Өләсәй — атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе, олатайҙың ҡатыны. Ейәндәре булған ҡатын.
Шулай уҡ һөйләшкән ваҡытта өлкән йәштәге инәйҙәргә ихтирам йөҙәнән дә әйтелә.
Синонимдары (урындағы һөйләштәрҙә) — әбей, әзәй, өләсәй, инәй, ҡартәсәй, ҡәртнәй (ҡарт инәй).
Өләсәй менән олатай ғаиләнең ихтирамлы ағзалары булып тора. Күп ғаиләләрҙә балаларҙы тәрбиәләү тап уларға йөкмәтелә. Улар йәшәгән осоронда йыйған тәжрибәләрен ҡулланып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй.
Өлгөлө өләсәйҙәр ғаиләлә генә түгел, бар ауылға ағинәй булып иҫәпләнә.
Испанияла йыл һайын 26 июль көнөн өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө тип билдәләнә.
Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре | |
Ир •
Ҡатын •
Атай •
Әсәй •
Ул •
Ҡыҙ •
Ағай •
Ҡусты •
Апай •
Һеңле •
Олатай •
Өләсәй | |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория: Ғаилә |