![]() | ||||||||||
![]() | ||||||||||
Информация | ||||||||||
Тулы исеме | Олег Владимирович Блохин | |||||||||
Тыуа | 5 ноябрь 1952 (72 йәш) СССР, Украина ССР-ы Киев ҡалаһы | |||||||||
Гражданлығы | ![]() ![]() | |||||||||
Буйы | 181 см | |||||||||
Позиция | һөжүм итеүсе | |||||||||
Клубы | ||||||||||
Клубы | карьераһын тамамлаған | |||||||||
Карьера | ||||||||||
Йәштәр клубтары | ||||||||||
1962—1969 | ![]() | |||||||||
Клуб карьераһы* | ||||||||||
1969—1988 | ![]() |
432 (215) | ||||||||
1988—1989 | ![]() |
41 (9) | ||||||||
1989—1990 | ![]() |
22 (5) | ||||||||
Йыйылма командаһы** | ||||||||||
1972—1976 | ![]() |
1 (2) | ||||||||
1972—1988 | ![]() |
116 (55) | ||||||||
Тренер карьераһы | ||||||||||
1990—1993 | ![]() | |||||||||
1993—1994 | ![]() | |||||||||
1994—1997 | ![]() | |||||||||
1997—1998 | ![]() | |||||||||
1998—1999 | ![]() | |||||||||
1999—2002 | ![]() | |||||||||
2003—2007 | ![]() | |||||||||
2008 | ![]() | |||||||||
2011—2012 | ![]() | |||||||||
2012—2014 | ![]()
| |||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||
Йәйге Олимпия уйындары | ||||||||||
Бронза | Мюнхен 1972 | футбол | ||||||||
Бронза | Монреаль 1976 | футбол | ||||||||
Дәүләт наградалары
| ||||||||||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||||||||||
Блохин Олег Владимирович (укр. Олег Володимирович Блохін; 5 ноябрь 1952 йыл, Киев, Украина ССР-ы) — СССР футболсыһы, һөжүм итеүсе, тренер, бик күп рекордтар эйәһе.
Совет футболы тарихында иң яҡшы футболсыларҙың береһе[1][2][3]. «Алтын туп» эйәһе(1975). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1975), Украинаның атҡаҙанған тренеры (2005). Ете тапҡыр СССР чемпионы, биш тапҡыр СССР Кубогы эйәһе, ике тапҡыр УЕФА Кубоктар Кубогы эйәһе. Planète Foot версияһы буйынса донъяның иң яҡшы уйынсылары исемлегенә инә[4] һәм Voetbal International[5] Футбол буйынса СССР йыйылма командаһының уның өсөн уйнаған уйындар һәм индергән голдар һаны буйынса рекордсмены. «Алтын туп»-ҡа лайыҡ булған өс совет футболсыһының береһе. 2010 йылдың көҙөнә ҡарата Григорий Федотов Клубы иҫәбенә 200 гол үрен яулаған беренсе совет футболсыһы, Григорий Федотов Клубы иҫәбенә 300 гол үрен яулаған — берҙән-бер футболсы. Футболист карьераһын 1990 йылда тамамлай.
1989 йылда Олег Блохиндың хушлашыу матчы алдынан спорт Һарайында үткән концертта Тамара Гвердцители Юрий Рыбчинский һүҙҙәренә һәм Геннадий Татарченко музыкаһына Блохин өсөн махсус яҙылған «Виват, король!» йырын башҡара[6][7].
1990 йылдан 2002 йылға тиклем Грецияның футбол клубтарында тренер булып эшләй. 2003—2007 йылдарҙа һәм 2011 йылдың яҙынан 2012 йылдың көҙөнә тиклем — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. Йыйылма команда уның менән үҙенең иң юғары ҡаҙанышына өлгәште — 2006 йылғы донъя чемпионатында сирек финалист була, йәғни чемпионат һөҙөмтәләре буйынса донъяның һигеҙ иң яҡшы командаһы иҫәбенә инә.
Блохин үҙенең беренсе голын 1972 йылдың 15 мартында Севастополдең КЧФ стадионында индерә, унда Харьков «Металлисы» «Динамоны» ҡабул итә (0:3). СССР чемпионатында үҙенең беренсе голын Блохин 1972 йылдың 15 апрелендә Киев ҡалаһында «Динамо» (Киев) — «Днепр» матчында 65-се минутта индерә; һөҙөмтәлә иҫәп — 2:1.
1975 йылда «Динамо» европа илдәре Кубок эйәләренең Кубогын яулай. Киевлылар 3:0 иҫәбе менән еңгән Венгер «Ференцварошына» ҡаршы финал матчында Блохин өсөнсө голды индерә. УЕФА Суперкубогының ике матчында динамосылар европа чемпиондары Кубогы эйәһен — Мюнхен «Баварияһын» еңеп сыға, ә Блохин Мюнхендә берҙән-бер голды индерә.
Киевтағы яуап матчында (2:0) ул ике тапҡыр ҡапҡаға туп индерә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Блохин «Франс Футбол» аҙналыҡ гәзит һорау алыуы буйынса континенттың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла — совет футболистарынан Лев Яшиндан ҡала икенсе.
Рәттән өс йыл дауамында — 1973, 1974 һәм 1975 йылдарҙа — СССР-ҙың иң яҡшы футболсыһы булып танылған берҙән-бер совет футболсыһы. СССР-ҙың һәр йылғы иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегенә эләгеү һаны буйынса абсолют рекорд ҡуя — 15 тапҡыр. Шуның менән бергә, беренсе булып 13 тапҡыр телгә алына — 1972—1982 йылдарҙа, шулай уҡ 1985 һәм 1986 йылдарҙа. Шулай уҡ рекордлы — биш тапҡыр — СССР чемпионатының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе була. Иң яҡшы һөҙөмтәне 1974 йыл сезонында күрһәтә — 20 туп. СССР-ҙың футбол буйынса 1974, 1975, 1977, 1980, 1981, 1985 һәм 1986 йылдар чемпионы. 1974, 1978, 1982, 1984/85 һәм 1986/87 йылдар сезондарында СССР Кубогын яулаусы. Украина йыйылма командаһы составында 1979 йылғы СССР халыҡтары Спартакиадаһының бронза призын яулаусы.
СССР йыйылма командаһы составында рекордлы 112 матчта уйнай һәм 42 туп индерә. Олимпия уйындарының ике тапҡыр бронза призын яулаусы — 1972 һәм 1976 йылдарҙа. Донъя чемпионатының ике финал турниры ҡатнашсыһы — 1982 һәм 1986 йылдарҙа. Күп тапҡыр Европаның һәм донъяның йыйылма командаларына саҡырыла.
Блохин ҡуйған совет футболы рекордтары араһында — 200 гол билдәһенә етеү. Был ваҡиға 1985 йылдың 21 авгусында Харьковта, «Металлист» — «Динамо» (Киев) матчы ваҡытында була. СССР чемпионаттарында бөтәһе 211 туп индерә.
Универсаль форвард тип иҫәпләнә. Яратҡан алымы — кинәт ынтылыш, артта ҡалдырыу, тибеү — «Бавария» менән киевлеләр Европа Суперкубогы өсөн Мюнхен стадионында беренсе осрашҡанда бигерәк тә асыҡ күренә. Шул саҡта ул туп-тура алыҫтағы мөйөшкә тибә. Гол ғәҙәттән тыш, фантастик тип атала.
Футболсы карьераһы тамамланғас Блохин грек клубтарының баш тренеры булып эшләй. 2003 йылдың сентябрендә Украина милли йыйылма командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә Украина йыйылма командаһы тарихта беренсе тапҡыр мөһим халыҡ-ара турнир — Германияла үткән 2006 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына һайлап алыу этабын уңышлы үтте, шуның менән бергә Германияға путевканы башҡа Европа илдәренән алдараҡ яуланы. Донъя чемпионатының финал стадияһында беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Украина йыйылма командаһы сирек финалға барып етә — был украинсыларҙың иң ҙур ҡаҙанышы.
2007 йылдың декабрь башында Блохин йыйылма команда тренеры посынан китә. Ғариза Украина футбол Федерацияһы башҡарма комитеты ултырышында ҡабул ителә. Украина йыйылма командаһының баш тренеры посынан китеп бер нисә көн үткәс, Блохин «Мәскәү» футбол клубының баш тренеры була. 2008 йылдағы Рәсәй чемпионатында «Мәскәү» 9-сы урынды яулай. 2008 йылдың 26 ноябрендә Блохиндың «Мәскәү» менән килешеүе ике яҡтың ризалығы менән өҙөлә. 2009/2010 йылдар сезонында «Черноморец» (Одесса) футбол клубының спорт директоры була.
2011 йылдың 21 апрелендә яңынан Украина милли йыйылма командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[8]. «1+1» украина телеканалы «ТСН» программаһында исеме аталмаған «үҙ сығанаҡтарына» һылтанып, Блохиндың эш хаҡы айына 50 мең доллар тәшкил итә тип хәбәр итә[9].
2012 йылдың 25 сентябрендә, Юрий Павлович Сёмин отставкаға киткәндән һуң,беренсе тапҡыр Киев «Динамоһының» баш тренеры итеп тәғәйенләнә[10]. 2012 йылдың 28 сентябрендә Украина чемпионатының унынсы турында Лугансктың «Заряһына» ҡаршы «Динамоның» тренеры сифатында тәү башлап сығыш яһай. Дебют уңышлы килеп сыға: «киевлылар» 1:0 иҫәбе менән еңәләр, берҙән бер тупты Раффаэль Каэтано де Араужо индерә.
«Динамоға» килгәндән һуң күп тә үтмәй, Блохинды гипертоник кризис менән госпиталгә һалалар — сәбәбе йоҡо тамырын тулыһынса тиерлек ҡаплаған тромб була. Госпиталгә һалғандың икенсе көнөнә малоинвазив хирургия ярҙамында тромбты алалар. Блохин ауырыған осорҙа йыйылма команданың баш тренеры бурысын Андрей Баль үтәй, уның етәкселегендә команда ике матчта 6 мәрәйҙең 5-һен юғалта: Молдавия менән бер яҡтың да еңмәүе һәм Черногориянан еңелеү. «Динамола» баш тренерҙы Алексей Михайличенко алмаштыра, һөҙөмтәләр шулай уҡ шатландырмай: «Динамо» чемпионатта һәм чемпиондар Лигаһында күп мәрәйҙәр юғалта.
Блохин 3 ноябрҙа операциянан һуң тәүгә стадионда матч («Динамо» — «Таврия») ҡарай; уға тренер эскәмйәһендә ултырырға врачтар рөхсәт итмәйҙәр әле, һәм ул матчты стадион ложаһында ултырып ҡарай. «Динамо» 1:0 иҫәбе менән уйнағандың артынса тәнәфестә, Блохин сисенеү бүлмәһенә төшә һәм уйынсылар менән һөйләшә. Тренер эскәмйәһендә Блохинды элеккесә Алексей Михайличенко алмаштырған була, шулай уҡ матч аҙағынан матбуғат-конференцияһын ул үткәрә.
21 ноябрҙа Киевтә үткән УЕФА чемпиондар Лигаһында ПСЖ менән матчҡа (0:2 иҫәбе менән еңелә) врачтар Блохинға тренер эскәмйәһенә ултырырға рөхсәт итәләр һәм ул быны файҙалана. Ул шулай уҡ матч алдынан һәм матчтан һуң матбуғат-конференцияһын үткәрә.
Уның тренер булып эшләү осоронда «Динамо» тәүге тапҡыр Украина чемпионатында хатта икенсе урынды ла яулай алмай, 2012/2013 сезонында өсөнсө урынды ғына биләй. Йыл ярым эшләгән дәүерендә Олег Блохин бер генә трофей ҙа ота алмай, Украина чемпионатында мөмкин булған мәрәйҙәрҙең тик 63%-ын ғына йыйып, Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ осоронда киев «Динамоһы» тренерҙары араһында «аҫтан» икенсе урын ала. Шулай уҡ Блохин чемпионатта еңелеүҙәр һаны буйынса антирекорд ҡуя, «Динамоны» өйрәтеп — 44 матчта 12 тапҡыр еңелә. Бынан алдағы антирекорд 117 матчта 10 тапҡыр еңелгән Йожеф Сабоға ҡарай[11]. 2014 йылдың 16 апрелендә, Киевтә үткән Украина чемпионатында донецк «Шахтёрынан» 0:2 иҫәбе менән еңелгән матчтан һуң, Олег Блохин, уның етәкселеге аҫтында команда күрһәткән ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтә өсөн, «Динамоның» баш тренеры посынан бушатыла[12].
КПСС сафында тора[13]. Советтар осоронда Олег Блохин тренер эшен ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән бергә алып бара. Ике тапҡыр Украинаның Юғары Рада депутаты итеп һайлана (1998 йылда, Украина премьер-министры вазифаһын биләүсе П. И. Лазаренко 1997 йылда төҙөгән «Громада бөтә украина берекмәһе» исемлеге буйынса). 2002 йылда Украина Юғары Рада депутаты булып һайлана. 2001 йылда Украинаның Коммунистәр партияһы фракцияһына инә, 2002 йылда ошо уҡ партияның исемлеге буйынса депутат итеп һайлана. Аҙаҡҡа ҡарай Украинаның социал-демократик партияһы (берләштерелгән) фракцияһына күсә, ә 2003 йылда уның политсовет ағзаһы булып китә[14].
Атаһы — Блохин, Владимир Иванович (1922—2013), рус[15] — билдәле совет спринтеры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (Ленинград фронтында һуғыша), СССР эске эштәр Министрлығы офицеры. Киев өлкә «Хеҙмәт резервтары» йәмғиәт советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Ун ике йыл УССР-ҙың хәҙерге биш төр ярыш Федерацияһына етәкселек итә . «Динамо» республика йәмғиәтенең уҡыу-спорт бүлеге башлығы була. 2013 йылдың 13 мартында вафат була.
Әсәһе — Адаменко Екатерина Захаровна (uk Адаменко Катерина Захарівна) (1918—2012[16]), украин[15], Киев төҙөлөш институтының сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө факультеты деканы урынбаҫары. 2012 йылдың 21 майында вафат була.
Ағайы — Николай Владимирович Блохин (1939—2011)[17]. Олег Блохиндың беренсе ҡатыны — Дерюгина Ирина Ивановна, нәфис гимнастика буйынса донъя чемпионы. Был никахтан ҡыҙы бар — Блохина Ирина Олеговна (1983 йылда тыуған). Икенсе ҡатыны — Анжела. Был никахтан ике ҡыҙы бар — Анна (2001 йылғы) һәм Екатерина (2002 йылғы)[18][19].
Клуб | Сезон | Чемпионат | Кубок | Еврокубоктар | Суперкубок | Бөтәһе | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Динамо | |||||||||||
Футбол буйынса СССР чемпионаты 1969 | 1 | 0 | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | |
1970 | - | - | 1 | 0 | - | - | - | - | 1 | 0 | |
1971 | 1 | 0 | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | |
1972 | 27 | 14 | 2 | 0 | 4 | 1 | - | - | 33 | 15 | |
1973 | 29 | 18 | 8 | 4 | 7 | 1 | - | - | 44 | 23 | |
1974 | 29 | 20 | 4 | 3 | 4 | 3 | - | - | 37 | 26 | |
1975 | 28 | 18 | - | - | 11 | 6 | - | - | 39 | 24 | |
1976 | 19 | 8 | 1 | 0 | 6 | 3 | - | - | 26 | 11 | |
1977 | 29 | 17 | 3 | 2 | 6 | 1 | 1 | 0 | 39 | 20 | |
1978 | 26 | 13 | 8 | 5 | 4 | 0 | - | - | 38 | 18 | |
1979 | 24 | 17 | 6 | 1 | 4 | 1 | - | - | 34 | 19 | |
1980 | 33 | 20 | 7 | 3 | 2 | - | - | - | 42 | 23 | |
1981 | 29 | 20 | 7 | 4 | 4 | 2 | 1 | 0 | 41 | 26 | |
1982 | 24 | 10 | 3 | 0 | 4 | 0 | - | - | 31 | 10 | |
1983 | 31 | 10 | 1 | 0 | 4 | 0 | - | - | 36 | 10 | |
1984 | 30 | 10 | 3 | 1 | - | - | - | - | 33 | 11 | |
1985 | 29 | 14 | 5 | 2 | 4 | 1 | - | - | 38 | 17 | |
1986 | 23 | 2 | 2 | 2 | 8 | 7 | 1 | 0 | 34 | 11 | |
1987 | 20 | 4 | 6 | 4 | 7 | 4 | 4 | 4 | 37 | 16 | |
Бөтәһе | 432 | 215 | 67 | 31 | 79 | 30 | 7 | 4 | 585 | 280 | |
Форвертс (Штайр) | 1987/88 | 13 | 5 | - | - | - | - | - | - | 13 | 5 |
Футбол буйынса Австрия чемпионаты 1988/1989 | 28 | 4 | 1 | 1 | - | - | - | - | 29 | 5 | |
Бөтәһе | 41 | 9 | 1 | 1 | - | - | - | - | 42 | 10 | |
Арис (Лимасол) | Футбол буйынса Кипр чемпионаты 1989/1990 | 22 | 5 | 6 | 2 | - | - | - | - | 28 | 7 |
Бөтәһе | 22 | 5 | 6 | 2 | - | - | - | - | 28 | 7 | |
Карьераһы осоронда бөтәһе | 495 | 229 | 74 | 34 | 79 | 30 | 7 | 4 | 655 | 297 |
Һөҙөмтәлә: 112 матч / 42 индергән гол; 61 еңеү, 25 бер кемдең дә еңмәүе, 26 еңелеү.
Динамо (Киев)
СССР йыйылма командаһы
«Олимпиакос»
«АЕК» (Афина)
Украина йыйылма командаһы
«Динамо» (Киев)
Юрий Рыбчинский һәм Геннадий Татарченко ижад иткән «Виват, Король!» йыры Олег Блохинға арнала, 1989 йылда Блохиндың хушлашыу матчы өсөн махсус яҙылған. Башҡарыусы — Тамара Гвердцители.
![]() |
Блохин Олег Владимирович Викимилектә |
---|---|
![]() |
Блохин Олег Владимирович Викияңылыҡтарҙа |