Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Силәбе өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Силәбе | ||||
88 529 | |||||
- Барлығы |
| ||||
- Барлығы |
3 485 272 (2013) 39,3/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
645,9 млрд. һум (2010) 189,5 мең һум мең һум | ||||
Урал федераль округы | |||||
Урал иҡтисад районы | |||||
Губернаторы |
Алексей Леонидович Текслер | ||||
беренсе вице-губернатор |
Олег Николаевич Грачёв | ||||
Төбәк Парламент рәйесе |
Владимир Викторович Мякуш | ||||
74, 174 ЮХДИ | |||||
RU | |||||
YEKT һәм Азия/Екатеринбург[d][1] |
Силәбе өлкәһе (рус. Челябинская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Административ үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны 87 900 км².
Урал федераль округына инә. Свердловск, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикалары менән сиктәш.
Халҡы — 3,6 млн кеше, ш. иҫ. 166,4 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 41 кеше/км². Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 23,9 мең кеше. Урбанизация — 81,8 %; ҙур ҡалалары — Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Озёрск, Мейәс, Троицк, Копейск, Снежинск. Иҡт. әүҙем кешеләр иҫәбе — 1,7 млн кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 82,3, татарҙар — 5,7, башҡорттар — 4,6, украиндар — 2,1 һ.б.
Силәбе өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Ҡарағыҙ: Силәбе өлкәһе Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Силәбе өлкәһе Губернаторы
Силәбе өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Силәбе өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
Силәбе өлкәһе суд системаһы составында:
Ҡарағыҙ: Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы
Өлкә Парламенты — Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы.
Өлкә Тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Cиләбе өлкәһенең территорияһы 1744 −1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында (1737—1781 йылдарҙа күпселек территорияһы губернаһының Иҫәт провинцияһы составында). 1919 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Силәбе губерналарына бүленә. 1923 йылдың 3 ноябрендә Силәбе губернаһы бөтөрөлә һәм уның территорияһы үҙәге Свердловск ҡалаһында булған Урал өлкәһенә индерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарында Силәбе өлкәһе ойошторола, уның территорияһы ғәмәлдәге Урал өлкәһенән бүленеп алына. Силәбе өлкәһе составында шул уҡ көндә башлыса башҡорттар йәшәгән райондарҙы үҙ эсенә алған Арғаяш милли округы ойошторола, 1934 йылдың 17 ноябренән был милли округ бөтөрөлә.
1943 йылда[2] Силәбе өлкәһе составынан Ҡурған өлкәһе айырылып сыға.
Өлкә иҡтисадында метталлургия (эске тулайым продукттың 60 проценты) һәм машиналар төҙөү (эске тулайым продукттың 15 проценты) сәнәғәт өлөшө ҙур. Эре предприятилар: Магниторск металлургия комбинаты, Мечел, Силәбе трактор заводы, Урал автомобиль заводы һәм башҡалар. Өлкә илдең металлургия һәм тау сәнәғәте үҙәктәренең береһе. Силәбе сәнәғәтенең тарихы XVII быуаттан башлана. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Силәбе өлкәһе — Рәсәйҙен сәнәғәт йөрәге.[3]
Проблем, я сказал, много, но регион очень важный для нас, это промышленное сердце России, можно сказать.
Тәғәйенләнғән губернатор Борис Дубровский менән осрашыу ваҡытында. 15.01.14
Муниципаль райондар | Ҡала округтар | Административ картаһы | |
---|---|---|---|
1. Агаповка районы |
15. Ҡоншаҡ районы |
I. Үрге Өпәле |
Силәбе өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Оло Иркәбай, Оло Усман, Кесе Ҡаҙаҡбай, Кесе Ултыраҡ, Ялтыр (бөтәһе — 99), Кесе Ҡаҙакбай, Ләүәш, Нөркә (ауылсоставныда башҡорттар— 100 %) һәм башҡа торама пункттарҙа тупланып йәшәй.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (1991 й. алып), «Башҡорт йәштәре иттифағы» төбәк ойошмаһы (2006 й. алып; икеһе лә Силәбелә) эшләй. Силәбе өлкәһе Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡурсаҡ театры, Салауат драма театры, Сибай драма театры, «Сулпан» театры һ.б. гастролдәре үтә; рәссамдар Б. Ф. Домашников, С. Б. Краснов, Ә. Ф. Лотфуллин, А. Н. Романов, Й. Ә. Сөләймәновтарҙың «Һары бейә» һынлы сәнғәт төркөмө ағзаларының эштәре күрһәтелә һ.б.
Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡ предмет булараҡ өйрәнелә; Силәбе университетында һәм 1-се Силәбе педагогия колледжының Арғаяш филиалында башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнә, башҡорттар тупланып йәшәгән райондарҙа «Башҡорт юлдаш телевидениеһы» тапшырыуҙары күрһәтелә, Силәбе өлкәһе торама пункттары китапханалары башҡорт телендәге дәреслектәр, уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителә.
Силәбе өлкәһе башҡорт ауылдары — Силәбе өлкәһендә милләт буйынса башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдар. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 174 ауылда башҡорттар күпләп йәшәй.
Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында тиҫтәнән ашыу докуменнтарға ҡул ҡуйылған:
1997 й. башлап Силәбелә БР-ҙың Даими вәкиллеге эшләй, 2004—2008 йылдарҙа Магнитогорскиҙа Даими вәкиллек бурыстарын «Башҡорт Сауҙа Йорто» атҡара.
БР һәм Силәбе өлкәһе сауҙа әйләнеше 2009 й. 25,2 млрд һум тәшкил итә.
Силәбе өлкәһе делегаттары 1—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары эшендә ҡатнаша. Силәбе органик быяла заводында буялған органик быяла алыу өсөн Органик химия институтында эшләнгән технологиялар индерелгән; Силәбе цинк заводында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары эшкәртелә.
БР һәм Силәбе өлкәһе иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре (Магнитогорск, 2001), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, «Силәбе өлкәһендә Өлкә Һабантуйы» халыҡ байрамы уҙғарыла (Арғаяш районы, 2007); башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре, ҡоролтайҙары (1993 й. алып), йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары үткәрелә.
2000 йылдан алып Арғаяш районының Арғаяш ауылында БДУ вәкиллеге эшләй.
«Арғужа» (Арғаяш, 1998 й. алып), «Мираҫ», гәзите нәшер ителә.
Бикбулатов Наил Вәли улы, Д. Ж. Вәлиев, Х. Ш. Заимов, З. Ә. Ихсанов, К. К. Кинйәбулатова, Р. Ф. Көсөков, Х. Ҡ. Ҡушаев, Д. Н. Лазарева, В. М. Перчаткин, О. А. Пономарёв, Х. Ш. Самохужин, Ҡ. Р. Тимерғәзин һ. б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.
2015 йылдың ғинуарынан өлкә губернаторы Борис Дубровский һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән Силәбе өлкәһендә рус һәм башҡорт телдәрендә «Уралым» исемендә ижтимағи-сәйәси гәзит сыға башланы. Баҫманың тиражы — һигеҙ мең дана, ул ай һайын нәшер ителә. Гәзит Силәбе башҡорттары йәшәгән биләмәләрҙә бушлай таратыла.