Өбөрө

Өбөрө
Велюр келәм киҫелеше

Өбөрө[1] (рус. Ворс) — ғәҙәттә текстиль туҡыма өҫтөндәге мамыҡланып торған ҡыҫҡа йөн, еп («өбөрөлө, йөнтәҫ туҡымалар»)[2], термин шулай уҡ хайуан тиреһе һәм бумала өсөн дә ҡулланыла.

Өбөрө өҫлөк туҡыманы етештереү процесында барлыҡҡа килә, һәм махсус өбөрөләү машинаһында мамыҡландырыу процесында ерлек материалы сүстәренән дә, шулай уҡ ерлек туҡымаға ҡушып үрелгән өбөрөлө епсәләрҙән дә тороуы мөмкин.

Туҡылған өбөрөлө материалдарҙан тыш (байка, фланель), туҡылмағандары ла (төклө фетр) булыуы мөмкин. Өбөрөнө булдырыу өсөн өҫтәмә ептәр файҙаланылған осраҡта барлыҡҡа килгән элмәктәр йә ҡалдырыла (йөнтәҫ таҫтамалдар), йә киҫелә (бәрхәт, хәтфә).

«Ворс» һүҙе шул уҡ урыҫ телендәге «волос» һүҙенә ауаздаш; Фасмер уны иран телдәренән сығара: авестаса varǝsa («сәс»), фарсыса vars/gars.

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 2-се том, 58-се бит — ISBN 5-200-01108-6
  2. ворс, ворса // Словарь Ушакова