Макарова Инна Владимировна | |
рус. И́нна Влади́мировна Мака́рова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 28 июль 1926[2] |
Тыуған урыны | Тайга[d], Томск округы[d], Себер крайы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 март 2020[3] (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Михаил Израилевич Перельман[d][2] |
Балалары | Наталья Сергеевна Бондарчук[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2016 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Макарова Инна Владимировна (28 июль 1926 йыл, Тайга, СССР — 25 март 2020 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949).
Инна Владимировна Макарова 1926 йылдың 28 июлендә Себер крайы Томск округының Тайга ҡалаһында Новосибирск радиокомитеты хеҙмәткәрҙәре Владимир Степанович Макаров һәм Анна Ивановна Герман ғаиләһендә тыуған[4]. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Новосибирскиҙа үтә. Ғаилә Яҙыусылар йортонда йәшәй.
Мәктәптең дүртенсе синыфында уҡыған саҡта драма түңәрәгенә яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында иптәштәре менән бергә госпиталдәргә бара, яралылар алдында сығыш яһай[5][6].
1943—1948 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Дәүләт кинематография институтында (ВГИК) Сергей Герасимов һәм Тамара Макарова оҫтаханаларында уҡый[7]. Уҡыған ваҡытында Татьяна Лиознова ҡуйған пьесала Кармен ролен башҡара. Был студент эшен Александр Фадеев ҡарай һәм унда «Йәш гвардия» фильмындағы Любовь Шевцова роленең буласаҡ башҡарыусыһын күрә, был фильмда Герасимов бөтә үҙенең курсын төшөрә, шул уҡ ваҡытта режиссёр уға Валерия Борц ролен әҙерләгән була[6]. Картина өҫтөндә эше өсөн актриса I дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була (режиссер, оператор һәм башҡа артистар төркөмө менән бер рәттән).
Уҡыған ваҡытта буласаҡ ире Сргей Бондарчук менән таныша, ул курсҡа фронттан һуң килә. Туйҙан һуң Садово-Триумфальная урамының подвал бүлмәһенә йәшәйҙәр. Аҙаҡ, Сталин премияһы арҡаһында, яңы фатир алалар[5].
1948 йылда киноактёр театр-студияһы труппаһына ҡабул ителә. Алла Тарасова уның уйынын күреп, уны МХАТ-ҡа саҡырырға теләй, быға Герасимов: «Ул кинематограф өсөн кәрәк»,- тип яуап бирә[6].
Киләһе кинолағы әһәмиәтле роле «Высота» фильмындағы Катя Петрашень тора (1957), һуңынан — «Дорогой мой человек» (1958) фильмында Варвара була. Был фильмға сценарий, Макарова һүҙҙәре буйынса, Алексей Баталов менән уның өсөн махсус яҙыла, һәм актёрҙар һынап ҡаралмайынса раҫлана[6]. Төшөрөү ваҡытында Бондарчук менән айырылышырға ҡарар итә[5]. Айырылышыу ауыр була, бынан һуң Макарова оҙаҡ кейәүгә сыҡмай.
Артабан «Девчата», «Женитьба Бальзаминова», «Женщины», «Русское поле» фильмдарында сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ролдәрҙә уйнай. 1980 йылдар аҙағында киноға һирәк төшә, үҙен концерт эшмәкәрлегенә бағышлай. 2000 йылдар башында — уртаһында, актёрлыҡ карьераһына ҡайта, төрлө телесериалдарҙа уйнай.
2020 йылдың 25 мартында 94-се йәшендә Мәскәүгә, алдараҡ ауыр хәлдә килтерелгән Үҙәк клиник дауаханала вафат була[8][9][10]. Актриса менән хушлашыу 28 мартта Үҙәк клиник дауаханаһы янында үтә, Троекуров зыяратында ерләнә[11].
— Атаһы яғынан олатаһы — Макаров Степан Родионович, гармун яһау оҫтаһы, гармунда, мандолинала һәм гитарала яҡшы уйнаған[4][12].
— Әсәһе яғынан олатаһы — Ван Людвиг Арман булып, Австрия поляктарынан һөргөнгә ебәрелгән, католик. Бронницанан күсеп килгән Ирина Самсоновна Варакинаға өйләнгән. Никахлашҡанда Иван Михайлович Герман исеме аҫтында православиеға суҡындырыла[13].
— Атаһы — Владимир Степанович Макаров, радиодиктор, шағир һәм яҙыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Утыҙ биш йәшендә вафат булған.
— Әсәһе — Герман, Анна Ивановна, әҙәби мөхәррире-корреспонденты, Новосибирск радиокомитетында эшләй, урындағы ТЮЗ әҙәби бүлеге мөдире, артабан — Новосибирск «Ҡыҙыл факел» театры мөдире [14].. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 4-гвардия миномёт полкында хеҙмәт итә[6].
— Апаһы — Нина. Уның улы:
— Андрей Малюков — (1948), режиссёр, продюсер. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2004).
— Беренсе ире (1947—1959)[5] — Сергей Бондарчук (1920—1994), актёр һәм кинорежиссёр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1952). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), Ленин премияһы лауреаты(1960) һәм I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952).
— Ҡыҙы — Бондарчук Наталья Сергеевна (1950), режиссёр һәм актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1977), РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).
— Ейәне — Бурляев Иван Николаевич (1976), композитор, Халыҡ-ара кино форумы, «Золотой Витязь» театры һәм хәрби сәнғәте арт-директоры, «Золотой Век» продюсерлыҡ үҙәгенең генераль директоры
— Ейәнсәре — Бурляева Мария Николаевна (1987), актриса.
— Икенсе ире (1973-2013) — Михаил Израилевич Перельман (1924—2013), хирург. СССР Медицина фәндәре академияһы академигы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (23.10.1962)
РСФСР-ҙың халыҡ артисы (11.06.1971)
СССР-ҙың халыҡ артисы (02.09.1985)
Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1949) — «Молодая гвардия» фильмында Любовь Шевцова ролен башҡарғаны өсөн (1948)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Дуҫлыҡ ордены (10.10.2002) — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә уңышлы хеҙмәте өсөн
Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (28.07.2006)
«Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Беренсе дәрәжә «Кузбасс үҫешенә айырыусы ҙур өлөш индергәне өсөн» миҙалы, (8 август 2001 йыл) — күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн
Санкт-Петербургта «Виват кино России!» кинофестивале («Танылыу» махсус призы, 2006)
"Ника" Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы