Алъяпҡыс

Аш бүлмәһе алъяпҡысы

Алъяпҡыс (йәки алъябыу [1]) — аш-һыу араһында йөрөгәндә, ҡара эштә өҫ кейеме бысранмаһын өсөн уйлап сығарылған. Ҡайһы бер сығанаҡтар 1208 йылда уйлап сығарылған тип һанай.[2])

Алъяпҡыс Боронғо Мысыр һүрәттәрендә үк күренә, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәрҙең алдына бөрмәләп бәйләп ҡуйылған тире йә ҡамыш һабаҡтарынан яһалған япма тағылған. Боронғо Рәсәйҙә, башҡорт халҡында алъяпҡыс ҡатын-ҡыҙҙың эш кейеме генә түгел, ҡупшы кейемдәр һанына ла ингән. Урыҫ ҡыҙҙары төрлөсә нағышлап биҙәгән аҡ алъяпҡыстар таҡҡан, башҡорт ҡыҙҙары иһә ғәҙәттә ҡара йә кер күтәрмәле туҡымаға биҙәктәр сигеп теккән. Алъяпҡыс урыҫ халҡында уңдырышлылыҡ билдәһе һаналған, төрлө йолаларҙа ҡулланылған, һәм барса ҡатын-ҡыҙ таға торған булған. Бәләкәс балаларҙы алъяпҡысҡа төрөп йөрөтөү яҡшыға юралған һәм бәхетле оҙон ғүмер теләү билдәһе һаналған.

Ул халыҡта шулай уҡ туй көнөндә никахланышыусылар йәшәр йорт тупһаһына алъяпҡыс һалғандар, уға баҫып үтеү шулай уҡ уңыш килтерә тип һаналған. Бойҙай сәсер алдынан алъяпҡысҡа иген һалып, мөйөштөрен төйнәп бәйләгәндәр, был мул уңышҡа юралған. Әлеге көндә был йола һаҡланмаған.

Башҡорт халҡында алъяпҡыс

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында алъяпҡыс көнкүреш эштәрендә генә түгел, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡупшы кейем элементы булараҡ та ҡулланылған. Төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш Урал аръяғы башҡорттарында, ҡатай ырыуы ҡатын-ҡыҙының байрам кейемдәренә сигеүле алъяпҡыс өҫтәлгән. Ҡатай алъяпҡыстары ҡайып сигелә (тамбур), ерлегенә ҡара туҡыма алына[3].

Башҡорт милли кейеме байрамында (2016 йыл) Балаҡатай районы күргәҙмәһе
  • Аш-һыу араһына кейә торған алъяпҡыс
  • Йорт хужабикәһе алъяпҡысы
  • Ашнаҡсы алъяпҡысы
  • Сәстараш алъяпҡысы
  • Тимерсе алъяпҡысы

Алъяпҡыс — Рәсәй империяһында һәм совет мәктәп формаһы өлөшө, ҡыҙҙар көндәлеккә ҡара алъяпҡыс, байрамға аҡ алъяпҡыс таҡҡан. Мәктәп алъяпҡысы ғәҙәттә билдән түбән итәкте алдын ҡаплаған туҡыма киҫәгенән, билдән өҫтә ҡулбаш аша үткәрелгән бау беркетеп тегелә. Ул бауға ҡупшы "ҡанаттар" ҙа ҡушып тегәләр.

Масон алъяпҡысы (запон)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Масон алъяпҡысы  — запон бер ниндәй биҙәкһеҙ, тик ябай итеп тегелә. Һуңғараҡ аҡ һарыҡ тиреһе менән алмашынған, әле лә шулай ҡала. Масонлыҡҡа алынған һәр кем аҡ алъяпҡыс ала һәм ложала мотлаҡ тағырға тейеш [4].

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. -М., "Русский язык", 1993.1-се том - 5ҙ-се б.
  2. Полянская Е. Ношение в подоле. Статья портала «Оранжевая мама» (рус.) — www.omama.ru
  3. http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/1875-bash-ort-kejeme 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  4. Карпачёв С. П. Путеводитель по масонским тайнам. — М.: Центр гуманитарного образования (ЦГО), 2003. — 192 с. — (Библиотека вольного каменщика). — 2 500 экз. — ISBN 5-7662-0143-5
  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. -М., "Русский язык", 1993.1-се том - 57-се б.
  • Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
  • Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
  • Газета Выбор № 128—131 2015 г. Статья «на счастье к фее прикоснемся».