Цыси

Королева Цыси, 1890
Был мәҡәлә ҡытай императорының ҡатыны Цыси тураһында.

Цыси, Цы Си (ҡыт. ябайл. 慈禧太后, пиньин: Cíxǐ Tàihòu; 29 ноябрь 1835 йыл — 15 ноябрь 1908 йыл, Пекин) — тол ҡатын, Цинь Ҡытайының Бөйөк королеваһы, 1861 — 1908 йылдарҙа барлыҡ юғары власты үҙ ҡулында тотҡан. Император Ичжуҙың («Сяньфэн» тигән девиз аҫтында хакимлыҡ иткән) йәриәһе, һуңынан, императорҙың вариҫы Цзайчунды тыуҙырғас, императорҙың икенсе ҡатынына өйләнгән.

18611873 йылдарҙа (балиғ булмаған улы Цзайчундың янында) һәм 18751889 йылдарҙа (балиғ булмаған, һуңғараҡ император булып киткән туғаны Цзайтян янында) регент булған. 1898 йылдан алып дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә барлыҡ власты үҙ ҡулына төшөргән.

Цыси (маньчжурса исеме Ниласы)1835 йылдың ноябрендә (риүәйәттәр буйынса 29 ноябрҙә) маньчжур мандаринының ғаиләһендә тыуған. Тыуғас та уға Сяода Ланьхуа (ҡыт. ябайл. 小的蘭花, пиньин: Xiaode Lanhuaуп. 小的蘭花, пиньинь: Xiaode Lanhua (бәләкәй орхидея) йә Юй Ланьхуа (ҡыт. ябайл. 玉蘭花, пиньин: Yu Lanhuaуп. 玉蘭花, пиньинь: Yu Lanhua магнолия, йәки нефрит орхидея) тип исем ҡушалар. Ҡыҙҙы Тун Цзя (уның исеме Хой ханым) исемле ҡатын тапҡан. Һигеҙенсе йәшендә (7 октябрь, 1843 йыл) Цыси ғаиләһе менән бергә Пекинды ташлап киткән.

Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Цыси бала сағында уҡ Жунлу исемле үҫмер егет менән йәрәшелгән булған. Ул Цысиҙан бер йәшкә кесе, сығышы буйынса маньчжур хәрби етәксеһе ғаиләһенән. Улар даими рәүештә ваҡыттарын бергә үткәргәндәр. Имеш-мимеш хәбәрҙәр буйынса Жунлу менән Цыси енси мөнәсәбәттә торған. Ҡытай императоры тәхеткә ултырғас, уға барлыҡ империя буйлап ваҡытлы ҡатынды (йәриә) һайлау башлана. Маньчжур ҡыҙҙары бәлиғ булғас, кейәүгә сығарғандар. Малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы айырым уҡытыу арҡаһында улар араһында мөхәббәт мөнәсәбәттәре булмаған. Ҡыҙҙарынан имеператор баш тартҡанса, ата-әсә ҡыҙ балаһын кейәүгә бирһә, уларҙы ҡаты язаға тарттырғандар. Әгәр ҙә императорға ҡыҙ оҡшамаһа, уны шул саҡта ғына кейәүгә бирергә рөхсәт ителгән[1].

1852 йылдың 14 июнендә император һарайында йәриә бәйгеһен үткәс, Цыси Пекиндың «Бикле ҡала» тип аталған иң түбән дәрәжәләге йәриәләр йәшәгән бишенсе Ҡыйбатлы кешеләр тигән һарайға эләккән.

Цысиҙы һарайҙа ырыуының исеме менән Ехэнара тип йөрөткәндәр. 1854 йылда ул дүртенсе дәрәжәләге йәриә (бинь), ә 1856 йылда өсөнсө дәрәжәләге фэй булған. Тыумыштан аҡыллы булғанлыҡтан, үҙенән бер йәшкә кесерәк, императорға вариҫ таба алмаған ҡатыны Цыань менән дуҫлашҡан. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, Цыси император ҡатынын ағыулы бокалды эсеүҙән ҡотҡарып ҡалған. Император үҙенә вариҫ кәрәклеген ҡарар иткәс, бының өсөн Цыань йәриәләр араһынан Цысиҙы һайлаған. Шулай итеп Цыси император ҡатынынан һуң торған икенсе дәрәжә Ҡыйбатлы йәриәгә әйләнгән.

1856 йылда Цыси Цзайчунь тигән ир бала тапҡан. Күп тарихсылар был малайҙы ҡол ҡатын Чуин тапҡан, тик ул балаһы тыуғас та үлтерелгән тип иҫбатлайҙар. Вариҫ әсәһе тигән статус Цысиҙың һарайҙағы хәлен көсәйткән. Император уға көндән-көн ҙурыраҡ вәкәләттәр өҫтәгән, шуның арҡаһында Цыси Ҡытайҙың фактик идара итеүсеһенә әйләнгән.

1861 йылдың авгусында үлем түшәгендә ятҡан император үлер алдынан иң юғары дәрәжәләге ярандарын, шул иҫәптән Сушунды һәм беренсе дәрәжәләге Цзайюань һәм Дуаньхуа тигән кенәздәрен үҙенә саҡырған, алты йәшлек улы Цзайчунды тәхеттең вариҫы итеп ҡалдырғанын әйткән. Тик уның ярандары ризалыҡ бирмәгәнгә күрә император ике указ сығарған. Уларҙың беренсеһе буйынса үҙе үлгәс ярандарын Регент Советының ағзалары итеп ҡалдырған, ә икенсеһендә тәхет вариҫы булған улының эштәренә Цысиҙың хоҡуғы булмауы тураһында әйтелгән. Шулай итеп Цысиҙың власы сикләтелгән. Сушунь Цысиҙы үлтереү яғында торған, быны ул теге донъяла императорға хеҙмәтсе кәрәк буласағы менән аңлатҡан. Тик указға мисәт ҡуя торған императорҙың ҙур мисәте Цыси ҡулында булғанлыҡ ҡына уны үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Ҡулында был мисәт булған Цыси фетнәселәр менән заговор ҡорорға мөмкин булғанлыҡтан, ул тере ҡалған. Тарихсылар әйтеүе буйынса, фетнәселәрҙең еңеүенән ҡурҡҡан кенәз Гун Цыси яҡлы булған һәм уға ярҙам иткән, шунлыҡтан Сушундың планы тормошҡа ашмаған.

«Сяньфэн» девизы аҫтында идара итеүсе Император Ичжу 1861 йылда вафат булған. Уның үлеменән һуң иң беренсе указ менән Цзайчунды (император Сяньфэндың улын) «Тунчжи» (берҙәм хакимлыҡ) девизы аҫтында тәхеттең вариҫы иткәндәр. Икенсе указ буйынса «толлоҡтағы император ҡатыны» тигән дрәжә Цыси менән Цыанға бирелгән. Сушунды Пекиндың Көнбайыш баҙарында язалап үлтергәндәр, ә Цзайюань менән Дуаньхуаны үҙҙәренә ҡул һалып үлергә мөмкинлек биргән язаға тарттырғандар.

Сәйәси хакимлыҡ императорҙың ике ҡатынының ҡулында бер тигеҙ ҡалған. Тик император ҡатыны Цыань сәйәси тормош менән ҡыҙыҡһынмағанға күрә, был хакимлыҡты Цыси ҡулына тапшырған. 1881 йылдың 8 апрелендә ағыулы аҙыҡ ашағандан һуң Цыань вафат булған. Уның үлеменең сәбәбен Цысиҙан күргәндәр: бер нисә сәғәт алдан ул Цыанға дөгөнән бешерелғән көлсә ебәргән. Имеш-мимештәр буйынса үлтереүҙең төп сәбәбе Цыандың бүлмәһендә йәш баланың булыуы. Быны күргән Цыси яңы тыуған бала император балаһы булараҡ тәхеткә үҙ хоҡуғын талап итә башламаһын тип, Цыанды ағыулаған.

Цыань үлгәндән һуң Цыси илдең регенты булып ҡалған.

Цысиҙың регентлығы император вариҫы Цзайчунға 17 йәш тулғансы барырға тейеш булған. Вариҫ аҙғын тормош менән йәшәгән. Ул балиғлыҡҡа еткәс, Цыси үҙенең регентлығының тамамланыуы һәм властың вариҫҡа бирелеүе тураһында декрет сығара. Тик 1874 йылдың декабрендә Цзайчунь сәсәк менән ауырый башлауы тураһында мөрәжәғәт яҙып сығара. Ул ваҡытта сәсәк менән ауырыған кеше хоҙай һайлап алған кеше булып һаналған. Төрлө венерик ауырыуҙар менән вариҫтың организмы ауырыуға ҡаршы тора алмағанлыҡтан, ауырый башлағандан һуң ике аҙна үткәс, вафат була.

Император Гуансюй
Императорҙың ҡатыны Цысиҙың ике йөҙлөлөгө. Карикатура
  1. Цзю Чан. Королева Си / Белоусов С. Г.. — 1. — Мәскәү: Центролит, 2015. — С. 18, 23. — 575 с.