Өмәүиҙәр (ғәр. الأمويون), йәки бәнү Өмәйә (ғәр. بنو أمية) — Мүәвиә I 661 йылда хәлифәләрҙең мосолман династияһы. Суфыян һәм Мәрүәни сығышлы өмәүиҙәр VIII быуат урталарына тиклем хакимлыҡ иткәндәр. Миләди 750 йылда Әбү Мөслим етәкселегендәге баш күтәреү һөҙөмтәһендә династия тәхеттән бәреп төшөрөлә һәм Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге урынлаша. Өмәүиҙәрҙең барыһын дә ҡыралар, хәлифә Хишам ибн Ғәбд әл-Мәликтең ейәне генә тере ҡала. Был тармаҡ Испанияла Кордова хәлифәлеге династияһын башлаған була.
Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәтенә тоғро ҡала һәм Төньяҡ Африканы, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшөн, Урта Азияны, Синдты, Тәбәристан менән Журжанды яулап ала[2].
Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Яулап алынған, вариҫы булмаған кешенән ҡалған, тартып алынған ерҙәр дәүләт ҡарамағына күсә бара. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы йыя (ғөшөр һәм хараж)[2].
Дәүләтте үҙәкләштереү өсөн поста хеҙмәте тергеҙелә, үҙәк ҡаҙна һәм дәүләт архивы (диван әл-хәтим) ойошторола.
Һалым түләмәҫ өсөн күпләп Ислам ҡабул итеү арҡаһында дәүләттең табышы кәмей бара. 700 йылда Ираҡ әмире Хәжәж ибн Йософ (694—714) Исламға яңы килгән кешеләрҙе жизйәнән азат итмәү тураһында закон ҡабул итә, башҡа диндекеләрҙең ере мосолмандарға күскән осраҡта, һуңғылары ла хәрәж түләргә тейеш булып сыға. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. Һөҙөмтәлә хакимлыҡ ғәббәсиҙәргә күсә[2].