Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова | ||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Бәләбәй ҡалаһы[1] | |||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||
Вафат урыны | ||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби Һауа көстәре | |||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||
Хәрби звание |
гвардия өлкән лейтенанты | |||||||
Часть |
325‑се авиация дивизияһының 46‑сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (15 июль 1912 йыл — 1 октябрь 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1946).
Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова 1912 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бәләбәй ҡалаһында[1] тыуған. 1930 йылдан алып Кокандта, 1932 йылдан — Тбилиси ҡалаһында эшләй. 1941 йылда Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың декабренән Төньяҡ Кавказ, 4‑се Украина һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се һауа армияһының 325‑се авиация дивизияһы 46‑сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары гвардия өлкән лейтенант Мәғүбә Сыртланова 780 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ҡазанда йәшәй һәм эшләй, 1971 йылдың 1 октябрендә шунда вафат була.
Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән.