Өрөк рус. Абрикос (фрукт) — өрөк (абрикос) ағасы емеше, ғәҙәттә, уны ябай өрөктән (лат. Prunus armeniaca Lin. Lam vulgaris Armeniaca. ) алалар[ 1] [ 2] , шулай уҡ маньчжур абрикосы (Prunus mandshurica), япон абрикосы (Prunus mume), себер абрикосы (Prunus sibirica)[ 3] , бриансон абрикосы (Prunus brigantina)[ 4] , ҡайһы бер гибрид төрҙәрҙең емештәрен дә өрөк тип атайҙар[ 5]
Өрөккә төҫтө уның матдәләрендәге каротиноидтар бирә[ 6] .
Емеше составында шәкәр, витаминдар, органик кислоталар (лимон һәм алма), каротин, минералдар бар. Кеше өсөн калий , каротин, С витамины[ 7] [ 6] сығанағы булып тора, хәйер, С витамины бик күп түгел: 1 мг-да — 10 мг. Тимер ҙә әҙерәк 100 г-ға — 0,4 г мг, был оло кешенең тәүлек ихтыяжының 3-4 % тәшкил итә
Өрөктә калория әҙ (100 г-ға 48 ккал)[ 6] , шуға күрә диетик аҙыҡ булараҡ яҡшы[ 8] .
Өрөктән ҡайнатма, джем, һут, компот, марципан һәм цукат, шулай уҡ ликёр һәм шараптар эшләйҙәр. Шулай уҡ бәлеш һәм билмәндәргә эслек сифатында ҡулланалар[ 7] .
Бынан тыш, өрөк киптергән ваҡытта файҙалы сифаттарын һаҡлап ҡала. Һөйәкһеҙ киптерелгән өрөктәр күрәгә тип атала, төшө эсенән емен сығарып кире өрөк эсенә тығып ҡуйылғаны — аштак-паштак[ 9] [ 10] [ 11] тип атала.
Өрөктөң төшө асыҡ-көрән, еме ҡырҡыуыраҡ[ 12] . Уны ашайҙар, шулай уҡ марципан эшләйҙәр[ 13] . Ҡайһы саҡ әсе миндаль урынына ҡулланалар.
↑ Энциклопедический лексикон— Алм . — Directmedia, 2014. — С. 41—. — ISBN 978-5-4460-9853-8 .
↑ Аллергия. Полный справочник . — ОЛМА Медиа Групп, 2003. — С. 122—. — ISBN 978-5-224-04367-5 .
↑ А.К. Скворцов; Л.А. Крамаренко. Абрикос в Москве и Подмосковье (билдәһеҙ) . — KMK Scientific Press, 2007. — С. 7—.
↑ Bortiri, E.; Oh, S.-H.; Jiang, J.; Baggett, S.; Granger, A.; Weeks, C.; Buckingham, M.; Potter, D.; Parfitt, D.E. Phylogeny and systematics of Prunus (Rosaceae) as determined by sequence analysis of ITS and the chloroplast trnL-trnF spacer DNA (инг.) // Systematic Botany : journal. — 2001. — Т. 26. — № 4. — С. 797—807.
↑ А.К. Скворцов; Л.А. Крамаренко. Абрикос в Москве и Подмосковье (билдәһеҙ) . — KMK Scientific Press, 2007. — С. 7—.
↑ 6,0 6,1 6,2 Виктор Конышев. Еда без вреда: Азбука питания . — Эксмо , 2017. — С. 3—. — ISBN 978-5-457-03689-5 .
↑ 7,0 7,1 Галина Кизима. Большая энциклопедия садовода-огородника от А до Я . — Эксмо , 2017. — С. 6—. — ISBN 978-5-04-043810-5 .
↑ Анна Гаврилова; Анастасия Колпакова. Вишня, слива, абрикос . — Эксмо , 2017. — С. 17—. — ISBN 978-5-457-43367-0 .
↑ Галина Кизима. Большая энциклопедия садовода-огородника от А до Я (рус.) . — Эксмо , 2017. — С. 6—. — ISBN 978-5-04-043810-5 .
↑ Консервирование. Большая книга рецептов (билдәһеҙ) . — Litres, 2015. — ISBN 9785457428713 .
↑ «Кайса» в словарях (билдәһеҙ) . Грамота.ру .
↑ Алексей Синяков. Большой медовый лечебник . — Эксмо , 2017. — С. 700—. — ISBN 978-5-457-08736-1 .
↑ Мороз В. Расскажите детям о фруктах . — МОЗАИКА-СИНТЕЗ. — С. 20—. — ISBN 978-5-86775-471-6 .
Абрикос// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 1-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Галина Кизима Большая энциклопедия садовода-огородника от А до Я — Эксмо, 2017. — Б. 6—. — ISBN 978-5-04-043810-5 .