Артмане Вия Фрицевна

Vija Artmane
Исеме:

Алида Артмане

Тыуған урыны:

Кайве, Туккум өйәҙе, Латвия

Вафат урыны:

Стренчи, Валка районы, Латвия

Һөнәре:

актёр

Әүҙем йылдары:

1950—2003

Театр:
  • «Дайлес» театры
  • Яңы Рига театры
Наградалары:
Офицер ордена Трёх звёзд
Ленин ордены — 1979 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1956 Дуҫлыҡ ордены — 1999
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1969
  • Латвия ССР-ының атҡаҙанған артисы
  • Латвия ССР-ының
    халыҡ артисы

Ви́я (А́лида) Фри́цевна А́ртмане (латыш. Vija Artmane; 21 август 1929[1] — 11 октябрь 2008) — совет латыш театры һәм кино актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1969)[2].

Вия Артмане (тыумыштан Алида Артмане) 1929 йылдың 21 авгусында Тукум өйәҙенең Сем волосындағы ҙур булмаған Кайва ҡасабаһында (хәҙер — Тукумс крайы, Латвия) (башҡа сығанаҡтар буйынса — Тукумс[3]) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, ун йәшенән көтөү көтә[4].

15 йәшенән Ригала йәшәй башлай. Мәктәптә Жагата Улдис менән бер класта уҡый.

Һуғыштан һуң 1946 йылда Художество театры ҡарамағындағы 2-се студияға уҡырға инә һәм 1949 йылда уны уңышлы тамамлай. Э. Павулс, Х. Лиепиньш, В Скулме менән бергә уҡый.

1949 йылдан — Я. Райнис исемендәге Художество театры актрисаһы (хәҙерге «Дайлес» театры), шунда 1998 йылға тиклем эшләй.

1998 йылдан Яңы Рига театрында эшләй[5].

Беренсе тапҡыр үҙен кинола 1956 йылда «После шторма» фильмында һынай. Актриса өсөн шулай уҡ «Родная кровь» һәм «Никто не хотел умирать» фильмдары үҫеш баҫҡысы була.

Артманеның карьераһында иң сағыу ролдәренең береһе романы Сомерсет Моэмдың «Театр» романы буйынса ҡуйылған фильмда Джулия Ламберт роле була.

Латвия театр эшмәкәрҙәре союзынын етәкләй.

Латвия ССР-ы Юғары Советының XI саҡырылыш депутаты (1985—1990). КПСС-ҡа 1968 йылда инә. Латвия компартияһы үҙәк комитеты ағзаһы (1971—1976), Тыныслыҡты яҡлау буйынса Совет комитеты ағзаһы.

1993 йылдағы реституция барышында фатирынан яҙа[6]. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Риганан 40 км алыҫлыҡтағы Мурьяни ҡасабаһындағы дачаһында үткәрә. Күп ауырый, ике тапҡыр инсульт һәм инфаркт үткәрә. Вафатына тиклем Елизавета исемен алып, православие ҡабул итә[7][8][9].

Вия Артмане 2008 йылдың 11 октябрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 12 октябрь[10]) Стренчи ҡалаһының психиатрия клиникаһында (Латвия) 80 йәшендә мәрхүм була. 2008 йылдың 15 октябрендә Ригалағы Покровка зыяратында ерләнә[11].

  • Ире — Артур Димитерс (1915—1986), театр актёры[12].
  • Улы — Каспар Димитерс (1957), музыкант.
  • Ҡыҙы — Кристиана Димитере (1965), рәссам.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латвия ССР-ның атҡаҙанған артисткаһы (1956)
  • Латвия ССР-ының халыҡ артисткаһы (1965)[13]
  • СССР-ҙың халыҡ артисткаһы (1969)
  • Латвия ССР-ының Дәүләт премияһы (1980)
  • Ленин ордены (1979)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (03.01.1956)
  • Дуҫлыҡ Ордены(Росәй) (1999)[14]
  • Өс йондоҙ ордены офицеры (2007)[15]
  • «Советский экран» журналы һорауламаһы буйынса 1964 йылдың иң яҡшы акрисаһы
  • I Бөтә союз кинофестивалендә «Родная кровь» фильмендәге роле өсөн махсус приз (Ленинград, 1964)
  • Прибалтика, Белоруссия, Молдавия республикалары Кинофестивалендә «Эдгар и Кристина» фильмындағы дебют өсөн диплом (Кишинёв, 1967)
  • III Бөтә союз кинофестивалендә «Сильные духом», «Эдгар и Кристина» фильмдарындағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн премия (Ленинград, 1968)
  • «Алтын Дюк» кинофестивалендә фильме «Катафалк» фильмындағы роль өсөн диплом (Одесса, 1990)
  • Лилита Берзини исемендәге приз (1987)
  • Берта Румниеце исемендәге приз (1996)
  • II Бөтә Рәсәй «Новое кино России» кинофестивале призы (Челябинск, 2001)
  • Сәнғәткә һалған өлөшө өсөн Латвия театр берләшмәһенең юғары наградаһы (2003)
  • «Большой Кристап» кинофестивале призы (Рига, 2007).

Театрҙығы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Я. Райнис исемендәге Латвия художество театры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латвия Милли театры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саҡырылған актриса сифатында:

  • 1994 — «Большой улов», А. Бригадере — Амалия
  • 1998 — «Пиковая дама», А. С. Пушкинграфиня Анна Федотовна
  • 1999 — «Трактат о любви», Стендаль — Аврора
  • «Vija Artmane». — Рига: Liesma, 1979.
  • «Сердце на ладони». — М.: «Молодая гвардия», 1990.
  • «Зимостойкие. Мгновения моей жизни». — Рига, 2004.
  • Актриса тураһында «Разговор с королевой» документаль фильмы (1980), «Обидеть королеву. Вия Артмане(недоступная ссылка)» (2007) и «Вия Артмане. Королева в изгнании» (2008).
  • «Балтийская жемчужина» кинофестивалендә Вия Артмане исемендәге приз булдырылған.
  1. Ряд интернет-источников приводит неверную дату рождения — 21 июля, однако согласно ссылкам — интервью Каспарса Димитерса, сына Вии Артмане, данное в преддверии юбилея (18.08.2009) 2013 йыл 15 май архивланған., сообщение о планируемой установке памятника, эскиз памятника с датами жизни 2013 йыл 13 ноябрь архивланған., сообщение о смерти матери в блоге Каспарса Димитерса 2009 йыл 25 июнь архивланған. — можно считать правильной дату 21 августа.
  2. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  3. Артмане, Вия (Алида Фрицевна)
  4. Три имени и три мифа в жизни Вии Артмане.
  5. Teātris un kino biogrāfijās : enciklopēdija / sast. un galv. red.
  6. Плахов, Андрей Степанович.
  7. Почила Вия Артмане во святом Крещении Елизавета.
  8. 19 октября — 9-й день кончины актрисы Вии Артмане, в крещении Елисаветы
  9. Сын Вии Артмане: Перед смертью мама призналась, что отец моей сестры — Евгений Матвеев
  10. Вия (Алида) Артмане, актриса: биография, роли, фильмы, фото, награды и отзывы на RUSKINO. 2014 йыл 16 ноябрь архивланған.
  11. Могила Вии Артмане на Покровском кладбище в Риге
  12. Королева на пенсии. 2010 йыл 5 ғинуар архивланған.
  13. Вия Артмане.
  14. Указ Президента РФ от 21.08.1999 № 1102 "О награждении орденом Дружбы Артмане В. 2015 йыл 16 июль архивланған.
  15. Ar Triju Zvaigžņu ordeni apbalvoto personu reģistrs apbalvošanas secībā, sākot no 2004. gada 1.oktobra 2013 йыл 12 май архивланған. (лат.)(лат.)
  • Сосновский И. Л. Вия Артмане: (Диалог с актрисой). — М.: Искусство, 1969. — 96, [32] с. — (Мастера советского кино).