Бела Барток Bartók Béla | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән |
26 сентябрь 1945 (64 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, пианист , Ҡалып:Музыковед |
Инструменттар | |
Жанрҙар |
классик музыка |
bartok.hu | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Бе́ла Ба́рток (тулы исеме — Бе́ла Ви́ктор Я́нош Ба́рток , мадьярса Bartók Béla Viktor János [ˈbɒrtoːk ˈbeːlɒ]; 25 март 1881 йыл, Надьсентмиклош, Банат, Австро-Венгрия — 26 сентябрь 1945 йыл, Нью-Йорк, АҠШ) — венгр композиторы, пианист һәм музыка белгесе-фольклорсы.
Надьсентмиклош тигән банат ауылында тыуа, атаһы Бела Журафой Барток ауыл хужалығы училищеһы директоры, һәүәҫкәр музыкант (урындағы оркестрҙа уйнай) була, әсәһе Паула Войт #REDIRECT [[1]] мәктәптә уҡыта. Барток музыкль мөхиттә, атаһы оркестының сығыштарын һәм пианистка әсәһенең уйынын тыңлап үҫә. Дүрт йәшендә Барток бик күп халыҡ йырҙарын белә һәм көйҙәрен һыңар бармағы менән генә уйнай; биш йәшендә әсәһенән фортепианола уйнау буйынса беренсе дәресте ала, ә бер айҙан улар икәүләп атаһының тыуған көнөнә тип әҙерләнгән пьесаны дүрт ҡуллап башҡара.
Барток бала сағында йыш ауырый, 1888 йылда атаһы мәрхүм була. Атаһының вафатынан һуң Севлюшҡа (хәҙер Украинаның Закарпатье өлкәһенең Виноградов ҡалаһы) күсәләр. Унда әсәһе Паула Войт башланғыс мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлаша.
1892 йылдың 1 мартында Виноградов ҡалаһында Бела Бартоктың беренсе ҙур сығышы була. Ул хәйриә концертында Бетховендың 21-се сонатаһының беренсе өлөшөн һәм үҙе яҙған Течение Дуная тигән фортепиано өсөн пьесаһын башҡара. Концерттың уңышы мөһим һөҙөмтә бирә: урындағы мәктәптең директоры Бартоктың әсәһенә Пожонгә (Братиславаға) барырға бер йыллыҡ отпуск бирә, унда йәш Барток Ференц Эркелдең улы Ласло Эркелдән фортепиано һәм гармония дәрестәре алыу мөмкинлегенә эйә була. Әммә 1893 йылдың көҙөнә дәрестәр туҡтала: әсәһе Словакияның Банска-Быстрица ҡалаһы мәктәбенә тәғәйенләнеш ала.
1899 йылдың ғинуарында Бартокты Будапештта профессор Иштван Томан, Листтың шәкерте, тыңлап ҡарай, һөҙөмтәлә Барток баш ҡаланың музыкаль академияһына имтиханһыҙ ҡабул ителә. Академияла ул Ганс Кёслерҙа (композиция) һәм Иштван Томанда (фортепиано) уҡый. Академияла Барток һәләтле йәш музыкант булараҡ тиҙ арала иғтибар яулай. Ул айырыуса фортепианола уйнауҙа уңышҡа өлгәшә.
1907 йылдан - Будапешт музыка академияһының фортепиано класы профессоры. Педагогик эшмәкәрлекте концерттар биреү (айырыуса Лист) әҫәрҙәрен йыш һәм бирелеп башҡара) һәм крәҫтиән фольклорын (атап әйткәндә, венгр, румын, словак, төрөк) өйрәнеү менән сиратлаштыра, Золтан Кодай менән бергәләп бик күп йыр йыялар. #REDIRECT [[2]]
1919 йылғы Венгр совет республикаһы заманында музыканттар директорияһында (Бела Рейниц, Золтан Кодай, Эрнё Донаньи менән бергә) ҡатнаша. Инҡилап еңелгәндән һуң эмиграциялау тураһында уйланһа ла, илендә ҡала.
1920-се йылдарҙа Европа һәм АҠШ буйлап күп сәйәхәт итә. 1929 йылда Барток СССР-ҙа гастролдә була, Мәскәүгә һәм Ленинградҡа килә.
1936 йылда Анатолияла халыҡ йырҙарын яҙып ала, бында уға Әхмәт Аднан Сайгун ярҙам итә.
Барток антифашист була һәм, власҡа нацистар килгәс, Германияла сығыш яһауҙан баш тарта. Аншлюстан һуң Австрия Композиторҙар союзынан сыға һәм яҙмаларын Швейцарияға күсерә. Икенсе донъя һуғышы башланғас, 1940 йылда, Нью-Йоркҡа эмиграциялай, 1945 йылда Америка гражданлығын ала, күп тә үтмәй вафат була (лейкоздан).
Бартоктың тамамланмаған 3-сө фортепиано концертын һәм Альт менән оркестр өсөн концертын Тибор Шерли тамамлап ҡуя. 1988 йылда композитор кәүҙәһенең ҡалдыҡтары Фаркашретиҙағы венгр зыяратына күсереп ерләнә.
Барток үҙ заманының модалы авангардистик ағымдарға ҡушылмаһа ла (мәҫәлән, додекафонияға һәм микрохроматикаға), ул XX быуаттың иң тәрән һәм йоғонтоло новаторҙарының береһе тип һанала. Ул ижад иткән әҫәрҙәр: 6 ҡыллы квартет, Замок герцога Синяя Борода бер шаршаулы операһы (1918), Чудесный мандарин (мадьярса A csodálatos mandarin) (1919, «әҙәпһеҙ булғаны» өсөн тыйыла), Деревянный принц (мадьярса A fából faragott királyfi) (1914—1917) балеттары, Оркестр өсөн концерт (1942—1945), Ҡыллы, һуҡма ҡоралдар һәм челеста өсөн музыка , скрипка менән оркестр өсөн ике концерт, Кошут симфоник поэмаһы, На вольном воздухе сюитаһы. «Микрокосмос» тигән ҙур күләмле йыйынтығы (6 дәфтәргә берләштерелгән 153 пьеса, 1926—1939 йй.) заманса тел менән яҙылған фортепианола уйнау мәктәбе булып тора. «Микрокосмос»тың дидактик яғын уйлап, унда пьесалар арта барған техник ҡатмарлылыҡ тәртибендә урынлаштырылған.
Ҡайһы бер әҫәрҙәрендә Барток фольклор материалына (төп нөсхәһендә йә автор тарафынан стилләштерелгән хәлдә) таяна, һәм венгр ғаны түгел, румын, болгар, югослав фольклорын да файҙалана. «Балкан» бейеүҙәре (айырыуса 6 румын халыҡ бейеүе, BB 68, Sz 56) Бартоктың киң аудитория оҡшатҡан әҫәрҙәре иҫәбенә инә.
Бартоктың опустар нумерацияһы эҙмә-эҙлекһеҙ һәм буталсыҡ булғанға күрә, уның музыкаль әҫәрҙәрен тематическому каталогу Андраш Сёллёшиҙың тематик каталогы [1] (аббревиатура Sz ) йә Ласло Шомфайҙың[2] яңыраҡ каталогы (аббревиатура BB ) буйынса танырға мөмкин.
Лайош Кошута/0} премияһы (1948, вафатынан һуң), Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһы (1955, вафатынан һуң).
Меркурийҙағы кратерға Бела Барток исеме бирелгән.
Парижда Браззавиль майҙаны эргәһендә 1981 йылда Бела Барток скверы асыла, унда венгр скульпторы Имре Варги эшләгән һәм 1982 йылда Франция баш ҡалаһына Будапешт исеменән бүләк ителгән һәйкәл тора.
Бартоктың инглиз телендәге музыка ғилеме буйынса хеҙмәттәре һәм уның редакцияһында халыҡ музыкаһы йыйынтыҡтары «New York Bartók Archive studies in musicology» серияһында баҫыла (13 сығарылыш, 1967-81 йй.).