{{{Исеме}}} | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
---|---|
Андре Моруа (франц. André Maurois, ысын исеме Эмиль Саломон Вильгельм Эрзог , Émile-Salomon-Wilhelm Herzog, 1885 йылдың 26 июлендә — 1967 йылдың 9 октябре) — француз яҙыусыһы һәм Француз академияһы ағзаһы. Һуңынан псевдонимы уның рәсми исеме булып китә.
Романизацияланған биография жанр оҫтаһы (Шелли, Байрон, Бальзак, Тургенев, Жорж Санд, Дюма-атай һәм Дюма-ул, Гюго тураһындағы китаптар) һәм ҡыҫҡа ирониялы-психологик хикәйәләр авторы. Моруаның төп әҫәрҙәре араһында — «Превратности любви» (1928), «Семейный круг» (1932) психологик романдары, «Мемуарҙар» (1970 йылда баҫылған) һәм яҙыусының бөтә ирониялы нескә талантының нәфислеген күрһәткән «Письма незнакомке» («à Lettres inconnue l», 1956) әҫәрҙәре тора.
Андре Моруа 1871 йылдағы франция-пруссия һуғышынан һуң, франция гражданлығын ҡабул итеп, Нормандияға күскән, католик диненә индерелгән, Эльзас йәһүд хәлле ғаиләләренең береһендә тыуған. 1897 йылда Эмиль Эрзог Руан лицейына уҡырға инә. 16 йәшендә ул лиценциат дәрәжәһенә лайыҡ була. Эмиля Шартье тигән үҙенең бер уҡытыусыһы кәңәше буйынса, Эколь Нормалгә уҡырға инеү урынына, курсты тамамлағандан һуң, атаһының буҫтау фабрикаһына хеҙмәткәр булып эшкә инә. Беренсе бөтә донъя һуғышында хәрби тәржемәсе һәм бәйләнештәр офицеры булып хеҙмәт итә.
Моруа 1918 йылда «Молчаливый полковник Брамбл» (франц. Les Silences du colonel Bramble) романын баҫтырып сығара. Был роман Францияла һәм Бөйөк Британия менән АҠШ- та бик уңышлы әҫәр итеп ҡабул ителә. 1921 йылда «Речи доктора О’Грэди» (франц. Discours du docteur O’Grady) романы донъя күрә. Андре Моруа «Круа-де-фе» журналы редакцияһында хеҙмәткәр булып эшләй. 1938 йылдың 23 июнендә Француз академияһына ағза итеп һайлана.
Икенсе донъя һуғышы башында Моруа француз армияһында капитан булып хеҙмәт итә. Францияны немец ғәскәрҙәре баҫып алғас, ул АҠШ-ҡа күсеп китә, ундағы Канзас университетында уҡытыусы булып эшләй. Ошо ваҡытта Шопен (1942), Эйзенхауэр (1945), Франклин (1945) һәм Вашингтон (1946) биографияларын яҙа. 1943 йылда Төньяҡ Африкаға китә, 1946 йылда Францияға әйләнеп ҡайта.
1967 йылдың 9 октябрендә вафат була.
Ике тапҡыр өйләнгән була. Беренсе никахындағы ҡатыны — Жанна-Мари Ванда Шимкевич, уларҙың өс балаһы тыуа — Жеральд (1920), Оливье һәм ҡыҙы Мишель (1914). Беренсе ҡатыны сепсистан үлгәндән һуң (1924), тиҙҙән Симон Кайява менән икенсегә никахҡа инә.