Милош Форман | |
Miloš Forman | |
Исеме |
Jan Tomáš Forman |
---|---|
Тыуған көнө |
18 февраль 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны |
Часлав, Чехословакия |
Вафат көнө | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
кинорежиссёр |
Карьераһы |
1963—2018 |
Наградалары |
«Оскар» (1976, 1985) «Алтын глобус» (1976, 1985, 1997) BAFTA (1977) «Сезар» (1985) |
IMDb | |
Милош Форман Викимилектә | |
Ми́лош Фо́рман (18 февраль 1932 йыл — 13 апрель 2018 йыл; чех Miloš Forman; ысын исеме: Ян Томаш Форман, чех Jan Tomáš Forman) — Чехия һәм Америка кинорежиссёры һәм сценарисы.
Ике тапҡыр «Оскар» премияһы лауреаты, шул иҫәптән иң яҡшы режиссёр номинацияһында. Билдәле картиналар ҡуйыусы: «Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда», «Амадей», «Вальмон» һәм башҡалар.
Чехословакияның Часлав ҡалаһында тыуған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тыйылған әҙәбиәт таратҡан өсөн, милләтселәр Формандың атаһын ҡулға алалар, ул Бухенвальд концлагеренда үлтерелә. Әсәһе Освенцимда фажиғәле вафат була[4]. «Разворот» исемле (Turnaround) автобиографик китабында Форман үҙенең биологик атаһы йәһүд архитекторы Отто Кон (1887—1965) булыуы тураһында яҙа. 1940-сы йылдарҙа АҠШ-та төпләнә[5].
Форман Подебрадта интернатта уҡый. Подебрад һарайында уның менән бергә Чехияның буласаҡ беренсе президенты Вацлав Гавел һәм ағалы-энеле Машиновтар уҡый. Локарно кинофестивалендә «Ҡара Пётр» (1963) киноһы менән донъя күләмендә таныла. «Ут һүндереүселәр» әсе сатирик фильм («Яна, минең барышням», 1967) Прага яҙынан алдан һоҡландыра.
Чехословакияға совет ғәскәрҙәре инеү сәбәпле, 1968 йылда ул АҠШ-ҡа күсеп китергә мәжбүр була.
Чехия актрисаһы Яна Брейховаға өйләнә.
Милош Формандың ағаһы (атаһының бер туған ағаһы) — архитектор Карл Кон (1894—1979 йылдар). Бер туған ҡустыһы — Америка математигы Джозеф Кон (Joseph J. Kohn, 1932 йылда тыуған).
Америка осорондағы тәүге фильмдары — «Отрыв» (1971; Канн кинофестиваленең Гран-приһы) һәм «Волосы» (1979).