Алонсо Хаби

Футбол
Футбол
Хаби Алонсо
Информация
Тулы исеме Хабьер Алонсо Олано
Тыуа 25 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…] (43 йәш)
Толоса[d], Гипускоа[d], Страна Басков[d], Испания
Гражданлығы
Буйы 183 см
Клубы
Клубы Испания Реал Сосьедад B
Вазифа баш тренер
Карьера
Йәштәр клубтары
1995—1997 Испания Антигуоко
1997—1998 Ирландия флагы Келлс
1998—1999 Испания Реал Сосьедад
Клуб карьераһы*
1999—2004 Испания Реал Сосьедад 116 (9)
1999—2000  Испания Реал Сосьедад B 39 (2)
2000—2001  Испания Эйбар 14 (0)
2004—2009 Англия флагы Ливерпуль 142 (15)
2009—2014 Испания Реал Мадрид 158 (4)
2014—2017 Германия флагы Бавария 79 (5)
Йыйылма командаһы**
2000 Испания Испания (18 йәшкә тиклем) 1 (0)
2002—2003 Испания Испания (21 йәшкә тиклем) 9 (0)
2003—2014 Испания Испания 114 (16)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын ЮАР 2010
Конфедерациялар кубогы
Бронза ЮАР 2009
Европа чемпионаты
Алтын Австрия/Швейцария 2008
Алтын Польша/Украина 2012

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Хабьер[4] Алонсо Олано (исп. Xabier Alonso Olano), йышыраҡ Хаби Алонсо булараҡ билдәле (исп. Xabi Alonso; 25 ноябрь 1981 йыл, Толоса, Басктар иле) — Испания футболсыһы, ярымһаҡсы, тренер. Өс донъя (2006, 2010, 2014) һөм өс Европа чемпионатында (2004, 2008, 2012) ҡатнаша. 2018 йылдың 29 авгусынан — «Реал Мадрид» клубының 14 йәшкә тиклемге юниорҙар командаһы тренеры.

Клуб кимәлендә Алонсо Чемпиондар лигаһы (2004/05,2013/14), УЕФА Суперкубогы (2005, 2014), Англия кубогы (2005/06), Англия Суперкубогы (2006), Испания кубогы (2010/11, 2013/14), Испания чемпионаты (2011/12) һәм Испания Суперкубогы (2012) еңеүсеһе. Йыйылма командаһы составында Хаби— ике тапҡыр Евро (2008, 2012) һәм донъя чемпионы (2010).

Алонсо карьераһын тыуған төбәге Гипускоаның төп командаһы — «Реал Сосьедадта» башлай, 1999 йылда дебютын үткәрә. 2000/01 йылдар миҙгелендә Хаби ҡуртым хоҡуғында ярты йылға икенсе дивизиондың «Эйбар» клубына күсә. Кире ҡайтҡас, төп составта уйнай башлай. 2001/02 йылдар миҙгелендә баск беренсе Голдарн индерә. Киләһе миҙгелдә чемпионаттың көмөш миҙалын яулауҙа Алонсо төп роль уйнай, уның арҡаһында клуб Чемпиондар лигаһына квалификациялана. 2003/04 йылдар миҙгеле Хаби өсөн «Сосьедад» клубында һуңғыһы була. 2004 йылдың йәйендә Алонсоно «Ливерпуль» һатып ала (10,5 млн £). "Ҡыҙыл"дар составында тәүге миҙгелдә испанлы Чемпиондары лигаһы еңеүсеһе була. 2005/06 йылдар миҙгелендә Хаби тағы ике трофей яулай: Европа суперкубогы һәм Англия кубогы. Артабанғы өс миҙгелдә «Энфилд» стадионында испанлы Англия суперкубогына эйә була, шулай уҡ Чемпиондар Лигаһының финалына етә һәм Англия чемпионатында көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың трансфер «тәҙрәһендә» Алонсо 30 миллион евроға Мадридтың "Реал"ына күсә[5], унда Чемпиондар лигаһы[6], Испания чемпионаты һәм Суперкубогы, шулай уҡ ике тапҡыр Испания кубогының еңеүсеһе була. 2014 йылда, биш йылын «Реал» составында үткәргәндән һуң Хаби ике йылға «Бавария»ға күсә[7].

Алонсо Испания йыйылма командаһында 21 йәшендә 2003 йылдың 30 апрелендә Эквадор командаһы менән иптәштәрсә матчта уйнай башлай. Был уйында испандар 4:0 иҫәбе менән еңә. Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған ваҡытта Алонсо, Евро-2008, Евро-2012 һәм Донъя чемпионаты-2010 еңеүсеһе була. 2012 йылдың 23 июнендә Евро-2012 ярымфиналында Францияға ҡаршы уйында Испания йыйылма командаһы өсөн 100-сө матчын үткәрә: был ваҡиғаны ул ике гол индереп һәм Испанияны ярымфиналға сығарып билдәләй.

Алыҫ алыҫ дистанциянан гол индереү оҫталығы менән айырыла. 2006 йылда Англия кубогы уйындарында «Лутон Таун» менән уйнағанда алыҫ арауыҡтан ике гол индерә, береһе яҡынса 60 метрҙы тәшкил итә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Премьер-лигала «Ньюкасл Юнайтед» менән уйнағанда майҙандың үҙ ярытыһынан тибеп гол индерә.

Хаби Алонсо билдәле футбол ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, Перико Алонсо, «Реал Сосьедад» составында ике тапҡыр Испания чемпионы була, һәм "Барселона"ла уйнай. Хабиҙың ағаһы Микель Алонсо — "Чарльтон Атлетик"тың ярымһаҡсыһы. Икенсе ағаһы, Йон — футбол судьяһы. Алонсо Басктар иленең ҙур булмаған Толоса ҡалаһында тыуа, алты йәшенә тиклем Барселонала йәшәй, һуңынан уларҙың ғаиләһе Сан-Себастьянға күсенә. Тап бында уның футболға һөйөүе уяна, бала сағын Плайя де ла Кончала (Шел Бич) футбол уйнап үткәрә[8]. Сан-Себастьяндағы пляжда Калле Матиа, Микель Артета менән дуҫлаша һәм улар бик йыш ял көндәрендә бергә футбол уйнап, бер-береһе менән ярыша[9]. Бәләкәй сағынан уҡ Алонсо терәк ярымһаҡсы булырға ҡарар итә һәм был амплуа уға майҙанда туп менән яҡшы идара итергә өйрәнеү өсөн маҡсат булып тора.

15 йәшендә мәктәптең уҡыусылар менән алмашыу программаһы буйынса инглиз телен өйрәнеү өсөн Ирландияның Келлс ҡалаһына, Мит графлығына китә[10].

Алонсо менән Артета бергә "Реал Сосьедад"та уйнарға хыяллана, әммә Артета «Барселона»ға күсә, Алонсо «Реал Сосьедад» менән килешеү төҙөй һәм уларҙың юлдары айырыла[11].

Алонсо "Реал Сосьедад"тың резерв командаһы өсөн сығыш яһап ҡүҫешә һәм 18 йәшендә 1999/2000 йылдар миҙгелендә Сан-Себастьян клубы өсөн дебютын үткәрә — беренсе уйыны 1999 йылдың 1 декабрендә Испания кубогында өсөн «Логроньес»ҡа ҡаршы була менән[12].

Джон Тошак Алонсоның ҡеүәтен күр һәм уның техник мөмкинлектәрен яҡшыртыу өсөн шәхсән күнекмә ысулдарын булдырыуға күп ваҡыт бүлә[13]. 2000/01 йылдар миҙгеленең беренсе яртыһында Алонсо «Эйбар»ҙа ҡуртым хоҡуғында уйнай, һуңынан командаһына ҡайта. 2001/02 йылдар миҙгелендә команда 13-сө урын биләп, таблица уртаһында үҙенең позицияларын нығыта. Миҙгел барышында Алонсо 30 уйын үткәрә, шулай уҡ Ла лигала үҙенең беренсе Голдарн индерә, миҙгел барышында 3 тапҡыр айырылып тора. 2002 йылдың йәйендә "Реал Сосьедад"да йәнә тренер алмашына, шуға ҡарамаҫтан Рейнальд Денуэкс килгәс тә Алонсо беренсе командала урынын һаҡлап ҡала[14]. 2002/03 йылдар миҙгелендә команда Испания чемпионатында Мадридтың "Реал"ынан ҡалышып, икенсе урын ала. Хаби Алонсо "Реал Сосьедад"та төп уйынсы була — ул 33 уйында ҡатнаша һәм 3 гол индерә, үҙен Испания футболының «ҡабынып килгән йондоҙо» итеп күрһәтә[15].

2004 йылдың йәйендә «Реал Сосьедад»ҡа бала саҡ дуҫы Микель Артета килә[16]. Артета майҙан уртаһында Алонсоның партнеры булыуға бик ҡыуана, әмәм ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай — Алонсо «Ливерпуль» клубынан тәҡдим ала һәм 2004 йылдың 20 авгусында мерсисайд клубына күсә[17].

Алонсо «Ливерпуль» өсөн мөйөштән уйнай

Алонсо Ливерпулгә "Барселона"нан Луис Гарсия менән бергә килә һәм "Энфилд"та яңы эраны башлай. «Ливерпулдең» яңы тренеры, Рафаэль Бенитес, үҙенең ситлен һәм команданың тактикаһын һайлап, клубты үҙгәртергә һәм команданың уйынын тулыһынса яңыртырға тырыша. Алонсо Англия Премьер-лигаһында 29 августа "Рибок Стэдиум"да «Болтон Уондерерс» менән дебют уйыны уйнай, әммә командаһы 0:1 иҫәбе менән еңелә[18]. Хаби беренсе Голдарн штраф һыҙатынан 16 октябрҙә «Фулхэм» ҡапҡаһына индерә[19]. Тәнәфескә тиклем «Ливерпуль» 0:2 иҫәбенә еңелеп бара, ләкин уйынға Алонсо сыҡҡандан һуң иҫәп үҙгәрә, команда 4:2 иҫәбе менән еңә.

2005 йылдың 1 ғинуарында «Челси»ҙан Фрэнк Лэмпард менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә Алонсо аяғын балтырҙан һындыра һәм өс айға уйындан төшөп ҡала. Чемпиондар лигаһының плей-оффына кире ҡайта һәм йәрәхәт алған команда капитаны Стивен Джеррадты алмаштырып, «Ливерпулға» ярҙам итә[20]. «Милан»ға ҡаршы финал матчында Алонсо иҫәпте тигеҙләй, ә һуңынан «Ливерпуль» пенальти серияһында еңеү яулай. Еңеү тәьҫиренән Алонсо: «Был минең профессиональ карьерамда иң яҡшы мәл», — ти.

2006 йылдың 7 ғинуарында Англия кубогында «Лутон Таун» менән уйнағанда Хаби Алонсо «Ливерпуль» тарихында иң алыҫтан гол индерә — ҡаршы яҡ ҡапҡаһын үҙ майҙанынан туп үткәрә (яҡынса 60 метр). Был мәлдә «Лутон» буш булһа ла ("Ҡыҙыл"дар ҡапҡасыһы тупты мөйөштән биргәне өсөн штраф эскәмйәһенә ултыра), Алонсоның был ҡаҙанышы матбуғат һәм көйәрмәндәрҙең оҙаҡ фекер алышыу темаһы булып тора. Шулай уҡ хәбәр, «Ливерпуль» фанаттарының береһе Хаби миҙгел аҙағына тиклем майҙандың үҙ яртыһынан туп индерәсәк тип 200 фунтҡа бәхәсләшә һәм, һөҙөмтәлә, 25 000 фунтҡа эйә була[21].

2006 йылдың 20 сентябрендә Алонсо йәнә алыҫтан гол индереп билдәләнә. Был юлы Премьер-лигала туп «Ньюкасл» ҡапҡаһына инә. Һөҙөмтәлә Алонсо алыҫтан туп индереү оҫтаһы тип таныла, үҙе бындай алымды күнекмәләр ваҡытында үҙләштереүен белдерә[22].

2007 йылдың 1 сентябрендә Премьер-лигала ул карьераһында тәүге тапҡыр дубль эшләй. Был «Энфилдә» «Дерби Каунти»ҡа ҡаршы уйында була, унда «Ҡыҙылдар» 6:0 иҫәбе менән еңеү яулай[23][24]. Уйында иҫәпте Алонсо аса. Ул ҡунаҡтар ҡапҡаһына уйындың 25-се минутында 50 метр йыраҡлыҡтағы штраф арауығынан гол индерә. Икенсе таймда баск тағы бер тапҡыр штраф майҙанынан гол индереп айырыла. Был гол уйында «Ливерпулдың» дүртенсе тубы була.

Хаби Алонсо Мадридтың «Реалы» составында

2009 йылдың йәйендә Мадрид «Реалы» билдәле уйынсыларға әүҙемерәк трансфер үткәрә башлай; команданың маҡсаттарының береһе Алонсо була. «Ливерпуль» тренеры Рафаэль Бенитестың хәбәр күп тапҡырҙар, клуб Хабиҙы һатырға уйламай, тиеүенә ҡармаҫтан, «Реал» вәкилдәре «ҡыҙылдарға» баҫым яһай, йәғни матбуғат аша был уйынсының уларға бик ныҡ кәрәклеген белдерә. Шул уҡ ваҡытта улар «Ливерпуль» футболсы өсөн талап иткән минималь сумма күләме менән ризалашмай (35 миллион фунт тирәһе). «Реал» уны за «алмашы булмаған уйынсы өсөн» «ҙур күләм» тип билдәләй һәм һәм, килешеүҙән бөтөнләй баш тартыу менән янай. Шул уҡ ваҡытта бынан бер ни тиклем алда клуб Криштиану Роналдо һәм Кака өсөн 93,5 һәм 63,5 миллион евро түләй.

Ике клуб араһында йәйге ике ай буйы дауам иткән һөйләшеүҙәрҙән һуң Алонсо 30 июлдә рәсми рәүештә трансфер һорай[25]. 4 августа компенсация суммаһы тураһында килешәләр[26], ә көндән һуң уйынсы һатып «Реал»ға һатыла, трансфер суммаһы яҡынса 30 миллион фунт тәшкил итә. Алонсоның китеүенең төп сәбәбе булып Бенитес менән мөнәсәбәттәренең көсөргәнешлелеге торған, тигән фараздар ҙа бар. Әммә үҙенең тәүге күсеүенән һуң биргән интервьюһында ярымһаҡсы, низағ булманы, бары тик «мадрид проектының» бер өлөшө булырға теләнем, тип белдерә[27].

Тәүге миҙгелдә Хаби «Реал» өсөн «22» номеры менән сығыш яһай. Дебюты «Депортиво» менән уйында үтә. Хаби уйындың башынан аҙағынаса майҙанда була. «Реал» футболкаһындағы беренсе Голдарн «Вильярреал» менән уйындың 87-се минутында пенальтиҙан индерә[28]. «Севилья» командаһына ҡаршы уйында Хаби автогол хаби 10-сы минуттағы автогол менән иҫәпте аса. Сираттағы Голдарн «Спортинг» ҡапҡаһына индерә. «Атлетико» менән уйнағанда 49-сы миунтта гол индерә, 55-се минутта һөҙөмтәле пас бирә.

Ул миҙгелдә Алонсо "Реал"дың үҙәк ярымһағында төп уйынсы була. Алонсо чемпионатта ғына түгел, шулай уҡ Чемпиондар лигаһында ла яҡшы уйнай. 2010/11 йылдар миҙгелендә Хаби 52 уйында уйнай һәм бер гол индерә[29].

Реал өсөн чемпионы миҙгелен Хаби яҡшы формала башлай. Ул һаҡта ла, һөжүмдә лә тотороҡло уйын күрһәтә, команданың һөжүмдәрен ойошторусы булып сығыш яһай.

2012/13 йылдар миҙгеле испанлы өсөн бик уңышлы булмай. Йәрәхәттәре арҡаһында уйындарҙан оҙайлы ваҡытҡа төшөп ҡала. Команданың тренер Жозе Моуриньо менән низағы хәлде тағы киҫкенләштерә. 2013 йылдың март урталарында Алонсоның "Реал"етәкселеге менән контрактын оҙайтырға йыйынмауы тураһында хәбәрҙәр күренә. Уның контракты 2013/14 йыл миҙгеле меннә тамамланырға тейеш була. Әммә Хаби 2014 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың июненә тиклем контрактын оҙайта[30][31][32].

2014 йылдың 29 авгусында Хаби Алонсо 10 миллион евроға «Бавария»ға күсә[33][34]. Контракт 2 йылға төҙөлә[35]. Яңы клубта Алонсо «3» номерлы футболка ала. 30 августа ул мюнхендар өсөн «Шальк 04» командаһына ҡаршы уйнай. 2014 йылдың 18 октябрендә «Бавария» өсөн тәүге Голдарн индерә — «Вердер» ҡапҡаһын штрафһыҙатынан ала. 2015 йылдың йәйендә, Клаудио Писарро киткәс, номерын «3»-тән «14»-кә алмаштыра․ 2017 йылдың йәйендә карьераһын тамамлай һәм тренер булырға теләге барлығын белдерә[36].

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хаби Алонсо Евро-2012 сирек финалында Францияға индергән Голдарна шатлана.
Алонсо Испания йыйылма командаһы составында.

Евро-2004 уйындарында Алонсо Рәсәй менән матчта иҫәп 1:0 булғанда алмаштырыла, Португалияға ҡаршы 90 минут уйнай, унда уның командаһы 0:1 иҫәбенә еңелә. Һөҙөмтәлә испандар төркөм этабына үтмәй[37].

2006 йылдың 14 июнендә Германияла үткән Донъя чемпионатында Хаби Алонсо Испания йыйылма командаһы өсөн Украина ҡапҡаһына беренсе гол индерә (матчта иҫәп 4:0), ул турнирҙа Испания йыйылма командаһының — беренсе, Алонсоның команда өсөн беренсе Голдар була. Испания барлыҡ уйындарҙа ла еңеп, төркөмдә уңышлы сығыш яһауына ҡарамаҫтан, булыуына ҡарамаҫтан, 1/8 финалында буласаҡ финалистарҙан — француздарҙан еңелә[38].

Испандар өсөн уңышлы булған Евро-2008-ҙә, Алонсо төркөм этабының йомғаҡлау уйынында Грецияға ҡаршы уйнағанда йыйылма команданың капитаны була һәм матч уйынсыһы тип таныла[39]. Испания командаһы тунирҙа еңә, ә Алонсо йыйылма команда өсөн алты уйындың дүртеһендә ҡатнаша[40].

2010 йылғы Донъя чемпионатында Хаби Алонсо Испания йыйылма командаһының бөтә уйындарында ла ҡатнаша һәм майҙан уртаһында Серхио Бускет һәм Хави менән бергә уйнап, командаға Донъя кубогында тәүге трофей яуларға ярҙам итә[41]. Нидерландттарға ҡаршы уйындың 28-се минутта менән ҡаршы уйынында голланд яымһаҡсыһы Найджел де Йонг уның күкрәгенә төртә. Фол бәхәсле була, туранан-тура тәртип боҙоуөсөн ҡыҙыл карточка бирелергә тейеш булһа ла, Говард Уэбб һары карточка менән сикләнә[42]. Ауыртыуға ҡарамаҫтан, ул уйын бөткәнсе уйнай.

2012 йылдың 23 июнендә Евро-2012-лә Хаби Алонсо Францияға ҡаршы сирек финал уйынында Испания өсөн 100-сө матчын үткәрә[43] һәм унда ике туп индереп, Испанияға еңеү килтерә.

2014 йылғы Донъя чемпионаты алдынан Хаби Алсо турнир тамамланғандан һуң Испания йыйылма командаһы өсөн сығыштарын тамамларға ҡарар итә[44]. "Мундиал"да ул төркөм этабында Нидерланд йыйылма командаһы менән уйында иҫәпте аса, әммә матч испандарҙың еңелеүе менән тамамлана (1:5).

Илдең йыйылма командаһы өсөн Хаби Алонсо 114 уйын үткәрә һәм 16 туп индерә, йыйылма команда составында ике тапҡыр Европа чемпионаты еңеүсеһе (2008, 2012), Донъя чемпионаты (2010) һәм Конфедерациялар кубогының бронза призеры була (2009).

2018 йылдың 29 авгусында Алонсо "Реал"дың 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр командаһының тренеры була[45].

Алонсо уйын ҡырында яҡшы техникаһы, шулай уҡ алыҫ аранан гол индереү мөмкинлеге менән айырылып тора. Тупҡа тибеү көсө һөҙөмтәһендә Хаби штраф тибеүен виртуоз башҡара.

2006 йылдың ғинуарында Англия кубогы матчында «Лутон Таун»ға ҡаршы уйында футболсы алыҫ аранан — 60 метр самаһы — гол индерә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Премьер-лигала «Ньюкасл Юнайтед»ҡа ҡаршы уйында үҙ майҙанынан тағы бер гол индерә.

Как болельщик я бы сказал, что Хаби великий игрок. Я думаю, что он является лучшим распасовщиком в Европе.

— Президент «Реала», Флорентино Перес, июнь 2009[46].

Хабиҙың «Ливерпуль» буйынса элекке партнеры Стивен Джеррард «Элекке партнерҙарығыҙҙан кемде кире ҡайтарырға теләр инегеҙ?» — тигән һорауға, мөмкин булһа, Алонсоны ҡайтарыр инем, ти.

Майҙанды яҡшы күреүе һәм яҡшы пас биреүе Алонсоны «Ливерпуль» клубының ярымһаҡта иң яҡшы уйынсыһы булыу мөмкинлеге бирә, ә уның алыҫтан тура тапшырға пастары, Хабиҙы "Ҡыҙыл"дарҙың көйәрмәндәренең яратҡан уйынсыһы итә.

Испания йыйылма командаһы составында Алонсо штатлы пенальтисы булып тора, шул уҡ ваҡытта штрафнойҙарҙы бик һирәк башҡара.

«Ливерпуль» буйынса элекке партнерҙары Алонсо һәм тымыҡ, тыныс кеше тип иҫәпләй. Ул Нагора Арамбулу менән никахта, өс балаһы бар. 2008 йылдың 11 мартында тәүге балалары — улдары Йончу тыуа.[47]

Алонсо балаһы тыуғас, Чемпиондар лигаһында «Интернационале» менән уйында ҡатнашмай һәм был аҙымын түбәндәгесә аңлата:

« Было немного неприятно пропустить матч против «Интера», но я должен был быть со своей семьей в такое время[48]. »

Уның ғаиләһен Чемпиондар лигаһынан өҫтөн ҡуйыуы тренер Рафа Бенитес менән күп тапҡырҙар низағ тыуҙыра[49]. 2010 йылдың 30 мартында икенсе балаһы — Ано Алонсо Аранбуру исемле ҡыҙы тыуа. Өсөнсө балалары — ҡыҙҙары Эмма Алонсо Аранбуру 2013 йылдың 2 декабрендә тыуа.

Алонсо һәм Артета Сан-Себастьянда күрше йәшәйҙәр, шулай уҡ Ливерпулдә лә күрше булалар[50]. Алонсо Артетты «Эвертон»ға күсергә өгөтләй, Ливерпулдә нисек бәхетле булыуына инандыра. Шулай уҡ ул ышандыра буйынса элекке һаба йылда «Реал Сосьедаду» клубында бергә уйнаған напарнигы Хуан Угартты «Рексема» клубына ҡушылырға өгөтләй.

«Ливерпуль»

  • Англия кубогы эйәһе: 2005/06
  • Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе: 2004/05
  • Англия Суперкубогы эйәһе: 2006
  • УЕФА Суперкубогы эйәһе: 2005

«Реал Мадрид»

  • Испания чемпионы: 2011/12
  • Испания Кубогы эйәһе (2): 2010/11, 2013/14
  • Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе: 2013/14
  • Испания Суперкубогы эйәһе 2012
  • УЕФА Суперкубогы эйәһе: 2014

«Бавария»

  • Германия чемпионы (3): 2014/15, 2015/2016, 2016/2017
  • Германия кубогы эйәһе: 2015/16
  • Германия Суперкубогы эйәһе: 2016

Испания йыйылма командаһы

  • Европа чемпионы (2): 2008, 2012
  • Донъя чемпионы: 2010
  • GQ журналы версияһы буйынса 2011 йылспортсы була.
  • УЕФА версияһы буйынса 2012 йылғы Европа чемпионатының символик йыйылма командаһы составына инә .
  • 2012 йылғы Европа чемпионатында Испания — Франция матчы уйынсыһы.

Сығыштары статистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Клуб Миҙгел Лига Кубоктар Лига кубогы Еврокубоктар Башҡалар Йәмғеһе
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Реал Сосьедад 1999/00 5 0 1 0 0 0 6 0
Йәмғеһе 5 0 1 0 0 0 6 0
Эйбар 2000/01 14 0 4 0 0 0 18 0
Йәмғеһе 14 0 4 0 0 0 18 0
Реал Сосьедад 2000/01 18 0 0 0 0 0 18 0
2001/02 29 3 0 0 0 0 29 3
2002/03 33 3 1 0 0 0 34 3
2003/04 34 3 0 0 8 1 42 4
Йәмғеһе 114 9 1 0 0 0 8 1 123 10
Ливерпуль 2004/05 24 2 0 0 0 0 8 1 32 3
2005/06 35 3 5 2 0 0 10 0 3 0 53 5
2006/07 32 4 1 0 2 0 15 0 1 0 51 4
2007/08 19 2 3 0 1 0 4 0 27 2
2008/09 33 4 3 0 1 0 10 1 47 5
Йәмғеһе 143 15 12 2 4 0 47 2 4 0 210 19
Реал Мадрид 2009/10 34 3 0 0 7 0 41 3
2010/11 34 0 7 1 11 0 52 1
2011/12 36 1 4 0 10 0 2 1 48 2
2012/13 28 0 7 0 10 0 2 0 47 0
2013/14 26 0 7 0 9 0 0 0 42 0
Йәмғеһе 158 4 25 1 47 0 4 1 230 6
Бавария 2014/15 26 2 4 0 10 2 0 0 40 4
2015/16 26 0 4 1 8 1 1 0 39 2
2016/17 27 3 3 0 7 0 1 0 38 3
Йәмғеһе 79 5 11 1 25 3 2 0 117 9
Карьераһында барлығы 513 33 54 4 4 0 127 6 10 1 708 44

Халыҡ-ара статистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыйлма команда Йыл ДЧ һайлап улыу матчтары ДЧ финал матчтары ЕЧ һайлап алыу матчтары ЕЧ финал матчтары Конфедерациялар

кубогы
Иптәштәрсә матчтар Йәмғеһе
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Испания
2003 3 0 2 0 5 0
2004 2 0 2 0 7 0 11 0
2005 4 0 2 0 6 0
2006 3 1 2 0 6 0 11 1
2007 5 0 1 0 6 0
2008 4 0 4 0 7 2 15 2
2009 4 1 4 1 4 2 12 4
2010 7 0 2 0 7 2 16 2
2011 4 1 7 2 11 3
2012 3 0 6 2 5 1 14 3
2013 1 0 1[lower-alpha 1] 0 2 0
2014 3 1 2 0 5 1
Йәмғеһе 18 1 13 2 16 1 12 2 4 1 51 9 114 16
  1. В 2013 году Хаби Алонсо провёл 2 товарищеских матча, но один из них (против сборной Экваториальной Гвинеи) ФИФА объявила недействительным из-за слишком большого количества замен, однако королевская испанская футбольная федерация засчитала данный матч[51].
  1. Xabi Alonso // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Xabi Alonso // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. XABI ALONSO olano // https://bdfa.com.ar/jugadores-47112.html (исп.)
  4. Согласно практической транскрипции (пункт, касающийся имён каталанского происхождения), правильным вариантом передачи имени является Шабье́р.
  5. Хаби Алонсо перешёл в «Реал». Sports.ru (4 август 2009).
  6. «Реал» стал победителем Лиги чемпионов. Lenta.ru (25 май 2014).
  7. «Бавария» подписала 2-летний контракт с Алонсо. Sports.ru (29 август 2014).
  8. Ballague, Guillem Clever Xabi sets the pass mark. The Observer (22 май 2005). Дата обращения: 11 август 2008.
  9. Fifield, Dominic Arteta seeks revenge in battle of Basques. The Guardian (25 март 2006). Дата обращения: 11 август 2008.
  10. Royal help for Alonso, eleven-a-side.com, Lynn Group (25 May 2005). 17 май 2009 тикшерелгән. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  11. Hunter, Andy. Mikel Arteta: 'It's a long way from San Sebastian...', 'The Independent' (19 November 2005). 11 август 2008 тикшерелгән.
  12. Xabi Alonso Profile. Liverpool. Дата обращения: 11 август 2008. Архивировано 4 август 2008 года.
  13. It's the Real deal for Toshack. Wales Online (Western Mail). Дата обращения: 12 август 2008.
  14. Sociedad enjoy ride of their lives. The Guardian. Дата обращения: 11 август 2008.
  15. Real seal Spanish title, BBC Sport, British Broadcasting Corporation (22 June 2003). 23 июнь 2012 тикшерелгән.
  16. Real Sociedad drop Alonso, BBC Sport (11 August 2004). 12 август 2008 тикшерелгән.
  17. Alonso makes Anfield move, BBC Sport (20 August 2004). 12 август 2008 тикшерелгән.
  18. Bolton 1–0 Liverpool, BBC Sport (29 August 2004). 14 август 2008 тикшерелгән.
  19. Fulham 2–4 Liverpool, BBC Sport (16 October 2004). 14 август 2008 тикшерелгән.
  20. Juventus 0–0 Liverpool, BBC Sport (13 April 2005). 15 август 2008 тикшерелгән.
  21. Fan makes £25,000 on dream goal. Архивировано 22 февраль 2012 года.
  22. Liverpool 2-0 Newcastle. Архивировано 22 февраль 2012 года.
  23. Benítez has Liverpool dreaming of a new tilt at the title.
  24. Liverpool 6 Derby County 0: Torres and Alonso lead Rams to the slaughter.
  25. «Срочно: Алонсо официально запросил трансфер». Liverbird.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  26. «Срочно и официально: Алонсо в Мадриде!» Liverbird.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  27. «Первое интервью Шаби Алонсо после ухода из „Ливерпуля“». Liverbird.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  28. Real Madrid 6 – 2 Villarreal. ESPN (21 февраль 2010). Дата обращения: 24 февраль 2010. 2010 йыл 27 февраль архивланған.
  29. Cristiano Ronaldo Takes Raul's No.7 Shirt at Real Madrid, Benzema Moves To No.9, Xabi Alonso Takes No.14. Дата обращения: 1 декабрь 2011.
  30. "Реал" официально объявил о продлении контракта с Хаби Алонсо. Чемпионат.com (9 ғинуар 2014).
  31. Xabi Alonso seguirá dos años más en el Real Madrid. Marca (08/01/14).
  32. Чемпионат Испании. Хаби Алонсо не продлил контракт и перешёл в мюнхенскую Баварию. Евроспорт (9 ғинуар 2014).
  33. Comunicado oficial: Xabi Alonso (исп.). Sitio oficial del Real Madrid CF (29 август 2014). Дата обращения: 31 август 2014.
  34. Алонсо пополнил "Баварию". Sportbox.ru (29 август 2014). Дата обращения: 31 август 2014.
  35. Wechsel perfekt! Xabi Alonso ist jetzt ein Bayer (нем.). Offizielle Website des FC Bayern München (29 август 2014). Дата обращения: 31 август 2014.
  36. Хаби Алонсо объявил, что собирается стать тренером
  37. Xabi Alonso Profile. Football Database. Дата обращения: 12 август 2008.
  38. Spain 1–3 France, BBC Sport (26 July 2007). 22 август 2008 тикшерелгән.
  39. Baskett, Simon Second string Spain too good for Greece. Reuters (18 июнь 2008). Дата обращения: 15 декабрь 2008.
  40. Xabi Alonso Player Profile Euro 2008. Sky Sports. Дата обращения: 13 ноябрь 2008.
  41. FIFA player Statistics: XABI ALONSO. FIFA. 2015 йыл 22 июль архивланған.
  42. Xabi Alonso in broken rib fear. the Daily and Sunday Express.
  43. Xabi Alonso fires Spain to Euro 2012 semifinals (24 June 2012).
  44. Хаби Алонсо решил завершить карьеру в сборной Испании по футболу
  45. Хаби Алонсо приступил к тренерской деятельности (29 август 2018).
  46. Профиль Хаби Алонсо. espnfc.com. Дата обращения: 8 декабрь 2013.
  47. Football player Xabi Alonso and girlfriend welcome first child, a son  (инг.). 2015 йыл 10 сентябрь архивланған.
  48. Xabi Alonso: "Fue un poco frustrante no jugar, pero tenía que estar con mi familia" (It was a little frustrating to miss the match, but i had to be with my family) (исп.). El Mundo (13 март 2008). Дата обращения: 4 ноябрь 2008.
  49. Wallace, Sam. Alonso left at home after Benítez tires of baby talk, 'The Independent' (11 March 2008). 4 ноябрь 2008 тикшерелгән.
  50. Ducker, James. Arteta puts friendship on hold as Everton eye Europe, 'The Times' (25 March 2006). 14 август 2008 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  51. Xabi Alonso Olano - Century of International Appearances. RSSSF. Дата обращения: 6 декабрь 2016.