа, хәҙер инде көнкүрештә шатлыҡлы ваҡиғалар айҡанлы әйтәләр. Ул урыҫ телендәге «слава Богу!» тигән осраҡтарға тап килә.

Ғәрәпсә «хәмд» һүҙе маҡтау, данлау тигәнде аңлата, Аллаһы тәғәләнең маҡтаулы исемдәренең береһе — Хәмид тә ошо һүҙҙән алынған. Башҡорт теленә ул Хәмит тип инеп киткән һәм исемдәргә лә ингән. Хәмит, Хәмиҙулла, Хәмиҙә, Хәмдиә тигән исемдәр ошо һүҙҙән яһалған[2].

Ошондайыраҡ осраҡтарҙа ҡулланыла:

  • Сөскөргән кеше үҙ-үҙенә «әлхәмдүлиллаһ» тип әйтә, ә эргәһендәгеләр уға «йәрхәмикаллаһ» тип яуап бирергә тейеш (урыҫса «Будь здоров!» тигән мәғәнәгә тап килә).
  • «Һин мосолманмы?» тигән һорауға мосолмандар ғәҙәттә «әлхәмдүлиллаһ, мосолманмын» тип яуап бирә.

«Әлхәмдүлиллаһ» тигән һүҙ Ҡөрьәндә «Бисмиллаһ» тигәндән генә ҡалыша[3].

  1. taḥmīd // Encyclopaedia of Islam, Second Edition, Glossary and Index of Terms. Leiden : E. J. Brill.
  2. Таңһылыу Кусимова, Светлана Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010.- 219 бит
  3. Әл-Фатиха https://ru.quranacademy.org/quran/1:2-2/kul
  • Ҡөрьән (башҡортса) [1]
  • Таңһылыу Кусимова, Светлана Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010.- 219 бит