Әндәрүн — идара итеүсе кадрҙар әҙерләү буйынса һарай үҙәге, Ғосман империяһында XV быуат уртаһынан XIX быуат башына тиклем эшләй. Истанбулда солтандың Тупҡапы һарайындағы өсөнсө ихатаның төпкө торлағында (Әндәрүн) урынлашҡан була.
Христиан ғаиләләренән дәвширмә буйынса йыйылған төрлө йәштәге малайҙар төрөк ғаиләләренә таратып бирелгән, унда төрөк телен һәм мосолман диненең нигеҙҙәрен өйрәнгән. Шунан һуң ажәми оғландары («сит малайҙар») Әдирнә ҡаҙармаларында уҡытыла һәм хәрби әҙерлек үтә. Бер аҙҙан улар хәрби частарға ебәрелә, ә иң һәләтлеләре Әдирнәлә уҡыуын дауам итә. Ҡайһы берҙә уларҙы солтан үҙе һайлай.
Үҫмерҙәр эҙмә-эҙлекле ете уҡыу баҫҡысын үткән, бер үк ваҡытта һарай хеҙмәтендә лә эшләгән. Бөтә баҫҡыстарҙы ла лайыҡлы үтә алмағандар ғәскәри частарға ебәрелгән, ә уҡыуҙы тамамлағандары мөһим вазифаларға тәғәйенләнгән. Тамамлаусыларҙы бүлеүгә һәм хеҙмәт баҫҡыстары буйынса күтәреүгә ҡағылышлы ҡәтғи ҡағиҙәләр булған.
Тәүге ике баҫҡыс «кесе бүлмә» (күчүк ода) һәм «өлкән бүлмә» (бүйүк ода) тип аталған. Был бүлмәләр Хозур ҡапҡаһының (Бабүссаадә) һул һәм уң яғында урынлашҡан. Уҡыу программаһына ислам дине һәм мәҙәниәте, төрөк, ғәрәп һәм фарсы телдәре, шулай уҡ йүгереү, көрәш, һикереү, уҡтан атыу ингән. Уҡыусылар доломан костюмы кейгән, шуға уларҙы «доломансы» тип тә йөрөткәндәр.
«Ыласынсы ҡыуышы»нда (доғанчы ҡоғушу) бер юлы ҡырҡлап егет уҡытылған; был баҫҡыс Мәхмәт IV (1648—1687) ваҡытында бөтөрөлә. 1635 йылда Морат IV астырған «Хәрби ҡыуыш» (сәфәрли ҡоғушу) тәүҙә һарайҙың төпкө торлаҡтарында йәшәүселәрҙең керен йыуыу хеҙмәттәре менән бәйле була. Унда парикмахерҙар һәм мунса хеҙмәткәрҙәре әҙерләнгән; шулай уҡ һарайҙың әпәләре менән кәрләләре лә ошонда әҙерлек үткән. Һуңынан «Хәрби ҡыуыш»та төрлө һөнәрҙәргә уҡыта, музыканттар, йырсылар, көрәшсе оҫталар ҙа әҙерләй башлағандар. Тамамлаусылар сипаһ частарына ебәрелгән. Сәфәрли ҡоғушуҙа йөҙләп кеше шөғөлләнгән.
Әндәрүндең өс юғарғы баҫҡысы — «хужалыҡсы ҡыуышы» (килерчи ҡоғушу), «ҡаҙнасы ҡыуышы» (хазинә ҡоғушу) һәм «шәхси бүлмә» (хас ода) — Мәхмәт II (1451—1481) осоронда асылған. «Хужалыҡсы ҡыуышы»на сәр-киләр-и һасса етәкселек иткән, ул солтандың һәм һәрәмдең туҡланыуын ойоштороу өсөн яуаплы булған. Был баҫҡыста уҡытылған утыҙлап шәкерт ризыҡ, эсемлектәр, һарай һәм мәстеттәр өсөн шәмдәр әҙерләгән һәм һаҡлаған. Уҡыуҙы тамамланғас, улар ҡапыҡоло кавалерияһы (ҡапыҡоло сүвәри) частарын тулыландырған. «Ҡаҙнасы ҡыуышы»н баш ҡаҙнасы (хазинәдәрбашы) һәм уның ярҙамсыһы (кәтһүдә) алып барған. Бындағы уҡыусылар һанының йөҙ иллегә лә еткеләгәне булған. Тамамлаусылар ҡапыҡолоноң кавалерия частарына ебәрелгән, һарай хеҙмәткәрҙәре вазифаларына (мөтәфәррик һәм чәшнигир) алынған.
Әрдәрүндең һуңғы баҫҡысында, «шәхси бүлмә»лә, дүрт рангылы хеҙмәткәрҙәр — һарайҙағы шәхси бүлмәләрҙең өлкән паждары (хасодабашы), солтандың ҡорал йөрөтөүселәре (силәһдәр), камердинерҙар (чуһадар) һәм ат һарайы хеҙмәткәрҙәре (рикабдар) әҙерләнгән. Ҡырҡ уҡыусы дежурсы теҙмәһенә ярашлы сиратлап Изге ҡомартҡылар хазиналығын һаҡлаған һәм йыйыштырған. Улар иҙән һепергән, китаптарҙың туҙанын һөрткән, металл предметтарҙы ялтыратып таҙартҡан, байрам төндәрендә хуш еҫле матдәләр яндырған һәм рауза һыуы бөрккән.