Әүлиә Челеби | |
ғосман. apagnan | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғосман империяһы |
Тыуған көнө | 25 март 1611[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Истанбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 1682[4][2][5][…] |
Вафат булған урыны | Ҡаһирә, Египетский эялет[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | ғосман теле[d] |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, тарихсы, яҙыусы, сәйәхәтсе |
Әүлиә Челеби Викимилектә |
Әүлиә Челеби (ғосманса اوليا چلبى}}, төрөксә Evliya Çelebi, 25 март (?), 1611—1682 (?)) — ғосман[6] сәйәхәтсеһе, Ғосман империяһы һәм күрше дәүләттәр территорияларында (илдәрҙә) 40 йылдан ашыу сәйәхәт иткән.
1611 йылда Истанбулда ғосман һарай яны зәркән ювелир Дәрүиш Мәһмәт Зилля ғаиләһендә тыуған, бик шәп белем ала. Уның әсәһе сығышы менән Абхазиянан була. Әүлиә Челебиҙың әсәһенең ике туған ағалары бөйөк вәзир Мелек Әхмәт-паша, башдәфтәрдар (дәүләт казначейы) Мәхмәт Дефтердарзаде-паша һәм бөйөк вәзир Ипшир Мостафа паша була. Әүлиә Челебиҙың сәйәхәттәре Ғосмандар империяның төрлө өлөшөндә башлыса туғандарының тәғәйенләнеүе менән бәйле булған. Ҡаһирәләге йорто һәм граффитила исеме «Evliya-yı Gülşenî» (Гөлшәндән Әүлиә була) тип яҙылыуын өйрәнгәндән һуң, уның суфыйсылыҡ ордены Гөлшәнгә ҡушылыуы бик ихтимал тип уйларға ҡала. Истанбул буйынса тәүге сәйәхәтенән һуң, биналар, баҙарҙар, ғөрөф-ғәҙәт һәм мәҙәниәт тураһында яҙмалар төҙөгәндән һуң, ул 1640 йылда ҡаланан ситкә тәүге сәйәхәтенә юллана. Уның сәйәхәттәр тураһындағы бөтә яҙмалары ун томлы Сәйәхәтнамә (Сәйәхәттәр китабы) китабына йыйылған. Китапта арттырып яҙыуҙар булыуына ҡарамаҫтан, был яҙмалар XVII быуат Ғосман империяһының мәҙәни аспекттарын һәм йәшәү стилен ысынбарлыҡтағыса һүрәтләгән яҙмалар.
Ғосман империяһы биләмәләренән үтеп барышлай Челеби Кавказға, һуңынан европа илдәре һәм дәүләттәре — Австрия һәм Венгрияға бара. 1665 йылда ул Ҡырымға (Ҡырым ханлығы) килә, унда ҡырым ханы Мәһмәд IV Гәраәй (1641—1644, 1654—1666) таныша. Хан ярандары менән Әүлиә Челеби Ор-Ҡапы (Or Qapı, Перекоп) ҡәлғәһенә килә, һәм шунан үҙенең ҡырым буйлап сәйәхәтен (1666—1667 йыл) башлай. Ул күрһәтә, 1660 йылда ҡырым татарҙарының Ор-Капы ҡәлғәһе янында төньяҡ сиге була ти, дала (Ҡырағай Ялан) шулай уҡ хан биләмәһе була, ләкин унда нуғайҙар: адил, шайдак, ормитьтар. күсенеп йөрөй. Улар көтөүҙәрен йөрөткән өсөн яһаҡ түләй һәм Ҡырымға май, бал, эре мөгөҙлө мал, һарыҡ, бәрәс һәм ясырь (урыҫ ҡолдары) килтергән.[7] Ҡырымдан китеп, дон казактары ерҙәре аша ул буйынса Волга буйлап өҫкә күтәрелә, йәнәһе,Ҡазанға етә. Артабанғы сәйәхәтен Әүлиә Челеби Фракияға, Македонияға, Крит утрауына ҡыла. Мәккәгә хаж ҡылғандан һуң — Әүлиә Челеби Эвлия Мысырға юллана.
Мәрхүм булыуы тураһында аныҡ датаһы билдәле түгел, Әүлиә Челеби 1682 йылда Ҡаһирәлә вафат була.
Үәлиәнең хеҙмәте ҙур ҡиммәттәргә булған кеүек Эвлия буйынса, ер ғосман ерҙәре буынса, шулай уҡ ғосман империяһының күршеләренең тарихы, географияһы, лингвистика, архитектура һәм бик күп башҡа мәсьәләләре буйынса сығанаҡ булып хеҙмәт итә. Уның әҫәрҙәренең тәүге тикшереүселәренең һәм баҫтырыусыларының береһе XIX быуат уртаһында австриялы Йозеф фон ҺаммерПургшталь була. Ғалимдар шунда уҡ Сәйәхәттәр китабының байлығын һәм репрезентативлыҡ кимәлен баһаланы. Был сығанаҡ әлегә тиклем даими өйрәнелә һәм фән өсөн бик ҙур потенциалға эйә.
Istanbul Kanatlarımın Altında (Истанбул минең ҡанат аҫтында, 1996) — Әүлиә Челеби тасуирлауҙарына нигеҙләнгән Хезарфен Әхмәт Челеби, уның ағаһы Лагари Хәсән Челеби һәм XVII быуат башында солтан Морат IV идара иткән саҡтағы ғосман йәмғиәте тормошо тураһындағы фильм.
«Күркәм быуат. Кёсем империяһы» төрөк телесериалында актёр Нәжип Мемилли Әүлиә Челеби ролен башҡарҙы.